Йәмғиәт
23 Июня 2020, 07:34

Ҡуян тотоу отошломо?

Был шөғөл ҡәнәғәтлек тойғоһо уята.

Ҡуяндарҙы күптәр һанға һуҡмай. “Ул да булдымы мал!” тиеүселәр бихисап. “Бер тинлек ҡуян, биш тинлек зыян”, “ҡуян тиреһе бер йылға ла түҙә” кеүегерәк әйтемдәрҙе лә йыш ишетәбеҙ. Шулай ҙа ҡуян тотоусылар һаны йылдан-йыл арта. Быны статистика мәғлүмәттәре лә иҫбатлай.
Баҡһаң, 60-сы йылдар башында республикала 400-гә яҡын ҡуянсылыҡ фермаһы булған. 70-се йылдарҙа был йәнлектәрҙең һаны 60 меңгә артҡан, фермалар йылына яҡынса ике мең тонна ит етештергән. 2016 йылда үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы малын иҫәпкә алыу һөҙөмтәләренә күҙ һалғанда, республикала 157 мең ҡуян бар. Шуның 150 меңе шәхси хужалыҡтарҙа аҫрала.
Бөгөн күптәр ҡуян үрсетеү менән ҡыҙыҡһына. Ысынлап та, йорт хай­уанын дөрөҫ тәрбиәләһәң, ҙур табыш алырға ла мөмкин.


Бала саҡтан килгән хыял


Бала саҡтан йорт ҡуяны аҫрарға хыяллана инем. Бер мәл ике йәнлек алып ҡараным. Тик уларҙы ҡарай белмәгәнгә, эшем уңышһыҙ тамамланды. Шулай ҙа күңелем һүрелмәне. Шәхси йорт алыу менән, Интернет селтәренән төрлө мәғлүмәт йыйып, өйрәнеп, йәнә ҡуян тәрбиәләргә булдым. Уларҙы ҡарарға Алмас улым менән Дилә ҡыҙым ярҙам итә. Шөкөр, хәҙер ҡуян үрсетеү буйынса байтаҡ тәжрибәм бар, хатта күптәр кәңәш һорап мөрәжәғәт итә.
Ҡуян үрсетә башлау өсөн, тәү сиратта, һәйбәт һәм уңайлы ситлектәр кәрәк. Интернет селтәрендә уларҙы эшләргә өйрәткән күп мәғлүмәт табырға мөмкин. Беҙ иһә иң ябайынан башланыҡ. Бына нисә йыл инде тәжрибә туплап, хаталарҙы иҫәпкә алып, яңыларын яһайбыҙ.
Әсәһенән айырған балаларын вольерҙа тотам. Уларға биш ай тулғас, енесенә ҡарап, айырым ситлектәргә күсерәм. Унда үҫмерҙәрҙе ҡарауы уңайлыраҡ.
Йорт ҡуяны үрсетергә уйлағандарға эште нимәнән башларға? Эргә-тирәгеҙҙә был йорт хайуанын аҫраған кешеләр булһа, бигерәк тә һәйбәт. Тәүге ҡуяндарҙы уларҙан алырға кәңәш итер инем. Күршеләрегеҙ бөтә нескәлектәрен өйрәтеп, аңлатып бирер.
Минең фекеремсә, тәү башлағандарға ябайҙарын алыу отошлораҡ, сөнки тоҡомло йорт ҡуяндары етдиерәк иғтибар талап итә. Уларға прививкалар, витаминдар һатып алып, даими рәүештә укол ҡаҙап торорға тейешһең.
Ҡуянды алты айҙан аталандырырға мөмкин. Ул 28 – 32 көндән һуң балалай. Балаларының һаны 5 – 12-гә етеүе ихтимал. Инә ҡуянға ҡараңғы һәм йылы оя хәстәрләү мөһим. Уға мул итеп үлән һалырға һәм һауытында гел генә һыу булыуын тикшереп торорға кәрәк. Балаһы тыуыр алдынан, торған урынын бесән менән тултырып, йүнәтеп ҡуйыу һәйбәт булыр.
Йорт хайуанын ҡурҡытып ҡуймағыҙ. Әлбиттә, ҡулға өйрәнгән ҡуяндар тынысыраҡ була, шулай ҙа, өңөн асып, балаларын тотоп ҡарауҙан тыйылығыҙ. Ҡайһы саҡта ҡуянды ситлегенән сығарам да мул итеп ашарға бирәм, әҙерәк һарай буйлап йүгерергә рөхсәт итәм. Шул арала инеп, балаларын ҡарайым. Тик ояһын боҙа күрмәгеҙ, был ҡуянға оҡшамаҫ.
Ҡышҡылыҡҡа балалы инә ҡуяндар өсөн бөтнөктән миндек бәйләйем. Ҡайһы ваҡыт ситлегенә инергә кәрәк. Шул саҡта мотлаҡ ошо миндекте һалам. Былай иткәндә, ят еҫ ҡалмай, йорт ҡуяны, бер ни булмағандай, ашарға керешә.
10 көндән бәләкәс шешҡолаҡтарҙың күҙе асыла. Улар яйлап ояһынан сыға, тирә-йүнгә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә. 15 – 20 көндән ашай башлайҙар. Ситлектәрендә тәмле бесән, төрлө ем булыуы шарт.
Ай ярым, ике ай уларҙы әсә һөтөнән өҙмәгеҙ. Тәүҙә беҙ бер ай тулғас та инәләренән айыра инек, тик улар яйыраҡ үҫте, йыш сирләне. Шуның өсөн оҙағыраҡ бергә тоторға кәрәк. Бындай ҡуян балалары әллә ни ауырып та бармай, ныҡ булып үҫә.


Нимә ашатырға?


Ҡуян алғас, тәүге мәшәҡәттәр уларҙы ашатыуға ҡайтып ҡала. Эш уңышлы барһын, малҡайҙар ауырымаһын өсөн, тәү сиратта уларҙы һәйбәт итеп ашатырға кәрәк.
Был йәнлек көнөнә 500 грамм тирәһе бесән ашай, ул алдында өҙлөкһөҙ торорға тейеш. Шулай уҡ таҙа һыуға ла интекмәһен. Һыуына бысраҡ эләкһә, уны эсмәй. Шуға иртәле-кисле һауытын сайып, таҙа һыу һалып тороғоҙ. Бесән һәм һыу – төп аҙыҡ. Әммә ҡуяндар тиҙ үҫһен өсөн, аҙыҡтарын төрләндереү зарур. Арпа, һоло, борсаҡ, кукурузды яратып ашайҙар. Ғөмүмән, баҡсала нимә үҫә, шуны бирергә була. Тик сама менән. Мәҫәлән, ҡыҙыл сөгөлдөр уларҙың эсенә тейеүе ихтимал. Ашлыҡ өсөн үҫтерелгән йә шәкәр сөгөлдөрөн дә тәүҙә һаҡ ҡына бирегеҙ. Ҡуян кәбеҫтә ярата тип башҡа һеңгән, ләкин был – яңылыш фекер. Йорт ҡуяндарына кәбеҫтә биреүҙән тыйылырға кәрәк. Әҙ-әҙләп кенә япраҡтарын ашатырға мөмкин.
Алдан әйтеп үткәйнем инде: баҡсала үҫкән һәр нәмәне бирергә була. Хатта сүп үләндәрен дә ашатырға ярай. Тик йәйгеһен яңы ғына сабылған бесәнде һалмағыҙ. Был уларҙың эсенә тейә. Яңы сабылған үләнде ҡояшта киптереп кенә бирергә була.

Ҡуяндар алма, кишер, ҡыяр, ҡабаҡтан бер ҡасан да баш тартмаясаҡ. Ә бына картуфты имеҙгән инә хайуандарға бирергә ярамай.
Уларҙы ашатҡанда мин ҡатнаш мал аҙығына өҫтөнлөк бирәм. Баҙарҙа бер тоҡтоң хаҡы 500 – 1000 һум. Был аҙыҡта кәрәкле бөтә ҡушылмалар һәм микроэлементтар бар. Әле генә инәһенән айырылған ҡуяндарға мотлаҡ ошондай аҙыҡ кәрәк. Шунһыҙ улар яй күтәрелә, ауырыуға дусар була. Бер тоҡ ҡуяндарыма ике аҙнаға етә. Бынан тыш, һоло, иген, арпа алам. Был аҙыҡты улар ике аҙнала ашап бөтә. Айына ашатыуға кәм тигәндә биш мең һум китә (миндә әлегә 70-кә яҡын ҡуян бар). Иген ваҡлай торған аппарат алып, төрлө ашлыҡтан, бесән, әрем ҡушып, үҙең ҡатнаш аҙыҡ эшләгәндә, осһоҙораҡ та, файҙалыраҡ та буласаҡ, әлбиттә.
Ҡуяндарҙың тештәре ныҡ, аҙыҡ-түлектә күҙәнәкле туҡыма етәрлек булһын өсөн, ҡышҡылыҡҡа миндектәр әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн ҡырағай алма, миләш, тал, ҡайын, имән, ҡарағат, ҡурай еләгенең ботаҡтары һәйбәт. Ҡышын улар был миндектәрҙе яратып ашай. Бөтнөк, кесерткән, әрем миндектәре төрлө ауырыуҙарҙан ярҙам итер.
Мин иһә ҡышын ашатыу еңелерәк булһын өсөн, күп итеп топинамбур ултыртам. Был үҫемлек бик уңайлы: ботаҡтарын, япраҡтарын ҡуяндар яратып ашай. Көҙөн уның картуф һымаҡ бүлбеләрен биреп, иткә тип үҫтергәндәрен һимертеү өсөн бик тә ҡулай. Топинамбур баҙҙа ла һәйбәт һаҡлана. Тағы ла кипкән икмәк йәш ҡуяндарҙы үҫтереп ебәреүгә һәйбәт булышлыҡ итә.
Дөрөҫ ашатыу – уңыштың 80 проценты ул. Боҙолған, әсегән, күгәргән аҙыҡ эләкте икән, уларҙың ағыуланыуы ихтимал. Шуға ла ҡура таҙа, һауыттары йыуылған булырға тейеш.
Беҙ ҡуяндарҙы көнөнә ни бары ике тапҡыр ашатабыҙ: иртән һәм кис. Гел генә бер үк ваҡытта ашатҡанда, улар ошо режимға өйрәнә. Ғөмүмән, ҡуяндарҙың һаулыҡ торошо ашатыуға ныҡ бәйле.


Сирҙәрҙе дауалау сере бар


Ҡуян аҫрауҙың төп мәшәҡәте уларҙың ауырыуҙарына бәйле. Инәһе бала табып, уларҙы үҫтергәндән һуң, тынысландым ғына тигәндә, ауырыуҙар менән күҙмә-күҙ осрашаһың. Тәүге тапҡыр ике көн эсендә инәһенән әле генә айырылған егермеләгән ҡуян балаһы үлгәс, инде ҡул һелтәрмен, тип төңөлөп тә ҡуйғайным.
Шулай итеп, ҡуян тиҙ үрсей. Әммә талымһыҙ, ашамһаҡ хайуан булһа ла, ауырыуҙарға дусар һәм, уларҙы мәлендә күреп ҡалып, дауаларға кәрәк. Бының өсөн иң беренсе һарайҙа өҫтәл һәм уның өҫтөндә лампа булыуы зарур. Ҡуяндарҙың аҫтын таҙартҡанда, мотлаҡ малҡайҙы ҡулға алып, аяҡтарын, ҡолағының эсен, арҡаһын һыйпап алам. Был процедураны аҙнаһына бер эшләһәң, хайуандар ҡулға ла өйрәнә, ниндәйҙер яра, ауырыуҙы күреп ҡалыуы ла еңелерәк.
Ауырыуҙарҙы булдырмауҙың иң ышаныслы ысулы – вакцина яһатыу. Укол эшләргә өйрәнеүе ауыр түгел. Миңә был мәлдә улым Алмас ярҙам итә. Ул ҡуянды ҡыҫып ҡосаҡлап тора, мин укол ҡаҙайым.
Ҡуяндар ниндәй йоғошло сирҙәр менән ауырый һуң? Тәү сиратта, миксоматоз, ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Күпселек осраҡта хайуандың үлеме менән тамамлана. Төп билдәһе: башы шешә, ҡолағы аҫылынып төшә, башының формаһы үҙгәрә, күҙе ҡыҙара. Ҡуян килбәтһеҙ хәлгә инә һәм бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс үлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауырыу башҡаларға тиҙ йоға. Шуға һәләк булған малды күмергә кәрәк, тиреһен алмағыҙ. Был ауырыуға юлыҡһағыҙ, һарайҙы хлор, эзбиз менән дезинфекциялағыҙ.
Геморрагик ауырыу. Был сир тиҙ үтә. Башта уны ағыуланыу менән бутарға була, сөнки ниндәйҙер аныҡ ҡына билдәләре юҡ. Шулай уҡ күпселек осраҡта үлемгә килтерә. Миксоматоз менән геморрагик ауырыуға ҡаршы вакциналар бар. Уларҙы ҡуяндарға ике ай тулғас эшләргә кәрәк. Бер башҡа 0,5 миллиметр дозала укол эшләйҙәр. Иммунитет бер йыл буйы һаҡлана. Ҡалаға яҡын йәшәгәндәргә уларҙы ветеринария дарыу­ханаһында һатып алырға була. Ә ул һеҙҙән алыҫ булһа, ауыл биләмәһе хакимиәтенә беркетелгән ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ. Ул һеҙгә вакцинаны яҙҙырып алып бирер.
Мастит. Имеҙгән ҡуяндарҙа йыш осрай торған йоғошло сир. Имеҙә башлау менән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Малҡайҙың елене ҡыҙара, ҡата, эсендә яралар, эренле шештәр барлыҡҡа килә. Вишневский майын, “Левомеколь” дарыуын һөртөргә кәрәк. Ҡуян балаларына был ваҡытта һөт эсереп ҡарағыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу шашһа, инә ҡуянды һуйырға тура киләсәк.
Имеҙгән инәгә картуф биреүҙән баш тартығыҙ, тип иҫкәрткәйнем бит. Был иҫкәрмә мастит менән бәйле. Картуфтағы крахмал һөт юлдарына тығылыуы ихтимал. Бынан да мастит барлыҡҡа килә.
Ринит. Йәки икенсе төрлө әйткәндә, йоғошло тымау. Был ауырыуҙы нисек белергә була? Тәү сиратта, әлбиттә, сөскөрөү-бышҡырыуҙан. Ҡуяндың танауынан шыйыҡса аға, тән температураһы күтәрелә, эсе китә.
Әгәр был билдәләрҙе күрҙегеҙ икән, ауырыу малды шунда уҡ икенсе бүлмәгә күсереп ябырға кәрәк. Ситлеген хлорлы эзбиз менән эшкәртегеҙ. Сир тыуҙырған матдә асыҡ һауала тиҙ үлә, ә бына тиҙәк менән үләкһәлә өс айға тиклем һаҡлана. Шуға уларҙы яндырырға кәрәк.
Ауырыу хайуандың танауына көн һайын фурацилин йә пенециллин иретмәһе тамыҙырға кәңәш ителә.

Йоғошло стоматит.Төп билдәһе – ауыҙҙан шайыҡ ағыу. Күпселек осраҡта 20 – 90 көнлөк ҡуяндар ауырый. Уларҙың теле, танау эсе ҡыҙара, шешектәр барлыҡҡа килә, шыйыҡса аға.
Ауырыуҙы ваҡытында күреп, мәлендә дауалай башлаһаң, уны тиҙ арала һауыҡтырырға була. Күршем бындай осраҡта ике процетлы баҡыр купоросының иретмәһе менән көнөнә бер нисә тапҡыр ауыҙын йыуа. Ә мин стрептоцид таблеткаһын порошок хәленә тиклем иҙәм дә ауыҙына һибәм.
Кокцидиоз. Шешҡолаҡтың аппетиты кәмеһә, ябыҡһа, лайлалы тиресәһе аҡ төҫкә инһә, эсе китһә, ашҡаҙаны күпһә – был ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе – кокцидиоз була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ауырыуҙан дауа уйлап табылмаған. Шулай ҙа уны булдырмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк: ситлектең иҙәнен таҡтанан эшләгеҙ. Тағараҡтар гел таҙа булырға тейеш. Айына бер булһа ла ситлекте эҫе һыу менән йыуығыҙ.
Ҡысынма. Сир талпандан йоға. Талпан һарайға бесән менән бергә килеүе ихтимал. Ҡутырҙы күргәс тә, уны скипидар менән эшкәртегеҙ. Ҡутырҙарын йыйып яндырырға кәрәк. Дауалауҙы биш көндән ҡабатларға тәҡдим итәләр. Ситлектәрҙе һәм һауыттарҙы биш процентлы креолин иретмәһе менән эшкәртергә кәңәш ителә, ләкин дарыуҙы ҡулланғанда, бөтә ҡуяндарҙы һарайҙан сығарырға кәрәк. Беҙҙең ундай мөмкинлек юҡ, шуға башҡа ысулдар уйлап табырға тура килә.
Ҡолаҡ талпаны. Ҡуяндың ҡолағының эсен даими рәүештә тикшереп торорға кәрәк. Әгәр эстә ҡутыр барлыҡҡа килеп, улар тынысһыҙлыҡ белдерһә, тимәк, ҡолаҡ талпаны йоҡторғандар. Был ауырыу әсәнән балаларына күсеүе ихтимал. Ата ҡуян ауырыу икән, тимәк, инә ҡуян да ауырып китәсәк. Был ауырыуҙан оҙаҡ йонсоноҡ беҙ. Инде бөттө тигәндә, йәнә килеп сыға.

Хәҙер мин уны дауалай беләм. Тәү сиратта водород перекисы һәм “Барс” тип аталған махсуслаштырылған дарыу алырға кәрәк. Тәүҙә ҡуяндың ҡолағына перекись тамыҙабыҙ. Ул ҡутырҙарҙы йомшарта, таҙарта. Шунан уларҙы ипләп кенә пинцет менән алырға кәрәк. Һуңынан дарыу тамыҙырға. Биш көндән процедураны ҡабатлап, еңел һуларға була.


Төп шарт – таҙалыҡ


Ғөмүмән, ҡуяндарҙың ауырыуҙары буштан барлыҡҡа килмәй, ниндәйҙер сәбәп булған осраҡта ғына улар сирләп китә: үтә ел, бысраҡ, сифатһыҙ аҙыҡ, ваҡытында ашатмау. Балаларын әсәләренән иртә айырыу ҙа был тоҡомдоң сибек булып үҫеүенә йоғонто яһай.
Йылдар буйы тупланған тәжрибәнән иң һөҙөмтәле кәңәштәр:

1. Ике-өс айға бер ҡуяндарҙың эсәр һыуына өс көн дауамында биш-алты тамсы йод ҡушып эсерегеҙ. Улар был һыуҙы яратмай, әммә башҡа сара ҡалмаһа, эсергә мәжбүр. Был күпселек ауырыуҙарҙан иҫкәртеү сараһы булып тора.
2. Дарыуханала “Һөт кислотаһы” һаталар. Был препаратты ла даими рәүештә ҡуяндарҙың һыуына ҡушып эсерегеҙ. Сара иммунитетты күтәрергә ярҙам итә.
3. Үҫеп килгән ҡуяндарға һәм тоҡомға ҡалдырғандарына даими рәүештә кесерткән һәм әрем ашатығыҙ. Был үләндәр ҙә ауырыуҙан һаҡлай. Тик ҡуянды һуйыр алдынан ике аҙна уға әрем бирергә ярамай, сөнки тәме итенә сыға.

Тоҡомлолары мыжыҡ була


Кеше ҡуянды эт, һыйыр һәм кәзәнән һуң эйәләштергән. Боронғо Рим яҙмаларында тәүге йорт ҡуяндары тураһында мәғлүмәт бар. Ошо мәлдән уларҙың төрлө тоҡомдарын сығарғандар. Бәләкәй генә йәнлектең файҙаһы күп: диетик ите, йөнө йә тиреһе.
Донъяла ҡуяндарҙың ике йөҙҙән ашыу тоҡомо һанала. Уларҙы шартлы рәүештә дүрт төркөмгә бүлергә була: декоратив, итле, йөнлө һәм тире өсөн. Шулай итеп, әгәр үрсетер булһағыҙ, тәү сиратта уның тоҡомон самалағыҙ. Ҡуян тота башлағанда иң ябай, йыш осраған тоҡомға туҡталығыҙ, тип әйтеп үткәйнем. Был – иң ябай ысул. Тәү сиратта ҡуяндар менән яҡынданыраҡ танышыр һәм нескәлектәрен өйрәнеү өсөн. Тоҡомлоларын, ҙурҙарын ҡуяндарҙы ҡарауы ауырыраҡ.
Ҡуян тота башлағандан бирле төрлөләрен алып ҡараным. Хаталанған осраҡтар бихисап булды. Үҙеңә оҡшаған, ҡул килешкән тоҡомдо табыу, ай-һай, ауыр.
Беҙ эшебеҙҙе “совет шиншиллаһы” тип аталған тоҡомдан башланыҡ. Кәүҙәһе оҙонса, һоро йә ҡара. Уның ауырлығы әллә ни ҙур түгел – өс килограмм тирәһе. Ауырыуға бик бирешмәгән был әрһеҙ тоҡомға иғтибар бирергә кәңәш итәм. Инәләре – һәйбәт әсәй, 6 – 11 бала таба, бөтәһен дә юғалтыуһыҙ үҫтерә. Йылына кәм тигәндә дүрт тапҡыр балалатырға була. Өс инә, бер атаны гел ҡалдырып торам, сөнки башҡа ҡуяндар менән уңышһыҙлыҡҡа осраһаң да, былар бер ваҡытта ла ҡыйын хәлдә ҡалдырмай.
“Калифорния” тип аталған тоҡомдо ныҡ маҡтайҙар ине. Йәнәһе лә, дүрт ай эсендә дүрт килограмм тирәһе ауырлыҡ йыя, биш айҙан аталандыра башларға була. Ҡыҙығып, беҙ ҙә был тоҡомға ҡараған ике инә, бер ата алдыҡ, тик оҡшатманыҡ.
Бәлки, ҡуяндарҙы һатҡан кеше беҙҙе алдағандыр. Башҡаса был төр ҡуянды һайламаныҡ. Әлеге тоҡомдоң ҡолаҡтары, аяҡтары һәм мороно һоро төҫтә. Ҡолаҡтары 11 сантиметрға тиклем оҙонлоҡта. Күҙҙәре ҡыҙыл, кәүҙәләре йомро, аяҡтары ҡыҫҡа. Был тоҡомға ҡараған ҡуянды алғанда, уның танауына иғтибар итергә кәрәк: ул көмрө булырға тейеш.
“Һоро бәһлеүән” тип аталған ҡуяндарҙы ла алып ҡараныҡ. Тик артабан үрсетеүҙән баш тарттыҡ (сәбәбен һуңғараҡ аңлатырмын). Был тоҡом Украинала сығарылған. Ҙур ҡуяндарҙың ауырлығы ете килограммға етә. Талымһыҙ, һыуыҡҡа бирешмәй. Инә ҡуян, кәм тигәндә, һигеҙ бала таба. Тиреһенең төҫө – көлһыу.
“Аҡ бәһлеүән” беҙгә Бельгиянан килгән. Бельгия, “совет шиншиллаһы” һәм “һоро бәһлеүән” тоҡомдарын ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тиреһе ап-аҡ төҫтә, күҙҙәре ҡыҙыл. Кәүҙә оҙонлоғо 60 сантиметр самаһы. Уртаса ауырлығы биш-алты килограмм. Инәһе уртаса ете-туғыҙ бала таба. Тар ситлектә тотҡанды яратмай. Тиреһе эшкәртеүгә һәйбәт. “Һоро” һәм “аҡ бәһлеүән” тоҡомдарын алып ҡараным, тик артабан уларҙы үрсетеүҙән баш тарттым, сөнки “Бельгия фландеры” тип аталған тоҡомға ғашиҡ булдым. Тәүҙә фотоларына ҡарап ҡына һоҡлана инем. Унан алыҫтан һатып алдым, тик тәүге ҡуяндарым бер йыл йәшәп үлде. Береһе хатта яман шеш менән ауырыны.
Ҡышҡыһын Татарстандың Аҡтаныш районынан тағы өс ҡуян барып алдым. Был юлы ҡуяндар ҡыуандырҙы. Уларҙың башы ҙур, ҡолаҡтарының оҙонлоғо 25 сантиметрға етә. Кәүҙә оҙонлоғо – 65 сантиметр тирәһе, ауырлығы 6 – 10 килограмм самаһы. Беҙҙең ата ҡуян – 11 килограмм. Төҫө, ғәҙәттә, ҡыҙғылт һоро. Инә ҡуян 8 – 15 бала таба. Был ҡуян аҡыллы, ҡулға тиҙ эйәләшә, холҡо тыныс. Шуға ла тап ошо ҡуянды үрсетеү тураһында хыялландым.
Сит илдә уларҙы йортта эт урынына тоталар икән. Ышанам, сөнки был малҡайҙар аҡыл яғынан башҡа ҡуяндарҙан күпкә өҫтөнөрәк. Мәҫәлән, беҙҙең ата ҡуян ситлектән сығып, һарай буйлап йөрөп алырға ярата. Ситлектән сығыр өсөн ул алғы аяҡтары менән ишекте һелкетә. Келә ысҡынғас, рәхәтләнеп үҙ эштәре менән була. Тик ... һарайға кеше инеү менән йүгереп үҙ урынына барып ултыра. “Ишек асылды бына, ә мин эш боҙманым. Ҡарап ултырам әле”, – тигәндәй. Ашарға ла уларға иң беренсе һалырға кәрәк. Тәмлекәстәр икенсе ҡуяндарға эләкмәҫ борон. Башҡаларҙы алдан ашатһаң, сүлмәктәрен ауҙарып, барабан һуға башлайҙар.
Тик ҙур ҡуяндар мыжығыраҡ. Уларҙы ентекләберәк тәрбиәләргә, күберәк иғтибар бирергә кәрәк. Хаҡы ла ҡыйбат булғас, балаларын юғалтыуһыҙ үҫтерге килә. Шуға даими рәүештә төрлө витамин ҡаҙап, прививкалар эшләп тороу мөһим. Ашатыу яғынан да уларға иғтибар күберәк бүленә.
Тиреләрен тәүге осорҙа ташлай торғайныҡ. Һуңынан уларҙы эшкәрткән кешене табып, тирене эшкәртә башланыҡ. Уларҙың матур килеп сыҡҡанын күреп, махсус рәүештә “рекс” тип аталған ике ҡуян алдым. Улар вағыраҡ. Ауырлыҡтары – өс килограмм самаһы. Ҡолағы ҡыҫҡа. Ә бына тиреләре ғәләмәт матур. Һатып алғанда мыйыҡтарына иғтибар итергә кәрәк. Ысын, тоҡомло “рекс”тың мыйыҡтары бөгөлөп тора йә ҡыйышыраҡ булып үҫә. Был – тоҡомдоң төп айырмаһы.
Былтыр, күҙ ҡыҙып, дебет ҡуяны алдым. Бейәләй, йөн ойоҡ бәйләге килә. Йөнлө ҡуянды табыуы ҡыйын. Хаҡы ла тешләшә, сөнки уларҙы үрсетеүе ауыр, балаларын насар ҡарай, үлтереү ихтималлығы көслө. Тәрбиә яғынан шулай уҡ иғтибарҙы күп талап итә. Ай һайын йөнөн ҡырҡып торорға кәрәк. Болот кеүек йомшаҡ малҡай ҡулды ярата. Йөнөн ҡырҡыу ауыр булыр тип ҡурҡҡайным. Киреһенсә, уға йөн уңайһыҙлыҡ килтерәлер, моғайын. Шуға йәйелеп ята ла, эште тамамлағанды сабыр ғына көтә. Дебет ҡуяны менән булышыуы шул тиклем ҡыҙыҡ. Бер ҡырҡҡанда, кәм тигәндә, 300 грамм йөн алаһың.
Әле модаға “Полтава көмөшө” тигән ҡуян инде. Ҡуянсылыҡ менән шөғөлләнгән бөтәһе лә яңыраҡ селекция үткән был тоҡомға иғтибар бүлә. Көҙгөлөккә мин дә заказ биреп ҡуйҙым. Ҡуяндарҙың был төрө талымһыҙ. Тиҙ үҫә. Дүрт ай эсендә артабан үрсетеүгә лә, һуйыуға ла әҙер. Тиреһе ныҡ матур. Төҫө тигеҙ, йөнө ҡуйы.
Тиҙ үрсегән, яратып ҡараған тағы бер төр ҡуяндарым – “Яңы Зеландия” тоҡомло ҡуян. Ҡолағы ҡыҫҡа, кәүҙәһе яҫы. Тиреһе матур, ите тәмле. Тиҙ үҫә, һәйбәт үрсей. Балаларын да һәйбәт ҡарай. Ашамһаҡ. Һәйбәт ҡарағанда, ике айҙа ауырлығы ике килограммдан артып китә. Һәр яҡлап та, был тоҡомға өҫтөнлөк бирәм.
Минең өсөн иң мөһиме – уларҙың тыныс холҡо. Башҡа ҡуяндарҙы ҡулға алһаң, улар тибешә, сапсый. Хатта тешләгән осраҡтары булғылай. Ә бына былары ҡулға алыу менән уйынсыҡҡа әйләнә. Ни эшләтһәң дә, ризалар.
Интернетта ҡуян тәҡдим итеүселәр күп. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алыуы ҡыйын түгел. Әммә һатып алғанда алданыу ихтималлығы ҙур. Шуға тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә?
1. Һатыусы һеҙгә ҡуяндың ниндәй шарттарҙа тороуын күрһәтһен, ата-әсәһен ҡарағыҙ. Улар, ысынлап та, әйтелгән тоҡомға тап киләме?
2. Ауырыу түгелдәрме? Ҡуянды ҡулға алып, бөтә яҡтан ҡарап сығығыҙ: ҡолағы таҙа булһын, тәпәйҙәрендә, эсендә яралар булырға тейеш түгел. Күҙҙәренән, танауынан шыйыҡса аҡмаймы? Тиреһендә пеләш урындар юҡмы? Эсе киткәне тойолмаймы?
3. Һатыусы хайуандарға ҡасан һәм ниндәй прививкалар эшләгән? Көнөн, дарыуҙың исемен яҙып алығыҙ.
4. Әгәр һатыусы һеҙҙе һарайына индермәй икән, тимәк, йәшерер нәмәһе бар. Ул кешенән һатып алыуҙан баш тартығыҙ.
5. Бер төрлө генә ҡуяндарҙы ҡарауы күңелһеҙ миңә, шуға мин төрлө тоҡомлоларын алам. Ғәҙәттә, бер ата һәм ике инә.

Тоҡом оҡшаһа, ҡан ҡушылмаһын өсөн йә икенсе ата, йә икенсе инәләр алырға тура килә.
6. Яңы алынған ҡуяндарҙы шунда уҡ икенсе ҡуяндар эргәһенә индермәгеҙ. Ун көн самаһы башҡа урында карантинда тотоғоҙ. Был сара башҡаларҙы ауырыуҙан һаҡларға ярҙам итәсәк. Яңы алынғандары ауырыу булып сыҡһа, ун көн эсендә был беленәсәк.


Ниндәй йорт хайуанын тоҡомға ҡалдырырға?


Ҡуяндың ниндәй тоҡомон алырға икәнен аныҡланыҡ, шикелле. Ҡайҙан алырға тигән һорау ҙа тыумай. Шулай ҙа, эш уңышлы барһын өсөн, хайуандың алты айға тиклем үҫкәнен көтөргә кәрәк. Ҡайһы бер тоҡомло ҡуяндар дүрт айҙан аталандырыуға әҙер була. Әммә тоҡом көслө, инә балаларҙы ҡарауға әҙер булһын тиһәк, уларҙы алты айҙан, “фландер”ҙарҙы иһә һигеҙ айҙан һуң ғына ҡушырға була. Инә ҡуянды ата ҡуяндың ситлегенә ултыртырға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр инәне бер нисә көнгә “ҡунаҡҡа” ҡалдырырға кәңәш итә. Мин улай оҙаҡ көтмәйем, сөнки ата ҡуян уны тешләүе, йәрәхәтләүе ихтимал. Бер-ике сәғәт ваҡыт етә. Махсус блокнотта ошо көндө билдәләп ҡуям. Хәҙер бөтөнләй анһат ысул таптым – ситлеккә аҡбур менән яҙам.
Ошо көндән алып инә ҡуяндар айырым иғтибарҙа. 30 көн уларҙы ныҡлап ашатам, борсомаҫҡа тырышам. Ояһына бесәнде күберәк һалам. Бәпәй көтәбеҙ. Ҡуян балалағас, уға тәмлекәстәр биреп, ипләп кенә ояһын ҡарайым. Ғәҙәттә, үлгән балаларын улар ситкә һала, йә бөтөнләй тышҡа сығарып ҡуя. Уларҙы алырға кәрәк.
Ҡышҡыһын һәм яҙ башында тыуған ҡуяндарҙың иммунитеты һәйбәт була. Уларҙы артабан үрсетеүгә ҡалдырыу – иң яҡшыһы. Әгәр ҡуяндың инәһе даими рәүештә юғалтыуһыҙ, биштән ашыу бала тапһа, уларҙы һәйбәт ҡараһа, тимәк, был әсәнән беҙ тоҡом ҡалдырабыҙ.
Шулай итеп, әгәр ике инә, бер ата ҡуян алдығыҙ икән, артабан уларҙы үрсетеү эше – туҡтауһыҙ процесс. Был инәләрҙән алған ҡуяндарға ситтән ата һатып алыу иң отошлоһо булыр. Ҡанды алмаштырып тороу тик файҙаға ғына. Бер ҡуянды ике-өс йыл тоторға була. Артабан уны тоҡомға ҡалдырыуҙан фәтүә юҡ.
Ҡуяндарҙы иткә генә үрсеткәндә, тоҡомло ҡуяндарҙы тоҡомһоҙға ҡушыу осраҡтары йыш осрай. Был үҙен ниндәйҙер кимәлдә аҡлай ҙа. Тоҡомһоҙ инәне тоҡомло атаға ҡушһаң, балалары эрерәк, көслөрәк була. Тик был ҡуяндарҙы иткә генә ҡулланырға кәңәш итәм, сөнки артабан алынған тоҡомдоң ауырыуҙарға иммунитеты булмай, тоҡом сифаттарын да юғалта.
Һарайҙағы ҡуяндарҙың тоҡомон һаҡлау өсөн иҫәп дәфтәре алып барыу – иң яҡшы ысул. Бер бағанаға инә ҡуяндарҙың исемдәрен яҙам. Мәҫәлән, сентябрҙә ике ҡуяным балаланы: ояһында нисә бала булғанын теркәп ҡуям. Был ҡуяндарҙан тоҡом ҡалдырһам, исем ҡушып, исемлеккә индерәм. Йыл аҙағында инә ҡуяндың нисә тапҡыр балалағанын, күпме бәпес килтергәнен иҫәпләүе һәм артабан уның менән “контракт­ты” оҙайтырға кәрәкме-юҡмы икәнлеге күренеп тора.
Тәжрибәле ҡуян үрсетеүселәр тоҡом­солоҡ эшен өс өлөшкә бүлә: 60 – 90 көн дауамында ҡуян балаларын ояһында күҙәтә. Икенсе этап – әсәһенән айырғас. Был осор ҡуян балалары өсөн иң ауыры. Ошо мәлдә улар ауырыуға дусар була, һәләк булыуҙары ихтимал. Уларҙың араһынан көслөһөн һайлап алыуы ҡыйын түгел. Ә бына өсөнсө этап ҡуян тотҡан хужа өсөн ауыр. Тоҡомға ҡалдырылған инә ҡуян тәүге тапҡырҙан уҡ һәйбәт әсә булып китә алмай. Был бик һирәк осраҡта ғына була (мәҫәлән, минең тәжрибәмдә). Йә ул бала таба ла, йөнөн йолҡмай, бәпестәре өшөп үлә. Йә ашата белмәй, йә ҡыҙғанып баҫып үлтерә. Ундай ҡуяндарға икенсе тапҡыр үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек бирәм. Инде икенсе тапҡыр ҙа уңышлы булмай икән, был инә менән хушлашырға тура киләсәк.
Ата ҡуянға килгәндә, ул – һарайҙа хужа! Үҙенең баһаһын белә. Көслө, ысын ир-ат. Һуғышҡан, сапсышҡан, тешләшкән ата менән шунда уҡ хушлашам. Ата ҡуянды бер йылдан ашыу тотмайым. Йыш алмаштырам. Күпселек ваҡытта ситтән һатып алам. Миңә шулай уңайлыраҡ. Ун инәгә бер ата етә. Ә тоҡомло ҡуяндарға ҡараш ошолайыраҡ: бер ата, ике инә һатып алам. Тоҡом оҡшаһа, артабан үрсетергә теләк булһа, инә ҡуяндарға яңы ата алам.
Тоҡомға ҡуян ҡалдырырға теләһәгеҙ, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

1. Тәү сиратта, ҡуяндың тән төҙөлөшөнә. Тоҡом сифаттарын һаҡлаймы ул? Күкрәге тар, аяҡтары кәкре, эсе һәлберәп торған булырға тейеш түгел.
2. Тоҡомло инәне икенсе тоҡомло ҡуян менән ҡушһағыҙ, балаларын тоҡомға ҡалдырырға кәңәш итмәйем.
3. Бер-береһенә яҡын туған булған ҡуяндарҙы ҡушырға ярамай. Уларҙың балалары ауырыу йә зәғиф булып тыуыуы ихтимал.
4. Ит йүнәлешле булған ҡуянды йөнлө йәки декоратив ҡуян менән ҡушмағыҙ.
5. Һайлап алыу – иң ҡыйыны. Шулай ҙа артабанғы үҫеш өсөн иң әһәмиәтле мәл. Яңылышып ҡуймағыҙ.


Үрсетергәме, юҡмы?


Ике балам да аллергия менән йонсой. Минең өсөн өҫтәлдә экологик йәһәттән таҙа иттең күберәк булыуы шарт. Ҡуян ите – диетик ризыҡ. Ул организмда 90 процентҡа эшкәртелә. Бәләкәй балаларға ит ашата башлағанда ла иң тәүҙә ҡуян ите бирәләр.
Ҡуян балаларын, ике айы тулғас, һатыуға ҡуям. Ике айын еткергән ҡуяндарға прививкалар эшләйем, йодлы һыу эсерәм. Ябай ҡуян балаһына 500 һум хаҡ билдәләйем. Ошо уҡ йәштә булған тоҡомло ҡуяндың хаҡы – 1000 һум. Һуңынан ай һайын ҡурҡмайынса 500 һум өҫтәп торорға була. Тимәк, бер оянан кәм тигәндә биш бала үҫте икән, ябай ҡуяндың ояһынан 2500 һум, тоҡомло ҡуяндыҡынан биш мең һум аҡса эшләйбеҙ. Ун инә ҡуяндың балаһын – биш меңгә, тоҡомло инә ҡуяндыҡын ун меңгә һатып ебәрәбеҙ. Йыл дауамында ҡуяндарҙы биш тапҡыр аталандырһаҡ, 12 500 йә 25 000 һум аҡса эшләйбеҙ.

Итен һатыу ҙа килемле. Бер килограмм ҡуян ите 350 – 400 һум. Кәм тигәндә, ул 700 – 800 һумға тартасаҡ.
Өҫтәлгә ҡуйылған ҡуян итенең баһаһын һөйләп бөтөрөү мөмкин түгел. Тәүге осорҙа уны байрамдарҙа ғына ашай инек. Хәҙер иһә ҡасан теләйбеҙ, шунда бешерәбеҙ, күстәнәскә лә йәлләмәй тотторабыҙ.

Читайте нас