Йәмғиәт
19 Июня 2020, 07:43

Аҙнағолдар ҡасан күперле булыр?

Белорет районының Аҙнағол ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында – Ағиҙелдең ике яҡ яры буйлап урынлашҡан. Әммә ауылдың тап шулай икегә бүленеүе халыҡ өсөн оло мәшәҡәткә, улай ғына түгел, оҙаҡ йылдарға һуҙылған, хәҙер инде сиселмәҫ йомғаҡтай тойолған проблемаға әйләнгән.

Белорет районының Аҙнағол ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында – Ағиҙелдең ике яҡ яры буйлап урынлашҡан. Әммә ауылдың тап шулай икегә бүленеүе халыҡ өсөн оло мәшәҡәткә, улай ғына түгел, оҙаҡ йылдарға һуҙылған, хәҙер инде сиселмәҫ йомғаҡтай тойолған проблемаға әйләнгән.


Аҙнағол – боронғо башҡорт ауылы. Был төбәк кешеләре тормош-көнкүрештәре ярайһы уҡ ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, донъя көтөүгә тилберлеге, берҙәмлеге менән айырыла.
Бөгөн ауыл халҡын борсоған иң ҙур мәсьәлә – Ағиҙел аша күпер булмауы. Йылғаның был яҡ ярындағы урам буйлап Белорет менән Бөрйәнде тоташтырған оло юл үтә, ә ҡаршы ярҙа йәшәүселәр донъянан киҫелгән, айырылған хәлдә көн күрә. Дөйөм халыҡ һаны 338 кеше булып, шуның 140-ы Ағиҙел аръяғында йәшәй.
Ауыл старостаһы Альберт Сибә­ғәтов менән әңгәмәләшәбеҙ.

– 2008 йылда элекке күперҙә йөк машинаһы ауҙы һәм уның бәләкәй генә бер өлөшө емерелде. Күперҙе төҙәтергә мөмкин ине, әммә комиссия килеп ҡарап, ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табып, уны тулыһынса емертте. Шул ваҡыттан алып ошондай ҙур проблема менән йәшәргә мәжбүрбеҙ. Ике өлөштән торған ауылды таҡтанан эшләнгән аҫыл­малы күпер тоташтыра. Уны халыҡтың үҙ көсө менән дә, урын­дағы ауыл хакимиәте бүлгән ярҙам иҫәбенә лә рәтләп тоторға тыры­шабыҙ. Башҡа мөмкинлек булмағас, кешеләр еңел машинаһы менән дә ошонан сығып йөрөргә мәжбүр. Ә был бик хәүефле. Аҫылмалы күперҙең тростары машина ауырлығы өсөн тәғәйен­ләнмәгән, уның көтмәгәндә өҙөлөүе ихтимал. Техника арҡаһында таҡталары ла тиҙ туҙа, – тип һөйләне староста.
Еңел машиналылар, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, таҡта күпер аша сығып йөрөһә лә, “Ашығыс ярҙам”, янғын техникаһы ауылдың теге яҡ ярҙағы халҡына бөтөнләй бара алмай. Ауырып киткән кешене, ауыр хәлдәге ололарҙы носилкаға һалып йәки берәйһенең еңел машинаһында (әлеге лә баяғы ҙур хәүеф аҫтында) был яҡ ярға алып сығып, дауаханаға оҙаталар.

– Көслө елдә аҫылмалы күпер ныҡ сайҡала, әммә магазиндар был яҡ ярҙа булғас, сығып йөрөргә тура килә. Әгәр күпер уртаһында еңел машина менән тап булышһаң, нисек юл бирергә белмәй, таяуҙарға тотоноп тороп ҡалабыҙ, – тип һөйләй оло ғына йәштәге инәйҙәр.
– Ярай әле, йәштәр ярҙамсыл, кәрәк-яраҡты алып килеп, йомо­шобоҙҙо үтәп торалар. Ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Вәсилә һәм Альберт Сибәғәтовтарға ҙур рәхмәтлебеҙ. Аҙыҡ-түлекте лә, кәрәкле дарыу­ҙарҙы ла улар аша алдырабыҙ, – тип тыйнаҡ ҡына итеп һүҙгә ҡушыла 72 йәшлек хеҙмәт ветераны Бибисара инәй Ғилманова.
Күпер мәсьәләһе, был проблеманы хәл итеү юлдары хаҡында Сермән ауылы хакимиәте башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова менән дә әңгәмәләштек.
– 2016 йылдың көҙөндә әлеге вазифаға һайланғас, был проблема менән яҡындан танышып, эш башланым.

Ысынлап та, ауылдың арғы яры яғында йәшәүселәр ыҙалыҡ менән йәшәй. Газ үтмәгәнлектән, утын әҙерләү, төҙөлөш материалдары алдырыу ҙа оло мәшәҡәткә әйләнә. Уның ише ҙур йөктәрҙе кисеү аша йәйгеһен, йылға һайыҡҡан мәлдә генә, сығарып ҡалалар. Ауылдың үҫерлек мөмкинлеге бар, тыуған төйәгендә төпләнергә теләгән йәштәр ҙә күп кенә, әммә тейешле та­лаптарға яуап биргән күпер булмау сәбәпле, төҙөлөш материалдарын йылға аръяғына сығарыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шунлыҡтан, күптәр ярҙың был яҡ ярында ғына йорт һалыуҙы уңайлы күрә.
Тәүге проект буйынса яңы күпер иҫкеһе урынында төҙөлөргә тейеш ине. Әммә ул проект дәүләт экспертизаһын үтә алманы – оло юлға ныҡ яҡын, боролошо хәүефле тип таптылар. Был мәшәҡәттәргә күп кенә ваҡыт уҙҙы. Унан һуң 2019 йылда яңы проект эшләнде, һәм бына ошо көндәрҙә генә ул дәүләт экспертизаһын үтеп, смета раҫланды. Проект-смета сығымдары 5,5 миллион һумға төштө. Шулай итеп, күпер төҙөүгә рөхсәт алынды, уның дөйөм хаҡы 56 миллион 740 мең һум тип билдәләнде. Был мәшәҡәттәрҙе атҡарып сығыуҙа район хакимиәте ҙур көс һалды. Әлеге ваҡытта аҡса бүленеүгә рөхсәт көтәбеҙ. Тейешле сумма тиҙ арала күсеп, төҙөлөш башланыр һәм, ниһайәт, ауыл халҡы йылдар дауамына һуҙылған оло проблема­һынан ҡотолор тигән өмөт-ышаныста ҡалабыҙ, – тип бөгөнгө хәл-торош менән таныштырҙы хаки­миәт башлығы.

Лилиә Вил ҡыҙы Аҙнағол халҡының һәр эшкә дәррәү тотоноуын да билдәләне. Күптән түгел берҙәм көс менән ауыл зыяратын тәртипкә килтергәндәр. Хакимиәт башлығы аҙнағолдарға ҡағылышлы тағы бер һөйөнөслө яңылығы менән уртаҡлашты – яңы модулле ФАП төҙөүгә документтар әҙерләнгән.
Беҙҙең менән осрашыу барышында ауыл халҡы урамдарға яһалма ҡалҡыулыҡ һалыу (халыҡтың мал-тыуары күпләп тапала), буш торған иҫке мәктәпте һүтеү, янғын машинаһы алыу кеүек мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе. Лилиә Вил ҡыҙы был проблемалар менән таныш булыуы, һәр береһе буйынса эш алып барылыуы тураһында белдерҙе. Ә шулай ҙа бөгөн ауыл халҡының да, урындағы етәкселектең дә иң ҙур теләге – яңы күперле булыу. Аҙнағолдарҙың оҙаҡ йылдарға һуҙылған хыялы тиҙ арала бойомға ашһын, тип теләйбеҙ.
Читайте нас