Йәмғиәт
11 Июня 2020, 09:00

Кеше туҡмаған өс полицейский хөкөм ителде

Кисә, 10 июндә, уларға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарылды.

Йәрмәкәй районынан ике һәм Туймазы бүлексәһенән бер полиция хеҙмәткәре суд алдына баҫты. Кисә, 10 июндә, уларға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарылды.

Был сетерекле хәл 2018 йылда уҡ була. Полиция хеҙмәткәрҙәренә законһыҙ һунар итеүсе хаҡында хәбәр килә. 29 йәшлек ирҙе шик аҫтына алып, Түбәнге Троицк ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан полиция пунктына саҡырталар. Тәфтишселәр фаразынса, полиция участкаһында уҡ, ғәйебен таныуҙы талап итеп, хоҡуҡ һаҡсылары уға ҡарата көс ҡуллана, ныҡ итеп туҡмай.

Был хәлдән һуң ҡаза күреүсе ялыу менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә, республиканың именлек хеҙмәткәрҙәре эш урынында көс ҡулланған полицейскийҙарҙы ҡулға ала. Шулай ҙа улар ғәйебен танымай. Әммә Туймазы район-ара тәфтиш бүлексәһе мәғлүмәттәре судҡа ғәйепләү ҡарары сығарырға нигеҙ була. Уның буйынса ғәйеплеләр ете һәм алты һәм биш йыл ярым ғүмерҙәрен дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында уҙғарасаҡ. Шулай уҡ уларға ике йыл дауамында полиция органдарында эшләү тыйыла.
Фото pixabay.com
Читайте нас