Йәмғиәт
9 Июня 2020, 09:15

Ә был ваҡытта лифтта ҡатын булған...

Бығаса бер нисә тапҡыр хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнгән ир яуыз уй-ниәтен тормошҡа ашырған.

Баш ҡаланан 37 йәшлек ир, лифт өсөн тәғәйенләнгән тормоз катушкаларын урлауҙа шик аҫтына эләгеп, ҡулға алынған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, билдәһеҙ әҙәм, подъездың машина бүлексәһенең рәшәткәләрен емереп инеп, ике электромагнит катушканы урлаған. Зыян күләме 18 мең һум тәшкил иткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бығаса бер нисә тапҡыр хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнгән ирҙе ҡулға алған. Ул урланған әйберҙе тимер-томор ҡабул итеү пунктына тапшырған һәм бының өсөн алынған аҡсаны үҙенә сарыф иткән.
Был әҙәмдең биш ошондай енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашҡанлығы асыҡланған. Дөйөм зыян 90 мең һум тәшкил иткән.
Ә бына урлашыу ваҡытында лифтта булып тотҡонлоҡта ҡалған ҡатын белгестәр ярҙамында ғына унан сыға алған.
Фото: ptzgovorit.ru.
Читайте нас