Башҡортостан
+5 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
12 Июля 2020, 12:15
Рәсәй почтаһы көнө менән!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров почта хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне.
Ҡотлау телеграммаһында шулай тиелә:
“Башҡортостандың хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй почтаһы көнө менән ҡотлайым.
Һеҙҙең өсөн быйылғы йыл иҫтәлекле – Башҡортостанда даими почта элемтәһен булдырыуға 285 йыл тула, ул бик әүҙем үҫеште һәм бөгөн дә камиллашыуын дауам итә.
Республиканың әлеге почта тармағы үҙ эсенә 1280 бүлексәне индерә һәм туғыҙ мең ярым хеҙмәткәрҙе берләштерә. Республиканың бөтә кешеләре лә тиерлек һеҙҙең хеҙмәттәрҙән файҙалана.
Һуңғы айҙарҙа һеҙ ысын геройлыҡ күрһәттегеҙ. Көн һайын, алыҫ араға һәм еңел булмаған эпидемиологик хәлгә ҡарамай, меңәрләгән почтальон республиканың бөтә мөйөштәрендә йәшәгән адресаттары буйлап юлға сыҡты. Шул уҡ ваҡытта юғары яуаплылыҡ, профессионализм һәм фиҙакәрлек күрһәтте. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт.
Элемтә бүлексәләре яңыртыла, уларҙа күрһәтелгән хеҙмәттәр һаны арта, хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелә. Быйыл Өфө янында ҙур логистика почта үҙәге төҙөлә башланы.
Айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәрен почта элемтәһе ветерандарына еткерәм. Тап һеҙҙең хеҙмәт һәм бай тәжрибәгеҙ тармаҡ үҫешенең юғары планкаһын ҡуйҙы. Һеҙ һәр ваҡыт эшегеҙҙе яратыу өлгөһө, хеҙмәттең яҡшы йолаларын һаҡлаусылар булып ҡаласаҡһығыҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, байрам көнөндә һеҙгә именлек, уңыштар, яңы үрҙәр теләйем. Үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә бәхет һәм һаулыҡ!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"