Йәмғиәт
11 Июня 2020, 15:56

Көҙ тағы ла осрашалар

Республика Башлығы Радий Хәбиров ветерандар советы вәкилдәре менән онлайн-осрашыу үткәрҙе.

Осрашыуҙа йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә, шулай уҡ өлкәндәрҙе коронавирус сире йоғоуҙан һаҡлау йәһәтенән һөҙөмтәле сара күреүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.


Республика Башлығы әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта табиптар 65 йәштә­геләр һәм унан өлкәндәр араһында COVID-19 менән ауырығандарҙың артыуын билдәләй. Сирлеләр ара­һын­да 300-гә яҡын кеше – 70 йәштән өлкәндәр.
– Беҙҙең медицина һынауҙы лайыҡлы ҡаршыланы. Матди базаны, койка фондын әҙерләнек, ҡора­малдар һатып алдыҡ. Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ, халыҡтың ҡурса­ланыу тәртибен үтәүе, етди карантин саралары – быларҙың барыһы ла һөҙөмтәһен бирә. Сирҙең күпләп йоғоу осраҡтарына кәртә ҡуйырға тырышабыҙ, шуға күрә ауырығандар һаны әкренләп кәмейәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Әммә мине өлкән­дәрҙең ауырыуҙы күпләп йоҡтороуы борсой. Бындай хәл һуңғы ике аҙнала күҙәтелә.
Пенсионерҙар һәм ветерандарҙың сирҙе ауыр үткәреүен иҫәпкә алып, республика Башлығы уларҙы ҡурса­ланыу тәртибен артабан да үтәргә саҡырҙы. Ирекмән ойошмалары уларға тейешле ярҙам күрһәтәсәк.
– Коронавирусҡа бәйле хәл йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе, – тине ул. – Кешеләр бер-береһенә ярҙамға әҙер. Эпидемиологик хәлгә бәйле ирекмәндәр штабының эшен туҡтатмайбыҙ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ “һуғыш балалары”на ярҙам күрһәтеү, өлкәндәрҙең ялын ойоштороу, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәм ветерандары хаҡын­дағы иҫтәлекте һаҡлау тураһында фекер алышты.
Пенсионерҙар өсөн социаль туризмды үҫтереүгә килгәндә, Радий Хәбиров, пандемиянан һуң республика шифаханаларына ярҙам күрһә­теү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең бе­реһе буласаҡ, тип белдерҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус йоҡторған табиптарҙы һәм социаль хеҙмәт­кәрҙәрҙе реабилитациялау менән шөғөлләнәсәк.
Башҡортостан Баш­лығы юлламалар хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн пен­сионерҙарға сертификаттар һанын арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Ул шулай уҡ Өлкәндәр өсөн халыҡ университеттарының белем биреү программаларын артабан үҫтереү башланғысын хупланы.
Сараның аҙағында Радий Хәбиров эпидемия осоронда йыйылып киткән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн көҙ тағы ла бер тапҡыр осрашырға тәҡдим итте.
Читайте нас