Тормошта шундай кешеләр осрай: өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, емертеп донъя көтә, емеш-еләк үҫтерә, мал-тыуар ҡарай, ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып, файҙалы кәңәштәрен бирә, ил хәлдәренә төшөнөп, үҙҙәренең төплө фекерен белдерә. Улар йәштәрҙә һоҡланыу хисе уята.
Фәриҙә Гарданова – балалары һәм яҡындары өсөн хөрмәтле кеше. Бөтә донъя хәлдәре тураһында хәбәрҙар, теремек, осрағанда олоһоноң да, кесеһенең дә хәлен һорашып, һөйләшкәндә күҙҙәре осҡонланып киткән инәйгә тиҙҙән 92 йәш тула. Тормошоноң һәр осорон яҡшы хәтерләй ҡыҙыҡлы әңгәмәсем.
– Борай районының Кәмилән тигән ауылында 1929 йылдың 30 майында тыуғанмын, – тип тормош йомғағын сисә башланы ул. – Бала сағым бик матур уҙҙы. Әткәйем ат егеп, Өфөгә юлланыр һәм, биш көн үткәс кенә, ҡаланан урап ҡайтыр ине. Уның сумкаһындағы күстәнәстәрен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ул алып ҡайтҡан карауай әпәй, ҡаластар иң тәмле ризыҡ булып хәтергә уйылған.
Һуғыш башланғас та, әткәйҙәр, биш бер туған, һуғышҡа китте. Үкенескә ҡаршы, береһе лә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтманы. Ғәлиевтәрҙең биш улы – Мәних, Ғаттар, Фәйзрахман, Арыҫлан, Ғәлиәкбәр яу ҡырында ятып ҡалды.
Әнкәйем бай ҡыҙы ине, атаһы бик уҡымышлы һаналған, мировой судьяла эшләгән. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Себергә һөргөнгә ебәрҙеләр. Әнкәйемдең туғандары ла шул китеүҙән тыуған яҡтарын күрә алманы...
Һынылышлы йылдарҙа улар бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫкән. Ул ваҡытта һәр бала ете-һигеҙ йәштән үк тир түккән. Утауға йөрөгәндәр, ун ике йәш тулғас, колхозға эшкә төшкәндәр. Ашлыҡ урыумы, бесән сабыумы... Йәш ҡыҙ магазинда ла эшләгән, клуб мөдире лә булған, йәштәрҙең комсомол ойошмаһын да етәкләгән.
Фәриҙә инәй билдәләүенсә, бер эште лә һайлап тормағандар, ни ҡушһалар, шуны башҡарғандар. Етенсе класты тамамлағас, юғары белем алырға уйлап, иптәш ҡыҙҙары менән Бөрөгә уҡырға сығып киткән, ләкин мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ булмағас, ишек төбөндә тапанып торған-торған да ҡайтып китергә мәжбүр булған. Зиһене шәп, белем алырға ынтылышы ҙур булһа ла, артабан уҡыу бәхете тәтемәгән.
Фәриҙә Ғаттар ҡыҙының тормош иптәше Әмир Гарданов 1926 йылда Борай районының Яңы Елдәк ауылында тыуған. 1943 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алынған һәм 6-сы уҡсылар бригадаһына пулеметсы булып тәғәйенләнгән. 1946 йылдың авгусына тиклем хеҙмәт иткән ул. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Япония менән булған хәрби кампанияла ҡатнашҡан. Нәҡ шунда яраланған да инде. Яугир егет 1950 йылдың май айында ғына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан.
Ҡыш иһә, һөйгәне менән өйләнешеп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Әмир ағай күренекле умартасы, яҡшы балта оҫтаһы булған. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Бөрө урмансылығында урмансы булып эшләгән.
Гардановтар тәүҙә Борай районында йәшәй, аҙаҡ Бөрө ҡалаһында төпләнә. Күркәм ғаилә биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Ике ҡыҙы һәм өс улы ла, юғары белем алып, үҙаллы ғаилә ҡора, хәҙер инде үҙҙәре өләсәй-ҡартатай булып пенсияға сыҡҡан. Тик Әмир Тимерйән улы ғына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылай алмаған. Ул, ысын герой кеүек, 2004 йылдың 9 майында 78 йәшендә мәрхүм булған.
Вафаты ла батырҙарса: матур итеп кейенеп, миҙалдарын тағып, үҙ аяҡтарында Еңеү байрамына китеп барғанда йөрәге ҡапыл сәнсә башлаған ветеранды машинаға ултыртып дауаханаға алып киләләр. Шатлыҡты күтәрә алмаймы, әллә һуғыш ғәрәсәттәре хәтирәһе йөрәген телгеләйме – берәү ҙә белмәй ҡала. Һуңғы хис-тойғоһон ветеран үҙе менән алып китә...
Бөгөн Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы улы Илшат һәм килене Гөлсәсәк менән ғүмер йомғағын һүтә. Килене менән татыу торғандарына – 30 йыл. Гөлсәсәк Әғләм ҡыҙы уҡыусыларға Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрес бирә.
Йәш Гардановтар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә, шуға күрә яҙҙан көҙгә тиклем үҙҙәренең умарталығында мәж килгәндә, Фәриҙә Ғаттар ҡыҙы бөтә донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ала. Бал ҡортондай егәрле ханым емертеп донъя көтә. Помидор, ҡыяр, баклажан кеүек йәшелсәләре мул уңыш бирә. Хозурлыҡ яратҡанғалыр, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелгән. Ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, шәхси йортта ҡош-ҡорт тоталар, һыйырҙы бөтөргәненә лә ни бары биш-алты йыл ғына. Уҡыуҙан йәки эштән ҡайтҡан балаларҙы йылы ашы, яҡты йөҙө менән ҡаршы ала, фатихаһын биреп оҙатып ҡала. Эшләгән арала радиоға ҡушылып йырлап алырға ла өлгәрә әле, бейергә лә күп һорамай.
Фәриҙә ханым – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн күп наградалар менән бүләкләнгән.
– Беҙҙең дәүәнейебеҙ яҡшы күңелле һәм бер ҡасан да үпкәләмәй, – ти кесе ейәне Әмир. – Ул эшһеҙ ҙә ултырмай. Ҡышҡылыҡҡа беҙгә ойоҡбаш-бейәләй бәйләй, ә яҙын һәм йәйен үҙенең баҡсаһында эшләй, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Кистәрен дәүәнейебеҙҙе тыңларға яратабыҙ. Уның һөйләүенән беҙ тормош ауырлыҡтары хаҡында ғына түгел, ғаиләбеҙ һәм уның традициялары тураһында күпте беләбеҙ. Дәүатайыбыҙҙың ағаһы Мәних Тимерйән улы уҡытыусы, тәрбиәсе булған, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, балалайкала, скрипкала бик яҡшы уйнаған. Өлкән улдары Рәмил Әмир улы тальянканан айырылмаған. Апайҙары боронғо оҙон көйлө йырҙарҙы бик матур башҡарған. Дәүәнейебеҙ әйтеүенсә, улар йыш ҡына өйҙә концерт ойошторған.
Бына шундай ветерандарыбыҙҙан өлгө алып йәшәргә генә ҡала беҙгә. Ә Фәриҙә инәйгә оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ!