Илебеҙҙәге мөһим ваҡиға – Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреүгә һанаулы көндәр ҡалды. COVID пандемияһына бәйле, тауыш биреү тәртибе лә үҙгәрәсәк.
Был уңайҙан ӨДНТУ доценты, философия фәндәре кандидаты Михаил Бреслер үҙ фекерен белдерҙее:
“Бөгөнгө көндә формалашҡан һанлы йәмғиәт күп ваҡиғаларҙы, шул йәһәттән мөһим тауыш биреү сараларын да онлайн рәүешле үткәрергә мөмкинселек бирә. Күптәр “Госуслуги” сайтына теркәлгән, улар өйҙән сыҡмайынса үҙ тауыштары менән ил яҙмышын хәл итеү мөмкинлегенә эйә, ә махсус тәғәйенләнгән урынға барып тауыш бирергә теләүселәр өсөн бар яҡлап та хәүефһеҙлек булдырыласаҡ.
Һаҡланыу сараларын еренә еткереп үтәгәндә, ныҡлы әҙерләнгәндә бар талаптарға тоғро ҡалып, граждандарҙың Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә үҙ позицияларын белдереү өсөн ҡулайлы шарттар буласаҡ, тип уйлайым”.