Был ялдарҙа бар республиканы шаулатҡан Мазовтар ғаиләһе яҙмышына тағы бер ни тиклем асыҡлыҡтар индерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һигеҙ ай буйына хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән ике баланың, биш йәшлек Слава менән һигеҙ йәшлек Ильяның кәүҙәләре йылға эсенән табылды.
“ПроУфу” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, кисә, 21 июндә Артем Мазовтың балаларының кәүҙәһенә экспертиза эшләнгән. Баҫма белдереүенсә, малайҙарҙың береһенең нисек үлеүен асыҡлай алмағандар (ҙурымы, бәләкәйеме, билдәһеҙ), сөнки уның кәүҙәһендә бер ниндәй йәрәхәт тә, көсләп үлтереү эҙе лә табылмаған. Бынан тыш, кәмендә береһенең кәүҙәһе бау менән бәйләнгән булыуы ла асыҡланған.