Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумы нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров федераль институттар менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Төбәк етәксеһе һәм Мәскәү урбанистика үҙәгенең Директорҙар советы рәйесе Сергей Капков биләмәләрҙе төҙөкләндереү өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте, партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен артабан киңәйтеүҙе күҙ уңында тотҡан ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡултамғаларын ҡуйҙы.
Башҡортостан Башлығы менән Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге етәксеһе Константин Калинин ҡул ҡуйған фәнни, мәғлүмәт-аналитика, эксперт-аналитика өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү республиканың комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Документ федераль һәм республика дәүләт программаларын, милли проекттарҙың төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға мониторингты, социаль-иҡтисади үҫештең төп күрһәткестәренә анализды инвестиция проекттарын планлаштырыу, уларға идара итеү, баһалау өлкәһендәге иң яҡшы практикалар буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙе күҙаллай.
Бынан тыш, республика Башлығы Ҡалалар үҫеше фонды менән үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул Өфөнө һәм Стәрлетамаҡты үҫтереү проекттарына идара иткән командалар төҙөүҙе, уларҙы уҡытыуҙы күҙ уңында тота.