Йәмғиәт
10 Июля 2020, 08:50

Һеҙҙең Әүеште күргәнегеҙ бармы?

Бәйгебеҙ ярты йылдан ашыу бара һәм шул аңлашылды: башлыса фотоһүрәттәрҙе Бөрйән, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Ишембай яҡтарынан ебәрәләр. Һәм беҙ бының ни өсөн шулай икәнлеген яҡшы беләбеҙ: был яҡтар – матур һәм бай тәбиғәте менән дан алған төбәктәр. Хозур урынды фотоға төшөргө һәм бар республикаға күрһәтке килә, әлбиттә.

Бөгөнгө фотолар күлдәргә бай Учалы төбәгенән килгән. Уны беҙгә Гөлнара Хәсәнова ебәргән.

– Мин утыҙ йылдан ашыу Учалы ҡалаһындағы 3-сө балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Балаларҙы бик яратам, бөтә күңелемде биреп улар менән шөғөлләнәм, – тип яҙа беҙгә Гөлнара Ҡамса ҡыҙы.

Балалар менән эшләүҙән тыш ул фотоһүрәт төшөрөргә лә бик ярата икән. Ҡатын үҙенең әүҙемлеге менән дә айырыла. Учалы районы хакимиәте, туризм, мәғариф бүлектәре ойошторған бәйгеләрҙә даими ҡатнаша һәм приз­лы урындарға лайыҡ була.

– Иң яратҡаным – тәбиғәтте төшөрөү. Районыбыҙҙың Әүеш ауылын бик яратам, бында килһәм, фотоаппаратты ҡулымдан төшөр­мәйем тиерлек. Ҡайҙа ҡарама матурлыҡ һәм хозурлыҡ бит. Күлдәре генә ни тора. Һеҙ ҙә күрегеҙ әле, тип бәйгегә ебәреп ҡарарға булдым, – ти ул.

Һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, беҙ һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Шулай уҡ автор тураһында ҙур булмаған мәғлүмәт тә булһа, яҡшы. Еңеүсе авторға бүләк тапшырыласаҡ.

Тағы шуға иғтибар итегеҙ. Яҡын арала фотобәйгенең шарты үҙгәрәсәк. Яңылыҡтарҙы ошонда күҙәтеп барығыҙ.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас