Иглин районы үҙәге баш ҡаланан әллә ни йыраҡ түгел, асфальт юлдан “һә” тигәнсә барып етергә була. Өфө халҡы ла ошо төбәктән ер участкалары алып, торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итә. Һуңғы йылдарҙа район үҙәге ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә, ай үҫәһен көн үҫеп, бында заманса яңы микрорайондар ҡалҡып сыға, хатта тотошлайы менән йәш ғаиләләр урамы барлыҡҡа килгән.
Әлбиттә, әле генә сафҡа индерелгән биҫтәлә балалар баҡсаһы, мәктәптәр, башҡа социаль объекттар ҙа файҙаланыуға тапшырыла. Шуныһы ҡыуаныслы: районда балалар баҡсаһы асылып, баҡсаға сират мәсьәләһе хәл ителә.
Иглин ауылында бөгөн 260 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы һалына. Ауылдың Силантьев урамында урынлашҡан объекттың майҙаны өс мең квадрат метр тәшкил итә.
Баҡса төҙөлөшө былтыр ноябрҙә башланғайны, эште 2020 йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. Әле бина тулыһынса һалынған, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡты ябыу тамамланып килә. Тышҡы биҙәү эштәре яртылаш башҡарылған. Төҙөүселәр бер үк ваҡытта эске һәм тышҡы йылылыҡ, елләтеү, һыу тәьминәте, яҡтылыҡ һәм канализация системаларын үткәрә. Иң аҙаҡтан ҡорамалдар, йыһаз килтереләсәк, баҡса биләмәһе төҙөкләндереләсәк.
Объекттың дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – Өфө ҡалаһының “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Баҡсаның дөйөм хаҡы 186 миллион һум самаһы тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, йыл башында Иглин ауылында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 640 урынлыҡ яңы мәктәп асылғайны. Быйыл Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә “Мәғариф” тармағы буйынса тағы ла 27 объект – дүрт мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм баҡса менән берләштерелгән өс мәктәп төҙөү күҙаллана.
– Тиҙҙән был биҫтәлә йәшәүсе балаларҙың хыялы тормошҡа ашасаҡ, улар көҙ айында уҡ заманса, бөтә санитар талаптарға яуап биргән баҡсала тәрбиә ала башлаясаҡ, – ти төҙөлөштөң баш инженеры Сергей Бобб. – Төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ, техника ла һынатмай, төҙөүселәрҙең дә эшкә дәрт-дарманы ташып тора.
Әйткәндәй, төҙөлөштә, Иглин районы төҙөүселәренән тыш, республиканың күп кенә төбәктәренән дә килеп эшләйҙәр.