1 июлдән шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙа яңы электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын ҡуя башланылар. Аҡыллы иҫәп ҡорамалы сарыф ителгән электр утын үҙе күҙәтә һәм хеҙмәт күрһәткән ойошмаға ситтән тороп тапшыра. Шулай итеп, хәҙер тотонолған электр утын үҙебеҙ күҙәтмәйәсәкбеҙ һәм квитанцияларҙы ла тултырмаясаҡбыҙ – бөтәһе лә автомат рәүешендә башҡарыласаҡ.
Ә бына ваҡытында түләмәгәндәр өсөн тормош ауырлашасаҡ. Әгәр ҙә ҡулланыусы даими рәүештә энергия өсөн иҫәпләшмәй башлаһа, аҡыллы счетчик электр утын биреүҙе сикләйәсәк.
Күрһәткестәрҙе хәбәр итеүҙең бер нисә ысулы бар: өйҙәге WI-FI селтәре, мобиль телефон йәки счетчикка ҡуйылған сим-карта аша.
Яңы йорттарҙа шунда уҡ аҡыллы счетчиктар ҡуя башлаясаҡтар, ә иҫке фондта яйлап алмаштырасаҡтар, йәғни иҫәпләү ҡорамалының сафтан сығыуына бәйле йәки уны тикшереү ваҡыты еткәс. Әгәр ҙә йорт хужалары счетчиктарын алмаштырыуҙан баш тартһа, ул саҡта, электр энергияһы өсөн түләүҙе арттырған коэффициентты иҫәпкә алып, нормативтар буйынса иҫәпләйәсәктәр. Был осраҡта торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн күберәк түләргә тура киләсәк. Иҫке счетчик сафтан сыҡһа, уны алмаштырыу талап ителә.
Әлбиттә, һәр кемде “счетчикты кем ҡуя һәм кемдең иҫәбенә” тигән һорау борсой. Юристар был йәһәттән иҫкәртә: яңы иҫәп системаһына күскән саҡта уны мутлашыусылар файҙаланып ҡалырға тырыша. Улар торлаҡ хужаларына шылтыратып, “ташламалы хаҡҡа” счетчик ҡуйырға йәки алмаштырырға тәҡдим итә. Бындай тәҡдимдәргә һаҡсыл ҡарарға, ундай маҡсат менән йөрөгән кешеләрҙе йортоғоҙға индермәҫкә кәрәк. Электр энергияһына тарифтар һәм яңы счетчикка күсеү тәртибе тураһында хеҙмәтләндергән ойошма йәки идарасы компания аша белергә мөмкин.
Торлаҡта йәшәгәндәр өсөн счетчиктар бушлай ҡуйыла. Был хеҙмәт квитанция хаҡында туранан-тура сағылмаясаҡ.
Счетчиктарҙы ҡуйыу һәм алмаштырыу өсөн гарантия биргән тәьминәтсе йәки ойошма яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта закон буйынса счетчиктарҙы ҡуйған өсөн торлаҡ хужалары түләргә тейеш булмаһа ла, электр энергияһы тарифын билдәләгән саҡта был сығымдарҙы индереүҙәре ихтимал. Йәнә, ҡорамалдарҙы ҡуйыуҙан тыш, уны хеҙмәтләндереү сығымдары ла бар. Уларҙы электр уты тарифына индерәсәктәр. Закон буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр инфляция кимәле менән сикләнгән.