Эй донъя тигәнең... Ер шарын көтмәгәндә зәхмәт биләп алмаһа, бөгөн барыбыҙ ҙа Ҡала көнөндә, ҙур майҙанда күңел асыр, яратҡан йырсыларыбыҙҙың сығыштарын ҡарап кинәнер инек.
Өфөлә тыуып үҫкән бихисап талантлы сәнғәт әһелдәренең аҡһаҡалы Юрий Шевчук етәкселек иткән “ДДТ” төркөмөнөң дә, коллективтың эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыу айҡанлы, июнь аҙағында баш ҡалабыҙҙа ҙур концерты үтергә тейеш ине...
Әйткәндәй, Юрий Юлианович яҡташтарын онотмай, ҙур сараларҙа ҡотлау һүҙҙәрен еткереп тора. Бөгөн дә ул видеосәләмен юлланы.
“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле яҡташтар – өфөләр! Барыбыҙҙы ла яратҡан ҡалабыҙҙың тыуған көнө менән ҡотлайым!
Бөтәбеҙгә лә, бер нәмәгә лә ҡарамай, рух күтәренкелеге, был зәхмәттең тиҙерәк юҡҡа сығыуын, берәй ҡайҙа – айҙың артында, йыһан киңлегендә юғалыуын теләйем. Кемгә ҡыҙыҡ – беҙҙең бар концерттарыбыҙ күсерелде, әммә улар ҡасан да булһа үтәсәк”, – тине яҡташыбыҙ һәм һәр кемгә һаулыҡ, именлек теләне.