Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе арҡаһында иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы артабан йомшартылмай торасаҡ. Был турала кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
– Күреп торабыҙ, хәлдәр шәптән түгел. Артабан да режимды йомшартыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, – тине ул.
Ысынлап, коронавирусҡа бәйле хәл һаман яҡшырмай. Киреһенсә, үткән аҙнала көнөнә сирләгәндәр һаны 100 кешенән артып китте.
– Халыҡ беҙҙе ишетмәне, вахтасыларҙан сир йоҡтороу осраҡтары артты, улар арҡаһында 65 йәштән өлкәндәр ауырый башланы. Шуға артабан изоляцияны йомшартыу мөмкин түгел. Кешеләрҙең үҙ һаулығына яуапһыҙ ҡарауы борсой. Был битлек кейеүгә бәйле, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы фекеренсә, йәмәғәт транспортында һәм сауҙа үҙәктәрендә кешеләр башлыса битлек һәм бирсәткә кейеү тәртибен теүәл үтәй. Ә бына парк һәм скверҙарҙа йөрөгән кешеләрҙең 10 проценты ла һаҡланыу сараларын күрмәй. Радий Фәрит улы артабан патрулләүҙе көсәйтергә, кешеләрҙе мотлаҡ битлек кейергә өгөтләргә ҡушты. Талап ителһә, ирекмәндәрҙән битлектәр тараттырырға кәрәк, тине.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән аҙнала кешеләрҙең күпләп мәжлестәргә йыйылыуы, урмандарға сығыуы теркәлгән. Шуға күрә сирлеләр һаны артҡан.
Ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителә
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй етеү менән бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта. Был һыуға батыу, бейеклектән осоп төшөү, аварияларҙың һәм янғындарҙың артыуына бәйле. Кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошолар тураһында һөйләне.
Шулай уҙған аҙнала һыу ятҡылыҡтарында алты кеше батып үлгән. 16 кеше бейеклектән ҡолап төшкән. Уларҙың алтыһы – балалар. Өфөлә унынсы ҡаттан йығылған ике йәшлек ҡыҙ һәләк булған.
Янғындарға килгәндә, уҙған аҙнала республикала 304 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 30 кешегә кәмерәк. Урман янғындары башланған. Бәхеткә күрә, былтырғы менән сағыштырғанда алты тапҡырға кәмерәк теркәлгән.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 31 май һәм 1 июндә булған дауыл сәбәпле 13 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙар зыян күргән. Бынан тыш, Шаранда балалар лагеры һәм мәктәптәр емерелеп, 13 миллион һумлыҡ ҡаза күрелгән. Комитет башлығы иң ҙур зыян күргән Шаран һәм Бүздәк райондарында Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерергә тәҡдим итте. Радий Фәрит улы был райондарҙың ярҙамһыҙ ҡалмаясағын белдерҙе.
Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала 72 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 89 кеше йәрәхәтләнгән, алты кеше һәләк булған. Былтырғы менән сағыштырғанда бер ни тиклем кәмегән булһа ла, юлдарҙа хәл әле тотороҡло түгел.
Оператив кәңәшмә барышында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов Башҡортостанда милли проекттарҙың үтәлеше буйынса отчет бирҙе. Был йәһәттән Радий Хәбиров:
– Милли проекттарға иғтибарҙы кәметергә ярамай. Улар теүәл үтәлергә тейеш, – тине.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин “Мәғариф” милли проекты тураһында анығыраҡ һөйләне. Башҡортостанда быйыл ошо милли проект сиктәрендә 310 урынлыҡ ике мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре алып барыла. Ә 2021 йылда тағы бер мәктәп һалынасаҡ.
Нуриман районының Беренсе май ауылында 60 урынлыҡ мәктәп һәм 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Уны быйыл 30 августа тапшырмаҡсылар. Шаран районының Шаран ауылында 1-се урта мәктәп бинаһына 250 урынлыҡ төкәтмә һәм 250 урынлыҡ ашхана төҙөлә. Бында эштәрҙе 2020 йылдың 1 декабренә тамамларға йыйыналар. 2021 йылда Нефтекама ҡалаһының 24-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп һалынасаҡ.
“Заманса мәктәп” төбәк проектына барлығы 1105,34 миллион һум аҡса бүленә, уларҙың 696,82 миллион һумы – федераль, 408,52 миллион һумы республика бюджетынан алынасаҡ.
“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән быйыл “Үҫеш нөктәһе” профиле буйынса 42 һанлы һәм гуманитар үҙәк асыласаҡ. 101 дөйөм белем биреү учреждениеһында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Ауылдарҙа урынлашҡан 48 мәктәптә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңырасаҡ. Шулай уҡ был базаны ике коррекция мәктәбендә лә яңыртырға йыйыналар.
Бынан тыш, республикала һөнәри әҙерлек үҙәге булдырыласаҡ. Белем биреү учреждениеларында заманса йыһазландырылған 13 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре көнө 26 июнгә күсерелә.
– Минең был йәһәттән тәҡдимем бар: быйыл табиптарға айырым рәхмәт әйтке килә ине. Беҙҙә бик етди программа әҙерләнгән, федераль һәм республика кимәлендәге наградалар бирергә йыйынабыҙ. Тик коронавирусҡа бәйле хәл генә пландарҙы боҙмаһын ине, – тине Радий Хәбиров. – Республиканың медицина йәмәғәтселеге ҡаршы килмәһә, байрамды 26 июндә билдәләйек.
Июнь айы аҙағында республикала тағы бер халыҡ-ара кимәлдәге сара үтәсәк. Радий Хәбиров Өфөлә “Евразия йөрәгенән ҡараш” концепцияһы сиктәрендә урбанистар форумы ойошторорға тәҡдим итте.
– Беҙгә билдәле урбанист Сергей Капков мөрәжәғәт итте һәм республикала йәмәғәт биләмәләрен, сквер һәм парктарҙы ойоштороу йәһәтенән тупланған тәжрибә менән уртаҡлашыуҙы һораны. Шуға күрә халыҡ-ара кимәлдәге форум үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр тип иҫәпләйем, – тине ул.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға халыҡ-ара форумға тиклем тиҙ арала “Имәнкәйҙәр” скверын һәм “Торналар” фонтанын эшләп бөтөрөү эше йөкмәтелде.
Башҡортостан Башлығы киләһе йылды Башҡортостанда юлдарға арнарға тәҡдим итте.
– Ниндәй районға килһәм дә, хакимиәт башлығына бер һорау бирәм: һеҙҙә иң насары нимә? Бөтәһе лә миңә “юлдар” тип яуап бирә. Был проблема мөрәжәғәттәр һаны буйынса ла беренсе урында тора. Киләһе йылды республикала Юлдар йылы тип иғлан итергә кәрәк. Ҡала һәм ауыл урамдары матур булырға тейеш. Әле Ишембайҙа әүҙем ремонт эштәре бара, 15 урам ҡаҙылып, соҡолоп бөткән. Башҡа ҡалалар ҙа был эштән ҡалышмаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Социаль өлкә, иҡтисад, инвестициялар, ирекмәндәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа көндәлек темаларҙың иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ.