Учалы Тау сәнәғәте колледжының “Ашнаҡсы һәм кондитер эше” майҙансығында йомғаҡлау аттестацияһы башланды.
Аҡъяр, Сибай, Йылайыр колледждарын тамамлағандар ҙа имтихандарҙы Учалыла тапшыра. Буласаҡ белгестәр бер нисә төр блюдо әҙерләй, ә уларҙың эшен республика колледждары уҡытыусылары баһалай.
Әйткәндәй, Учалы Тау сәнәғәте колледжында донъя кимәлендә танылыу яулаған етештереүселәр сығарған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған уникаль оҫтаханалар булдырылған. “Ашнаҡсы һәм кондитер эше” майҙансығы компетенцияһына ҡараған бындай оҫтаханалар республикала өсәү генә.
Имтихандар “Роспотребнадзор”, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы талаптарына ярашлы, бөтә санитар ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп уҙғарыла.
Фото Учалы Тау сәнәғәте колледжы сайтынан.