Йәмғиәт
27 Июнь 2020, 13:25

Паркта - ҡот осмалы күренеш...

Фатир һатҡандан һуң низағ сығып, ҡатынды быуып үлтерә лә...

Өфөләге Калинин исемендәге паркта былтыр уҡ хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ул быуып үлтерелгән.

Йәш ҡатын 2019 йылдың февралендә эҙһеҙ ғәйеп булғас, әсәһе полицияға ғариза менән килә. Хоҡуҡ һаҡсылары үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше аса. Ҡатындың 44 йәшлек танышы шик аҫтына алына. Тикшереүселәрҙең фаразы буйынса, 2019 йылдың ғинуарында ҡатын Сипайловолағы фатирын һатҡас, икәүһенең араһында низағ сыға. Ир ҡатынды гаражға индерә лә быуып үлтерә, кәүҙәһен эстәге соҡорҙа ҡалдыра. Шул уҡ йылдың апрелендә мәйетте паркка алып барып күмә.

Ир ғәйебен таныған, ҡатындың мәйетен уның һүрәтләүе буйынса барып тапҡандар. Әле енәйәтсе һаҡ аҫтында, тикшереү дауам итә.

Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас