Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры Заһит Ғүмәровтың етәксе “ҡамыты” кейеүенә күп түгел, бер йыл тула. Әммә йәштәр донъяһына эшкә килгән йәш, белемле, рухлы, дәрте ташып торған егет район йәштәрен бергә туплап ҡына ҡалманы, яңы эштәргә әйҙәне, юғары маҡсаттар ҡуйҙы. Йәштәр көнө алдынан өмөтлө етәкселәрҙең береһе Заһит ҒҮМӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Башҡорт дәүләт университетын тамамлап та өлгөрмәҫ элек, район хакимиәтенән йәштәр комитетына етәкселек итеү тәҡдимен алғас, ҡурҡып ҡалманыңмы?
– Юҡ, сөнки мәктәп йылдарынан алып студент сағымда ла һәр саҡ әүҙем тормош алып барҙым, мәктәп, уҡыу йорто, йәштәр донъяһының уртаһында ҡайнап йәшәнем, төрлө форум, олимпиадаларҙа, квестарҙа ҡатнаштым, уларҙы ойоштороусы булдым, шуға күрә тыуған яғымдан тәҡдим булғас, һис икеләнеүһеҙ ҡабул иттем һәм дәртләнеп эшкә тотондом.
– Үҙегеҙ етәкләгән комитет тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
– Беҙҙең бүлектә бөтәһе ете кеше эшләй. Ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәгән йәштәргә бар яҡлап ярҙам һәм терәк булыу, уларҙы оло тормош юлына әҙерләү, рухи яҡтан ярҙам күрһәтеү, һәләттәрен асыу, спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, заман афәттәренән йолоп ҡалыу, һөнәр һайлау, төрлө уҡыу йорттарына кереү, белемдәре буйынса эшкә урынлаштырыу буйынса ла ярҙам итеү – беҙҙең төп бурыс.
Шулай уҡ беҙ Башҡортостандың төрлө ҡалаларында белем алған яҡташ студенттар менән генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларында уҡыған район йәштәре менән дә бәйләнеш булдырғанбыҙ һәм әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең теләк – ҡайҙа йәшәүҙәренә һәм белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, Баймаҡ районында тыуып үҫкән йәштәр бер-береһен белеп, танып, үҙ-ара аралашып йәшәргә тейеш. Беҙ уларға булышлыҡ итергә бурыслы. Уйҙарыбыҙ ғына түгел, хыялдарыбыҙ ҙа, башҡарған ғәмәлдәребеҙ ҙә уртаҡ булырға, бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итешеп, аралашып йәшәргә һәм эшләргә тейешбеҙ, шуға күрә беҙҙең коллектив үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, төрлө тарафтарға таралған Баймаҡ йәштәре менән бергә эшләй, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам.
– Заһит Ишбулат улы, эш йүнәлештәренә килгәндә...
– Бөтәһе 16 йүнәлештә эш алып барыла, улар комитеттың дүрт белгесенә бүленеп бирелгән. Һәр йүнәлешкә яуаплы хеҙмәткәр эштең үтәлеше буйынса яуап бирә, уның буйынса район йәштәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Беҙҙең алыштырғыһыҙ һәм дәртле ҡыҙҙарыбыҙ Әлфиә Йәнбәкова, Нурзилә Аҙнағолова, Илгизә Байсурина һәм Фәнзилә Төхвәтуллиналар үҙ бурыстарын яҡшы белә. Тиҙ арала йәштәр менән уртаҡ тел табып, матур итеп эш башланылар.
Беҙ шулай уҡ мәктәп уҡыусыларын да күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, бигерәк тә юғары класта белем алған ҡыҙ һәм егеттәр менән беҙҙең хеҙмәткәрҙәр даими осраша. Төрлө саралар, иҫкәртеү-аңлатыу буйынса сығыштар, осрашыуҙар һәр саҡ мәктәп етәкселеге менән берлектә ойошторола. Улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.
Шулай уҡ йәштәргә һөнәр һайларға ярҙам итеү өсөн профессиональ йүнәлеш биреү эше бара. Уларға республикабыҙҙағы уҡыу йорттарының мөмкинлектәре, уңышлы һәм отошло яҡтары хаҡында аңлатабыҙ, уҡыуҙы тамамлағас, тыуған төбәккә эшкә ҡайтҡан осраҡта биреләсәк льготалар, район һәм дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге менән таныштырабыҙ. Ауылда йәшәйме, мәктәптә уҡыймы йә булмаһа студентмы, эшсеме, әрмелә хеҙмәт итәме ул – барыһы ла беҙҙең менән, бер кем дә беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Баймаҡ районында әле 10 мең 724 йәш кеше иҫәпләнә, беҙҙең бүлек 14–30 йәшлектәр менән эшләй.
Йүнәлештәргә килгәндә, улар бөтәһе – 16. Мәҫәлән, “Талантлы йәштәр” йүнәлешендә йәштәрҙең бар яҡлап һәләтле һәм талантлы булғандарын асыҡлау, эҙләү, табыу һәм уларға ярҙам итеү бурысы ҡуйылған.
Кемдер сәнғәт буйынса, икенселәре спорт йәһәтенән, өсөнсөләре үҙ эшен асыу буйынса үҙ тиҫтерҙәре араһында талантлы булыуы мөмкин. “Профилактик эш” йүнәлеше бөгөн йәштәр өсөн бигерәк тә мөһим урынды биләй. Йәш быуынды заман афәттәренә ҡаршы торһон, насар ғәҙәттәрҙән арынһын өсөн мәктәптәрҙә, колледждарҙа иҫкәртеү эше киң йәйелдерелгән. Унда наркопост, наркоманияны профилактикалау советтары булдырылған.
Хәүеф төркөмөнә ҡараған йәштәр менән дә эшләйбеҙ, Баймаҡ ҡалаһындағы ике уҡыу йортонда аҙнаның бер көнөндә хеҙмәткәребеҙ Әлфиә Йәнбәкова студенттар менән осрашыу үткәрә, һорауҙарына яуап бирә, төрлө социаль-психологик тестар үткәрә. Был эш яңы уҡыу йылында ла дауам итәсәк.
“Эшҡыуарлыҡты үҫтереү” йүнәлешендә лә маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Үҙ эшен асып, заманса фекер йөрөткән йәштәргә үҙ тәжрибәһенән сығып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер эшҡыуарҙар бар. Улар менән осрашыуҙар, төрлө форумдар үтә. Тап улар спикерҙар булараҡ сығыш яһай, эшҡыуарлыҡтың тәүге аҙымдарын нисек башларға кәрәклеген аңлата. Мәҫәлән, Айнур Әфләтүнов оптика селтәре буйынса эшен асҡан.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Был йәһәттән йәш быуынға ватансылыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙе төп бурысыбыҙ итеп ҡуйҙыҡ. Йәнә шуны билдәләр инем, бар донъяны баҫып алған мәкерле сир – коронавирус эпидемияһында беҙҙең ирекмәндәр бигерәк тә ҙур эш атҡарҙы. Тәүге көндәрҙән алып беҙ, комитеттың барлыҡ ағзалары, оло йәштәгеләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыуҙа ҙур ирекмәнлек эшен башланыҡ. Был эш әле лә дауам итә. Битлектәр таратыу буйынса акциялар, ололарҙың йорттарына барыу, дарыуханаларҙан дарыуҙар килтереү йә иһә уларҙы дауаханаға оҙатыу, башҡа төрлө хеҙмәт башҡарыу – барыһына ла ирекмәндәр үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйып, ярҙамға ашыҡты.
Әле йәштәр эштәре буйынса комитеттан Нурзилә Аҙнағолова менән Илгизә Байсурина тәүгеләрҙән булып Конституция ирекмәне булараҡ теркәлде. Әле халыҡ күп йөрөгән урындарҙа – парктарҙа, скверҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә ирекмәндәр Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә, ирекле акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра.
– Студенттарҙың каникул осоронда “Өйҙә” тип аталған форумығыҙҙа ҡатнашырға насип булғайны, күптән түгел “Өйҙә ҡалайыҡ” исемлеһе үтте.
– Әлеге ваҡытта ҙур масштаблы саралар үткәреү мөмкинлеге булмау сәбәпле, онлайн-майҙансыҡтар ҙур популярлыҡ яулай.
Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты башҡорт халҡының яҙмышына, туған теленә битараф булмаған, илһөйәр, талантлы, инициативалы, алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе йыйҙы.
“Өйҙә ҡалайыҡ” онлайн-форумы ҙур масштаблы сараларҙы онлайн тәртибендә үткәрә башлауға этәргес һәм башланғыс булып тора. Форумдың төп темаһы – хәҙерге башҡорт йәштәренең Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә үҫеш мөмкинлектәрен ҡуллана белеү. Был форум шулай уҡ Башҡорт теле йылына ярашлы ойошторолдо. Сара Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлинаның ҡатнашыуы менән дә әһәмиәтле булды. “Өйҙә ҡалайыҡ” йәштәр онлайн-форумының спикерҙары сифатында йәштәр араһында эштәре менән танылған, төрлө социаль проекттарҙа грант яулаған Эльвира Моталова, Байрас Азаматов, Илүзә Мөхәмәтйәнова, Роберт Дәүләтшиндар саҡырылды. Беҙ йәнә бер тапҡыр шуға инандыҡ: ошондай форматтағы онлайн-осрашыуҙар кәрәк, сөнки йәштәр бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, яңы мөмкинлектәрҙе үҙләштерә, күп файҙалы кәңәштәр ала. Форумда 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Сара барышында ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде, йәштәрҙе борсоған темаларға фекер алышынды, спикерҙар изге теләктәрен еткерҙе.
– Һеҙҙеңсә, бөгөнгө заман йәштәре ниндәй ул?
– Улар – белемле, дәртле, рухлы, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылыусан, үҙҙәрен бар яҡлап үҫтереүгә һәләтле, талантлы, берҙәм, сәмле һәм спортты үҙ иткән, сәләмәт тормош алып барған ҡыҙ һәм егеттәр. Шуға күрә беҙгә, йәштәр комитетында эшләүселәргә, уларҙан бер аҙым алда барыу мотлаҡ, һәр башланғыста әйҙәүсе һәм ярҙам итеүсе булыу фарыз. Әйҙәүсеһе булғанда, уға эйәреүселәр һәр саҡ табыла. Икенсенән, бөгөн эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Интернет селтәренең һәр ауылда булыуы, һәр кемдең социаль селтәрҙә ултырыуы беҙҙең өсөн бигерәк тә уңайлы. Океан аръяғында йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы, сит илдәрҙә белем алыусы студенттарҙы, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүсе йәштәрҙе “һә” тигәнсә бергә тупларға мөмкин. Тик уларҙың дәрте һәм теләге генә булһын.
– Йәштәр көнө уңайынан әйтер теләктәрегеҙ...
– Барлыҡ йәштәребеҙҙе байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Бөгөн беҙҙең өсөн мөмкинлектәр бар, йәштәргә барлыҡ ишектәр асыҡ, шуларҙы файҙалана ғына беләйек. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, ти ололар ҙа. Үҙ мәлебеҙҙе ҡулдан ысҡындырмай, йәш, дәртле, шәп саҡта алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға ынтылып йәшәйек, уларҙы тормошҡа ашырайыҡ.
Йәнә шуны өҫтәр инем: йәштәр – тормошобоҙ киләсәге. Ситтән берәү ҙә килеп беҙҙең өсөн яҡшы шарттар тыуҙырмаҫ, матур йәшәргә өйрәтмәҫ, үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ хужа булыр өсөн, республикабыҙҙағы уҡыу йорттарында белем алайыҡ, тыуған яҡтарыбыҙға эшкә ҡайтайыҡ, үҙ еребеҙҙә хеҙмәт итәйек!