Йәмғиәт
7 Июнь 2020, 07:00

Беҙгә тәү сиратта уңайлы булһын!

Коронавирусҡа бәйле бер нисә ай эсендә диванға ихтыяж 46 процентҡа артҡан...

Изоляция шарттары тормошобоҙға ҙур үҙгәрештәр алып килде. Шөғөлдәр ҙә, ғәҙәттәр ҙә хәҙер башҡаса.
Статистикаға ғына күҙ һалайыҡ: ошо бер нисә ай эсендә генә диванға ихтыяж 46 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә “Авито”.
Был Башҡортостанға ғына хас күренеш тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, бөтә илдә хәл шулай. Рәсәй буйынса дивандарға ихтыяж карантинға тиклемге осор менән сағыштырғанда алты процентҡа артҡан, ә үткән йылдың апрель-май айҙары менән сағыштырғанда – 20 процентҡа! Тимәк, беҙҙең халыҡ ябай булмаған шарттарҙа ла уңайлылыҡты, комфортты үҙ итә. Диванға ихтыяж айырыуса Ижевск (90 процент), Һарытау (49), Ульяновск (45), Воронеж ҡалаларында күҙәтелгән.
Фото: gt.com.au.
Читайте нас