Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2020, 12:19

Төпкөлгә илһөйәрҙәр йән өрә

Ғәлиәхмәттәрҙең киләсәге бар.

Хәйбуллалағы Ғәлиәхмәт ауылы – район үҙәгенән 61 километр алыҫлыҡта урынлашҡан иң матур төбәктәрҙең береһе. Урман зонаһына ҡараған ауыл үҙенең бай тәбиғәте, йүкәлектең яҡында булыуы менән айырылып тора.
Ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәктәп бар. Бөтәһе 121 хужалыҡта 409 кеше көн итә, шуларҙың күбеһе – оло йәштәгеләр. Эшкә яраҡлы ир-ат ситтә һәм райондың тау сәнәғәте предприятиеларында эшләй. Халыҡ малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауылдың янғын һүндереү машинаһы бар һәм ирекле янғын һүндереү дружинаһы булдырылған. Уның етәксеһе һәм машина водителе булып оҙаҡ йылдар Айрат Азаматов эшләй. Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа ауылда янғын сығыу осрағы теркәлмәгән, әммә урман янғындарында ҡеүәтле машинаны файҙаланырға тура килә, “ҡыҙыл әтәс” ҡунаҡлаһа, ауыл халҡы ла, ирекле янғын һүндереүселәр ҙә ситтә ҡалмай.



Тарихҡа күҙ һалғанда


Ғәлиәхмәт ауылына 1927 йылда Аҡъюл ауылы халҡы нигеҙ һала. Элек был ерҙәр уларҙың аҫаба ере була. Граждандар һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙағы аслыҡтан һуң, НЭП осоронда хәлдәр яҡшыра башлай. Халыҡ һаны ла арта. 1927–1928 йылдарҙа тәү башлап Ғәлиәхмәт менән Ғәлиәскәр Ишемғоловтар Аҡъюлдан күсеп йорт һала. Артабан был ергә Ишемғоловтар, Аҡъюловтар, Ирғәлиндәр, Байғусҡаровтар килеп нигеҙ ҡора, йорт күтәрә. Ауыл тиҙ арала ҙурайып китә.
Ғәлиәхмәттән саҡ ҡына алданыраҡ, ике саҡрым алыҫлыҡта Нововасильевка тигән урыҫ ауылына нигеҙ һалына, был ауыл 1950 йылдарға тиклем йәшәй, аҙаҡ “перспективаһыҙҙар” исемлеген тулыландыра.1930 йылда илдә районлаштырыу башлана һәм Аҡъюл ауылында Аҡъюл ауыл Советы ойошторола. Тәүҙә ауыл хакимиәтенә 10 ауыл ҡарай: Аҡъюл, Аҡназар, Ғәлиәхмәт, Урыҫбай һәм бөгөн бөткән ауылдарҙан – Аҡъегет, Ишкилде, Ғәлекәй, Ибраһим, Һарғайы, Нововасильевка. Был ауылдар араһында Ғәлиәхмәт урта ер була, шуға күрә 1934 йылда ауыл Советы унда күсерелһә лә, ауыл хакимиәтенең атамаһы шул килеш тороп ҡала.
Һуғыштан һуң ауыл йылдам үҫә. 1958 йылда ҙурайтылған “Салауат” колхозы үҙәге лә Ғәлиәхмәттә урынлаша. 1961 йылда Аҡъюлдан һигеҙ йыллыҡ мәктәп күсерелә һәм бында 1968 йылдан урта мәктәпкә әйләнә. Һуғыштан һуң бөтөрөлгән ауылдар халҡы һәм аҡъюлдарҙың күбеһе Ғәлиәхмәткә күсеп ултыра. 1979 йылда халыҡ һаны 800 кешегә етә.
Ошо ауылда тыуып үҫеп, белем алып, бөгөн республикабыҙҙа төрлө өлкәлә уңыш һәм абруй ҡаҙанған ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана ғәлиәхмәттәр. Шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Йомабикә Ильясова, педагогия фәндәр докторы Вилә Баймырҙина, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова, отставкалағы хәрби подполковник, яҙыусы Харис Сәғитов, Эске эштәр министрлығы подполковнигы Сәйфүн Аҡъюлов, шәхси эшҡыуар Зимфера Хөсәйенова, Рәсәйҙең спорт мастерҙары Саяф Ирғәлин, Дим Тулыбаев, таусы-инженер Фәрит Аҡылов һәм башҡаларҙы билдәләргә мөмкин.
Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Буранбай Илбәков һәм район хакимиәтенең аналитика һәм мәғлүмәт бүлеге баш белгесе Сәлимә Байгилдина оҙатыуында Ғәлиәхмәт ауылы менән яҡындан танышырға сыҡтыҡ. Юлыбыҙҙы былтыр ғына сафҡа ингән яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктынан башланыҡ.


“Аҡ халатлы фәрештә”


Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуы, сифатлы медицина хеҙмәтенең яҡшыра барыуы – ҡыуаныслы күренеш. Үткән йылда Хәйбулла районында тәүгеләрҙән булып ауылда өр-яңы медицина учреждениеһы сафҡа инә. Был бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн уңайлы була, сөнки уларға хәҙер район үҙәгенә барырға кәрәкмәй, урында уҡ бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн махсус урын, хужалыҡ блогы бар, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандустар ҡуйылған, һыу үткәрелгән.
Егерме йылдан ашыу сәләмәтлек һағында торған Ғәлиәхмәт ауылы ҡыҙы Миләүшә Йылҡыбаева ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. “Аҡ халатлы фәрештә” тип йөрөтә уны ауылдаштары.
Сибай медицина училищеһын тамамлап, күрше Урыҫбай ауылында хеҙмәт юлын башлаған Миләүшә Фәтих ҡыҙы бер аҙ ваҡыт Өфө ҡалаһының 5-се балалар поликлиникаһында эшләй. 2011 йылда ул тыуған яҡтарына ҡайта һәм Аҡъюл ауылында эшен дауам итә. Медицина хеҙмәте ветерандары, оҙаҡ йылдар Ғәлиәхмәт ауылында фельдшер булып эшләгән аҡ халатлылар Рәхилә Тулыбаева менән БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Вәзимә Илбәковалар хаҡлы ялға сыҡҡас, Миләүшә Йылҡыбаева тыуған ауылына эшкә ҡайта. 2011 йылдан алып бөгөнгә тиклем ауыл халҡының сәләмәтлеген ҡайғыртып, уларҙың һаулығы өсөн борсолоп йәшәй. Ғәлиәхмәттәрҙең уны үҙ итеп “аҡ халатлы фәрештәбеҙ” тип атауҙарында ла хаҡлыҡ бар, бер үҙе 400-ҙән ашыу кешегә медицина хеҙмәте күрһәтә.
– Ауыл халҡына килгәндә, күберәк йөрәк сиренән яфаланыусылар һәм ҡан баҫымының юғары булыуына зарланыусылар мөрәжәғәт итә, – ти Миләүшә Фәтих ҡыҙы. – Мәктәпкәсә йәштәге һигеҙ бала бар, 59-ы – уҡыусылар. Быйыл ауылыбыҙға йәм өҫтәп, йәнә сабыйҙар тыуыуын көтәбеҙ, йәштәр ауылда төпләнә башланы.
Ғәлиәхмәт ауылы район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан, юлдар ҙа яҡшынан түгел. Шуға күрә дүрт ауылды хеҙмәтләндергән “Ашығыс ярҙам” машинаһының булыуы был төбәк өсөн бигерәк тә уңайлы. Кәрәк ваҡытта фельдшер оҙатыуында сирлеләр район дауаханаһына ебәрелә. “Ашығыс ярҙам” машинаһының алмаштырғыһыҙ водителе Саяф Нурбулатов төндә лә, ҡар-ямғыр яуһа ла, юл булмаған ваҡытта ла тәүәккәлләп һәр саҡ юлға сыға.


Белем усағында


Ҡайҙа ғына барһам да, урындағы мәктәпкә инеп, эштәре менән шәхсән танышып сығырға тырышам. Илдәге киҫкен хәлгә бәйле, мәктәптәрҙә уҡыусылар булмаһа ла, белем усағында эш туҡталмаған. Кемдер уҡыусылар менән онлайн рәүешендә имтиханға әҙерләнә, икенселәре сығарылыш класс уҡыусылары өсөн документтар менән булыша. Мәктәп директоры Илһам Ҡаҙаҡбаев беҙҙе үҙе ҡаршыланы һәм ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты.
Күптән түгел мәктәп янында “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә спорт ҡоролмалары урынлаштырылған. Хәҙер ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәре теләгән ваҡытта спорт менән шөғөлләнә, уҡыу барышында физкультура дәресе лә ошонда үтер, ти мәктәп директоры. Әйткәндәй, был тренажерҙар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” программаһы буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ярҙамы менән алынған.
– Спорт ҡорамалдары Калуга ҡалаһынан махсус ҡайтарылды, улар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә, юғары сифатлы. Уны урынлаштырыуҙа атайҙар әүҙем ҡатнашты, уларға ҙур рәхмәт, – ти Илһам Рафаэль улы.
Ғәлиәхмәт төп дөйөм белем биреү мәктәбендә 30-ҙан ашыу бала уҡый, уларға бөтәһе 11 педагог белем бирә. 11 бәләкәс мәктәп янындағы Әбеш филиалына ҡараған “Йәйғор” балалар баҡсаһына йөрөй. Быйыл беренсе класты өс уҡыусы тамамлаған, киләһе уҡыу йылына йәнә дүрт ҡыҙ һәм малай тәүге тапҡыр партаға ултырасаҡ.
Ауылда ғына түгел, республикала дөйөм демографик хәлдең киҫкен тороуы үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Балалар һанының йылдан-йыл кәмеүе ауыл мәктәптәре өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Был күренеш урындағы белем усағын да урап үтмәгән.

Мәктәп коллективының берҙәм һәм юғары кимәлдә эш алып барыуы уҡыусыларға сифатлы белем биреүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә уларҙы төрлө йүнәлештә үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, район буйынса үткән предмет-ара олимпиадаларында, төрлө конкурстарҙа ғәлиәхмәттәр призлы урын яулай, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.


“Яныу”ҙан туҡтамаған


Социаль объекттарҙың береһе булған мәҙәниәт йорто ауылға йәм биреп әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Клубҡа 2014–2016 йылдарҙа тулыһынса капиталь ремонт яһалған, өр-яңынан реконструкцияланған, яңы йыһаз һатып алынған. Бөгөн мәҙәниәт усағы бар талаптарға яуап биргән яҡты һәм ҡотло бинала урынлашҡан, ошонда уҡ китапхана ла урын алған.
Мәҙәниәт йорто директоры Розалиә Игебаева белдереүенсә, ауыл халҡы дәртле һәм талантлы. Төрлө мәҙәни саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә ағинәйҙәр һәр башланғысты хуплап, уны тормошҡа ашырыуға күп көс һала. “Хәтирә” фольклор ансамбле төҙөп, үҙҙәре өсөн сәхнә кейемдәре тектереп, ауылдағы һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнап йәшәй. Балалар өсөн “Йәйғор” вокаль, “Йондоҙҙар” бейеү ансамблдәре уңышлы эшләй.
Пандемия шарттарында мәҙәни усаҡ “яныуынан” туҡтамаған, бары тик саралар онлайн тәртибенә күскән, социаль селтәр аша ғәлиәхмәттәр төрлө флешмоб, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, үҙҙәре лә йырлай һәм бейей.
Китапханасы Гөлнәзирә Бикбова ла – ошо ауыл ҡыҙы. Китаптар донъяһына килеүенә күп түгел, 2018 йылдан ғына эшләй башлаған, әммә эшем бик оҡшай, ти ул.
– Китап фонды 10 меңдән ашыу дана тәшкил итә, ай һайын яңылары килеп тора. Халыҡ китап уҡымай, тип әйтә алмайым, китапханаға теләп йөрөйҙәр, бигерәк тә ҡыш килеүселәр күбәйә. Ҡурсаланыу осоронда теләгәндәргә үҙебеҙ йорттарына барып китаптар ҡалдырҙыҡ, әле лә был йүнәлештә эш дауам итә, – ти Гөлнәзирә Мансур ҡыҙы.

Рәмил Аҡылов, Зәбәйҙә Бикбова ауылдың иң күп китап уҡыусылары һанала.
Беҙ барғанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре баҡса янындағы рәшәткәләрҙе буяй ине. Ни тиһәң дә, йәй ҡыҙыу эш осоро шул.


Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ


Ауылдың алтын ҡуллы оҫтаһы Илдар Юнысовтың үҙе эшләгән әйберҙәрен күргәс, был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуына йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Етмәһә, өҙҙөрөп гармунда уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Ғүмере буйы Ғәлиәхмәт мәктәбендә балаларға белем биргән, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Илдар Танһыҡ улының йорто үҙе бер мөғжизәле донъяны хәтерләтә. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, ҡапҡаһынан уҡ пар аҡҡоштар һүрәте үҙенә ылыҡтырып, саҡырып тора. Ихата эсенә керһәң, иҫең китер: уң яҡта – автомобиль покрышкаһынан эшләнгән, бер-бер артлы теҙелеп киткән аҡҡоштар урын алған, һулда – төрлө ҡыңғырау сәскәләре, ағастан һырлап эшләнгән ял урыны, бәүелсәк... Быларҙың барыһы ла – Илдар Юнысовтың күңел йылыһын һалып башҡарған ҡул эштәре.
Һүрәт төшөргән, ағастан юнып-һырлап әйберҙәр яһаған, ҡайын туҙынан картиналар эшләгән, үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра алған ауыл оҫтаһына, ысынлап та, һоҡланмау мөмкин түгел. Ә бит ошо һәләтте ваҡытында күрә белгән, уны үҫтереүгә булышлыҡ иткән Әбеш урта мәктәбенең рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлим Ишемғоловҡа бөгөн сикһеҙ рәхмәтле Илдар Танһыҡ улы.
– Минең һөнәр һайлауымда уның роле ҙур булды. Хәтеремдә, VII класта уҡыған сағымда сираттағы рәсем дәресенән ҡанатланып ҡайттым да: “Мин ҙурайғас, Сәлим ағай кеүек рәсем уҡытыусыһы булам!” – тип әйттем. Ниәтем тормошҡа ашты, хыялыма нигеҙ һалған уҡытыусыма рәхмәт. Тырышып-тырышып хыялдан ысынбарлыҡ яһау күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Остазым Сәлим ағайға үҙе иҫән саҡта күңелемдә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп өлгөрә алғаныма ҡыуанам, – ти ул.

Һүрәт төшөрөүгә һөйөүе Илдар Юнысовты 1985 йылда Өфөнөң 2-се педагогия училищеһына алып килә. Студент йылдарында ағастан һырлап биҙәктәр, төрлө һындар яһарға өйрәнә. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, буласаҡ рәссам төрлө йүнәлештә үҙен һынап ҡарай. Ул ваҡытта әлеге кеүек интернет селтәре лә булмай, барыһын да үҙенә өйрәнергә тура килә.
Ул туған мәктәбенә үҙ ҡулдары менән эшләп, бүләк тапшырырға уйлай. Ниһайәт, уның күңеленә ауылдашы, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсын һынландырыу уйы килә. Етмәһә, мәктәп тә Герой исемен йөрөтә. Дүртенсе курста тәүәккәлләп, хыялын тормошҡа ашыра. Артабан Афған ерендә батырҙарса һәләк булған ауылдашы Булат Сәйфуллинға барельеф эшләй һәм 1988 йылда Әбеш урта мәктәбенә урынлаштыра.
Ҡулына диплом алған йәш белгес Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбенә эшкә ебәрелә һәм бөгөнгә тиклем йәш быуынға белем бирә, уларҙы матурлыҡ серҙәренә төшөндөрә, буяуҙар донъяһына илтә, малайҙарҙы ағастан төрлө һындар эшләргә өйрәтә.

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ситтән тороп тамамлай. Физика-математика бүлегендә белем алған Миңзәлә Шәйхетдин ҡыҙы менән матур ғаилә ҡора, бәхеттәрен тулыландырып бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Улар ҙа атайҙары кеүек йыр-моңға маһир, сәнғәткә ғашиҡ, үҙҙәре бар яҡлап талантлы ла.
Яратҡан шөғөлөнә Илдар Юнысов буш ваҡыты булғанда ғына тотона, әммә бер башлаһа, уны тамамламайынса туҡтамай. Бар күңел йылыһын, күҙ нурын һалып эшләгән ҡул эштәре тормош йәменә әүерелгән. Һуңғы ваҡытта оҫта ҡайын туҙына майлы буяуҙар ярҙамында төрлө һүрәттәр эшләп, күҙҙең яуын алырлыҡ картиналар ижад итеү, урманда үҫкән ябай ағас киҫәгенән, ботағынан һәм ҡайырыһынан төрлө әйберҙәр эшләү менән ныҡлап шөғөлләнә. “Тәбиғәткә сығып, уларҙы эҙләйем, тапһам, балаларса ҡыуанам, аҙаҡ эшләп бөткәс, күңелдә ниндәйҙер бер рәхәтлек тояһың”, – тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлаша алтын ҡуллы ауыл оҫтаһы.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле лә. Ғәлиәхмәт ауылы оҫтаһы Илдар Юнысовтың һөнәрҙәре етмештән дә уҙып китәлер. Күңелен күтәрерлек, илһам тыуҙырырлыҡ шөғөлө барында оҫта өсөн етмеш һаны һис тә сик түгел.


Ауыл ағинәйе


Ихатаһында етеҙ килендәй ырғыта баҫып, баҡса эшендә булышҡан Файза Бикбоваға ҡарап һис кенә үҙенең йәшен бирерлек түгел. 94 йәшлек инәй, ыҡсым кәүҙәһен төҙ тотоп, үҙенә генә хас эске бер йылмайыу менән беҙгә ҡаршы атланы. Әҡлимә килене һәм Мансур улы менән бергә 21 йыл татыу йәшәгән ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. 14 ейән-ейәнсәргә, 41 бүлә-бүләсәргә һәм бер тыуасарға бәхетле өләсәй ҙә ул.
Зиһене теүәл, хәтере шәп ағинәйҙе тормош артыҡ иркәләтмәй. Үҙенең ғүмер юлында уға бик күп ауырлыҡтар аша үтергә, Хоҙай тарафынан бирелгән һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, бала юғалтыу хәсрәтен кисерергә лә тура килә. Бала ҡайғылары теҙ сүктереп, ергә эйелергә мәжбүр иткән саҡта ла, ҡалғандары хаҡына яңынан үҙендә көс табып, артабан йәшәргә тырыша ул. Күңеленә ут тулғанда, йөрәккәйе өҙөлөп янғанда ла, башҡаларға күрһәтмәй күҙ йәшен. Ҡулына бәйләмен алһа, бар ҡайғы-хәсрәте таралып киткәндәй тойола.
– Хеҙмәттән бер ваҡытта ла ҡурҡманым, эш, киреһенсә, үҙе минән ҡурҡып торҙо, – тип тормош йомғағын тарата әңгәмәсем. – Уҡыу миңә эләкмәне, ғүмер буйы һыйыр һауҙым. Атайым һуғышҡа киткәс, әсәйем бер үҙе биш бала менән тороп ҡалды. Бала саҡтан эшләп, бешегеп үҫелде, шуға күрә рухи яҡтан көслөмөн (йылмая – авт.).
Файза инәй Ибраһим ауылы егете Хәмитйән Бикбов менән ғаилә ҡора. Бер-бер артлы балалары тыуа, аҙаҡ йәш ғаилә Ғәлиәхмәт ауылына йорт һалып, ошонда төпләнә.
Килене Әҡлимә бейеме хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр генә еткерә: “Бейемем шул тиклем егәрле, эш һөйөүсән. Ишеккә бер ваҡытта ла йоҙаҡ элмәнек, ул йортобоҙҙо ла ҡарашты, балаларҙы ла баҡты. Әле булһа йорт эштәрендә ярҙамлаша, һалмаһын да ҡырҡа, бейәләй-ойоҡбашын да бәйләй, баҡсала эшләргә ярата. Бер-беребеҙ менән серҙәш тә, кәрәк саҡта аҡыллы, фәһемле кәңәштәр ҙә бирә”.
Ауылдың аҡ күңелле ағинәйе, иң оло кешеһе Файза Бикбоваға артабан да балалары янында бәхетле йылдар кисереүен теләйбеҙ.


Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек


Ауылда халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Вәзимә менән Ислам Илбәковтар.
Мансур тауы итәгендә Илбәковтарҙың умарталары бер-бер артлы тигеҙ сафтарға теҙелгән “һалдаттар кеүек” ултыра. Тәбиғәттең хозур ҡосағында бал ҡорттары рәхәтләнеп безелдәй, күҙҙең яуын алыр хуш еҫле төрлө сәскәләрҙән бал йыя, аҙаҡ йүкә урманына “сәйәхәт” ҡылырға тотона.
Тәжрибәле умартасы Ислам Ҡәйүм улы умарта ултыртыу урынын юҡҡа ошо ерҙән һайламаған. Йәй буйы бында ҡорттары рәхәтләнеп осоп, үҙ эштәрен башҡара, хатта ҡышын да ошонда ҡала, улар өсөн махсус рәүештә ер ҡаҙылып, умартаны ултыртыу өсөн урын-аҙбар эшләнгән. Әйткәндәй, был ер хужа тарафынан ҡуртымға алынған.
Татлы балды ашауы ғына рәхәт, уны етештереү өсөн ете ҡат тиреңде сығарып, төн йоҡоңдо йоҡламай эшләргә кәрәклеген беҙ үҙебеҙ ҙә умартасылыҡта булып, бал ҡорттарынан “тешләнеп”, ҡортсоларға улар кеүек эшләргә кәрәклеген аңлап, был кәсептең ни тиклем мауыҡтырғыс һәм татлы булыуына ҡарамаҫтан, мәшәҡәте лә күплеген үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайттыҡ.
– Башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы ғына үрсетәбеҙ, ситтән ҡорттар алыу менән мауыҡмайым, үҙебеҙҙекен ишәйтеп, шуларҙы йыл һайын арттырып барам. Әле йөҙҙән ашыу умартам бар, ҡорттарҙың осоуына ҡарағанда, быйыл бал булыр тигән өмөттәбеҙ. Нәҙекәйбилдәр рәхәтләнеп оса, тиҙерәк бал йыйып алырға ашыҡмай, тимәк, йыл яҡшы килә. Быйыл ялан сәскәләренең күплеге хайран итте, уларҙың еҫенән баш әйләнә, сағыулығынан күҙ ҡамаша. Көҙгә, Алла бирһә, сәскә балы мул булыр. Ана, урман ситендә тиҙҙән йүкәләр ап-аҡ сәскәләргә күмелер, бына ул сағында ҡорттар бер-береһенән уҙышып, йүкә сәскәһенә ҡуна башлай. Шул саҡта килһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә шаһит булыр инегеҙ, – ти Ислам Илбәков.
Тәжрибәле умартасыға ҡатыны Вәзимә ханым булыша. Тиҙҙән Өфөнән ейәндәре Ғайсар, Ильяс, Камил ҡайтып, олатайҙарына ярҙам итәсәк. Ни тиһәң дә, малайҙарҙың һәр береһенә инселәнгән үҙ умарталары бар, уларҙы бала саҡтан ҡортсолоҡ шөғөлөнә өйрәтеп ҡалырға тырыша олатайҙары.

Әйткәндәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ислам Ҡәйүм улы быйыл умарталарҙы күтәреп ултыртыу өсөн махсус ҡоролманы үҙе эшләгән. Шуның ярҙамында “ГАЗель” автомашинаһына умарталарҙы тейәп, яланға алып килгән. Ысынлап та, үҙҙәре лә ҡорт кеүек эшләгәнгә күрә, Илбәковтарҙың өҫтәленән йыл әйләнәһенә татлы, шифалы башҡорт балы өҙөлмәй.


* * *

Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, бөгөн ауылда йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыла. Иң мөһиме – бында зәңгәр ут үткән, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә, ауыл урамдары яҡтыртылған,

балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән, ауыл янында быуа эшләнгән, юғары тиҙлектәге интернет үткәрелгән. 2015 йылдан алып ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ошо ауылда тыуып үҫкән йәш һәм булдыҡлы етәксе Буранбай Илбәков башҡара.
Йәнә бер күренешкә иғтибар иттек: ауылдың бөтә социаль учреждениеларында етәксе булып ошо ауылда тыуып үҫкән йәштәр эшләй. Тимәк, Ғәлиәхмәттә төпләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, уның киләсәгенә битараф булмаған, тыуған төйәктәрен артабан да күтәреп, ауылдаштары матур һәм уңайлы йәшәһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға һәләтле һәм дәртле йәштәр бар икән, ауылдың киләсәге, һис шикһеҙ, буласаҡ. Юҡҡамы ни, йәштәр барҙа ауыл да йәшәйәсәк, ти халыҡ та.


Хәйбулла районы.
Читайте нас: