Йәмғиәт
22 Июня 2020, 11:30

Өфөлә күңел йырлай!

Башҡа ҡала һәм райондар Өфөгә тиңләшегеҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында сираттағы тапҡыр “Таҙалыҡ көндәре”н үткәреү тураһында хәтергә төшөрҙө. Уның фекере буйынса, республикала бөтә ҡала һәм райондар аҙнаһына бер тапҡыр санитар йома үткәрергә тейеш.
– Кешеләр сығырға тейеш: үлән сабылһын, сүп-сар йыйып алынһын. Беҙҙең ҡалалар таҙа булһын, – тине ул. – Тәьҫораттарым менән уртаҡлашам: ике көн буйы эш сәфәре һәм шәхси эштәрем буйынса Өфө буйлап йөрөнөм. Минең күңелем йырланы. Хистәремде башҡаса әйтә алмайым да, бөтә ерҙә лә тап-таҙа ине. Минең генә түгел, башҡа хеҙмәттәштәремдең дә фекере буйынса Орджоникидзе районы баш ҡаланың иң таҙа районына әйләнеп бара. Башҡа райондарҙа, проспект буйынса ла йөрөүе күңелле. Команда эшләй, бының өсөн ҙур рәхмәт.
Радий Фәрит улы был йәһәттән башҡа ҡала һәм райондар ҙа Өфөгә тиңләшергә тейеш тине. Был эш өсөн һәр муниципалитеттҡа махсус аҡса бүленә.
Фото: rb7.ru
Читайте нас