Йәмғиәт
5 Июнь 2020, 08:10

Шахтерҙар төйәгендә эш ҡайнай

Хәйбулла районының Бүребай ауылын шахтерҙар төйәге тип атарға мөмкин, сөнки бында һәр йортта тиерлек шахтер һөнәрен, таусылар династияһын лайыҡлы дауам иткән ғаиләләр йәшәй. Ауыл халҡының күбеһе Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Әйткәндәй, комбинат быйыл 90 йыллыҡ матур юбилейын билдәләргә йыйына.

Хәйбулла районының Бүребай ауылын шахтерҙар төйәге тип атарға мөмкин, сөнки бында һәр йортта тиерлек шахтер һөнәрен, таусылар династияһын лайыҡлы дауам иткән ғаиләләр йәшәй. Ауыл халҡының күбеһе Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Әйткәндәй, комбинат быйыл 90 йыллыҡ матур юбилейын билдәләргә йыйына.


Бүребай ауылында йылдар дауамында эсәр һыуға ҡытлыҡ төп проблемаларҙың береһе булып тора. Ауыл халҡына, һыу мәсьәләһенең киҫкен тороуы сәбәпле, баҡса үҫтереү, йәшелсәселек менән шөғөлләнеү тураһында хыялла­нырға ғына ҡала. Шуға күрә был мәсьәләне хәл итеүҙе комбинат тулыһынса үҙ өҫтөнә ала һәм былтыр ваҡытлыса схема буйынса Һамар эсәр һыу ятҡылығынан 160 миллиметрлы һыу үткәргес һуҙылып, йәйге осорҙа Бүребайҙы һыу менән тәьмин итеү буйынса көсөргәнеш­лекте кәметә.


Быйыл иһә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев сәнәғәт предприятиеһы иҫәбенә һәм көсөнә Бүребайға өҫтәмә эсәр һыу биреү өсөн Һамар ятҡылығынан капиталь һыу үткәргес һалыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Уның оҙонлоғо – 3,5 километр. Ике линияла диаметры 110 миллиметр булған полиэтилен торбалар һа­лына. Хәйбулла электр селтәре хеҙмәткәрҙәре бер үк ваҡытта электр тапшырғыстары линияларын монтажлай.


Таусыларҙың ҡыуанысы бының менән генә сикләнмәй. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бүребайҙа таусыларҙың һаулығын ҡайғыртып, уларҙы сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа йәлеп итеү маҡсатында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү планлаштырыла. Ошо көндәрҙә спорт объекты төҙөләсәк урында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең генераль директоры Рөстәм Аблаев етәкселегендә кәңәшмә йыйҙы. Спорт объектын төҙөү эштәре май аҙағында башланды.


Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, объектты проектлау, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты һәм уның генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Борғанетдин улы тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла.


Физкультура-һауыҡтырыу ком­плек­сының дөйөм хаҡы 72 миллион һум тәшкил итә, уның яртыһы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты иҫәбенән. Икенсе өлөшө “Ауыл ерҙәрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы буйынса финанслана. Төҙөлөш эштәрен тамамлау декабрь башына ҡарал­ған. Тимәк, заманса талаптарға яуап биргән өр-яңы спорт объекты Бүребай халҡы өсөн Яңы йылға ҙур бүләк буласаҡ.
Читайте нас