Хеҙмәткә алынғандарға түбәндәге социаль гарантиялар бар: тотороҡло, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, йыллыҡ түләүле отпуск һәм өҫтәмә ял, Рәсәй эске эштәр системаһында шифахана-курорт дауалауы, форма менән тәьмин ителеү, түләүһеҙ медицина хеҙмәтләндереүе, Өфө юридик институтына түләүһеҙ уҡырға инеү мөмкинлеге. Хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Рәсәй биләмәһендә ял урынына түләүһеҙ барыу, торлаҡты ҡуртымға алған өсөн аҡсалата компенсация ҡаралған.