Йәмғиәт
16 Июня 2020, 11:00

Башҡортостан һәр йәһәттән – беренсе!

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тәғәйен Президент гранттары һаны буйынса алдынғы урында.

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тәғәйен Президент гранттары һаны буйынса алдынғы урында.
Рәсәй Президентының коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тәғәйен гранттарының икенсе конкурсына беҙҙең республиканан 415 проект тәҡдим ителгән. Был – Волга буйы федераль округында беренсе, ә Рәсәй буйынса бишенсе күрһәткес.
Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 72 проекты еңеүсе тип табылған, уларға йүнәлтеләсәк сумма 70 841 998 һум тәшкил итә. Был йәһәттән беҙ Волга буйы федераль округында – беренсе, ил буйынса – дүртенсе урындабыҙ.
6 073 606 һум күләмдәге иң ҙур грантты “Рус география йәмғиәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе яуланы. Был аҡса “Башҡортостан Республикаһынан һәм Өфө ҡалаһынан сыҡҡан ҡотопсыларға һәм Валериан Альбановҡа арналған асыҡ йәмәғәт музей экспозицияһы булдырыу”ға йүнәлтеләсәк.
Читайте нас