Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 18:00

Гөлназ кейәүгә сығырға йыйынамы?..

"Һөйләгем килә, әммә ярамай, күҙ тейә. Тиҙҙән яңылыҡты һеҙгә лә әйтермен. Һеҙ шаҡ ҡатасаҡһығыҙ!"

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның Инстаграм социаль селтәрендә урынлаштырған видеояҙмаһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Видеояҙмала асыҡтан-асыҡ «Мин һине яратам! Сыҡ миңә кейәүгә» тип яҙылған. Улай ғына ла түгел, бынан бер аҙна элек Гөлназ яҙмаһында: "Һөйләгем килә, әммә ярамай, күҙ тейә. Тиҙҙән яңылыҡты һеҙгә лә әйтермен. Һеҙ шаҡ ҡатасаҡһығыҙ!" – тип яҙған ине.
Был һүҙҙәр ҙә шаҡтай ҡыҙыҡһыныу уятты, билдәле. Сираттағы пиармы был, әллә йырсы ысынлап кейәүгә сығырға йыйынамы? Тиҙҙән белербеҙ, моғайын. Нисек кенә булмаһын, бәхетле бул, Гөлназ!

Фото:Old.tnv.ru
Читайте нас: