Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 19:00

Атайҙарын үлтергәндәр

Атай кеше өс ҡыҙын даими көсләгән һәм туҡмаған. Шуның өсөн уны үлтергәндәр.

Бер туған өс Хачатуряндың аталарын үлтереү тураһындағы ваҡиға ике йыл элек бар илде шаулатҡайны. Һәм бына ниһайәт,был эшкә оҙаҡламай нөктә ҡуйыласаҡ. Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы ике өлкән ҡыҙ Крестина менән Ангелина өсөн ғәйепләү ҡарарын раҫлаған. Был турала ҡыҙҙарҙың адвокаты хәбәр иткән.
Һеңлеләрҙең иң бәләкәйенә ҡарата Генераль прокуратура медицина характерындағы саралар күреү тураһындағы ҡарарҙы раҫлаған. Киләһе аҙнала ҡыҙҙарҙың эше судҡа ебәреләсәк.
Адвокаттар һорауы буйынса, өлкән ҡыҙҙарҙың эшен присяжныйҙар суды ҡараясаҡ. Ә бәләкәйен айырым Мәскәүҙең Бутырка суды судьяһы тикшерәсәк.
Былтыр йыл аҙағында Генераль прокуратура Хачатуряндарҙың эшен судҡа тапшырыруҙан баш тартып, Тәфтиш комитетына кире ҡайтарғайны. Уларҙың фекере буйынса, эш үлтереү статьяһы түгел, ә кәрәкле яҡланыуға әйләнергә тейеш ине. Тик Тәфтиш комитеты быйыл яҙ эште яңынан тикшерҙе һәм ғәйепләү квалификацияһын алмаштырыуҙан баш тартты.
Был яңғырауыҡлы хәл тап ике йыл элек, 2018 йылдың июлендә Мәскәүҙә була. Йортонда 57 йәшлек Михаил Хачатуряндың кәүҙәһе табыла. Ирҙе күп тапҡырҙар бысаҡ менән муйынына һәм түшенә сәнскәндәр. Енәйәтте башҡарыуҙа уның ҡыҙҙары ғәйепләнә: 19 йәшлек Крестина, 18 йәшлек Ангелина һәм 17 йәшлек бәләкәй һеңлеләре.
Бер йылдан һуң тикшереү тамамлана, ҡыҙҙарға ҡарата “төркөм менән һөйләшеп үлтереү” статьяһы буйынса эш асыла. Ҡыҙҙар тап ошо квалификацияла ғәйептәрен танымай.
Улар, ысынлап та, аталарын үтергәндәр, тик яҡланып. Асыҡланыуынса, ир ҡыҙҙарын даими көсләгән һәм туҡмаған. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, бәләкәй һеңлеләре енәйәт ваҡытында нимә эшләгәнен белмәҫлек хәлдә булған. Шуға күрә уның эше айырым ҡараласаҡ һәм, көтөлөүенсә, ҡыҙ енәйәт яуаплылығынан ҡотолоп, мотлаҡ дауаланыуға ебәреләсәк.
Өлкән ҡыҙҙар енәйәт ҡылғанда үҙ аңында булған. Уларҙы присяжныйҙар хөкөм итәсәк.
Оҙайлы йылдар атайҙан туҡмалып һәм көсләнеп йәшәгән ҡыҙҙарҙы аҡларҙармы, юҡмы? Был турала суд ҡарар сығар. Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Атайҙарының ғүмерен ҡыйырға хаҡтары булғанмы уларҙың?
Фото: rus-criminal.ru
Читайте нас: