Юғалған кешеләрҙе эҙләүселәр алты йәшлек Ренель Ғәниевте нисек тапҡаны хаҡында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына һөйләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июндә Салауат районының Урмантау ауылында йәшәгән Ренель Ғәниев өйөнән сығып киткәйне. Бала юғалғандан һуң 10 сәғәт үткәс, яҡындары уны табыуҙа ярҙам һорап эҙләүселәргә мөрәжәғәт иткән. Барыһы 200-ҙән ашыу кеше – эҙләүселәрҙән тыш, ҡотҡарыусылар, урында һәм күрше Силәбе, Сведловск өлкәләрендә йәшәгәндәр, хакимиәт вәкилдәре – малайҙы табыу өсөн көс һалған.
Эҙләгән урында бәйләнештең юҡлығы ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Араларында береһенең машинаһы башта штаб урыны булараҡ хеҙмәт иткән. Һуңғараҡ ул ауыл хакимиәтенә күскән. Артабан был эшкә вертолет йәлеп ителгән. Росгвардия хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Тап улар һәм “Лиза Алерт” эҙләүселәре төндә лә малайҙы эҙләгән. Әйткәндәй, икенсеһенең Силәбе, Свердловск өлкәләрендәге эҙләү отрядтары ирекмәндәре лә эшкә ҡушылған.
Белгестәр билдәләүенсә, балалар, ғәҙәттә, люктарға, соҡорҙарға, ҡоҙоҡтарға йығыла, ҡыйыҡтарҙа бикләнә икән. Шуға полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йорт ихаталары буйлап йөрөп сыҡҡандар.
Төндә төркөмдәрҙең береһе урманда тауыш ишеткән. Бейек ҡая арҡаһында унда тиҙ генә генә бара алмайҙар, уны урап үтергә тура килгән. Росгвардия пилоттары ошо тауыш сыҡҡан урынға йүнәлгән.
Ә иртәнгә ҡарай 200-гә яҡын кеше баланы эҙләргә килгән. Был юлы газ хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Уларҙың төрлө ҡатмарлы юлдарҙан да сыға алырлыҡ автомобилдәре эшкә йәлеп ителгән.
Көндөң эҫелеге лә, урындағы тәбиғәт ҡатмарлыҡтары ла – барыһы ла – бер кемде лә туҡтатмаған: һәр кем бәләкәсте ҡотҡарыу өсөн бар көсөн һалған. Кискә табан иһә Йүрүҙән буйында ял иткән ғаилә ҡаршы ярҙа бала илаған тауыш ишеткән. Был урынға ике төркөм ҡотҡарыусылар – полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр, “Лиза Алерт” отряды эҙләүселәре, хакимиәт вәкилдәре – йүнәлгән. Берәүҙәре – автомобилдә, икеселәре кәмәлә барған. Ҡото осҡан, хәле бөткән Ренелде кесерткән араһынан тапҡандар.
Алда әйтеүебеҙсә, малайҙы эҙләп табыуға күп кеше ҡушылған, урындағы хакимиәт тә вайымһыҙ ҡалмаған. “Бындай ярҙамды һәр ерҙә осратмаҫһың”, – тип белдергән координатор Ксения Букреева.
Башҡортостан буйынса “Лиза Алерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды малайҙы эҙләп табыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла, шул иҫәптән Салауат район хакимиәтенә, күрше Силәбе, Свердловск өлкәләре эҙләүселәренә, авиация менән ярҙам иткән Тимур Хәсәновҡа рәхмәт белдерә.
Әле – йәйҙең бик матур осоро. Балаларҙың йылға-күлдәрҙә һыу ингеһе, тәбиғәт ҡосағына сығып уйнағыһы килә. Шуға уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ, ғүмерҙәрен хәүеф-хәтәр аҫтына ҡуймайыҡ. Бәләкәстәребеҙҙе һаҡлайыҡ!