Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2020, 11:00

Йәй йылы көндәре менән ҡыуандыра

Башланып торған аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Синоптиктар ниҙәр вәғәҙә итә?

Башланып торған аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Синоптиктар ниҙәр вәғәҙә итә?

Йәй йылы көндәр менән ҡыуандырыуын дауам итәсәк. Республиканың үҙәк райондарындағы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ҙа бер аҙ туҡтап тороп, шишәмбегә һауа торошо 30 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Урал аръяғы райондарында көндөҙ +33 градусҡаса тиклем эҫелек көтөлә. Был төбәк халҡы күптән ямғыр көтһә лә, синоптиктар ундай хәбәр менән ҡыуандырырға ашыҡмай.
Төндәге һауа температураһы ла ныҡлап йылынды, ул +14...+16 градус арауығында тирбәләсәк.
Аҙна аҙағына табан (йома-йәкшәмбелә) республиканың үҙәк, төньяҡ, көньяҡ-көнбайыш райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, әммә һауа температураһының түбән төшөүе көтөлмәй – йылы көндәр дауам итәсәк.
Фото: 3.bp.blogspot.com
Читайте нас: