Йәмғиәт
18 Июня 2020, 16:00

Яңы йыл каникулы ҡыҫҡарырмы?

Яңы йыл байрамынан һуң эш аҙнаһын 4 ғинуарҙа башларға тәҡдим итәләр. Был фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

Рәсәй Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты башлығы Андрей Кутепов 2021 йылда Яңы йыл каникулын ҡыҫҡартыу тәҡдиме менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә ТАСС. Был 2020 йылда коронавирус эпидемияһы таралыу сәбәпле эш көндәренең кәмеүенә һәм иҡтисадты ҡурсалауға бәйле.
Яңы йыл байрамынан һуң эш аҙнаһын 4 ғинуарҙа башларға тәҡдим итәләр, әммә 7 ғинуарҙағы Раштыуа байрамы ял көнө булып ҡала. Бындай үҙгәреш тик 2021 йылда ғына ғәмәлдә буласаҡ, тип билдәләнә.
Рәсәй халҡы ағымдағы йыл дауамында 247 көн эшләп, шәмбе, йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә йәмғеһе 118 көн ял итергә тейеш ине. Әммә коронавирусҡа бәйле хәл сәбәпле күп кенә предприятие һәм ойошмалар оҙайлы ялға китергә мәжбүр булды.
Фото: beta.nv86.ru
Читайте нас