Бал ҡорто егәрле, һәм ул үҙе кеүек уңғандарҙы ярата. Шуға ла тау-урман ҡосағына һыйынған Белорет районы Бирҙеғол ауылының тырыш ғаиләләренең береһе – Зәлифә менән Әмир Мырҙағәлиндәрҙең бал ҡорто тотоуы аңлашылып тора.
– Элек Арышпар ауылында минең әсәйемдәр тотто. Беҙ ни уларҙың эргәһендә ярҙам итеп үҫтек. Бынан ун бер йыл элек Әмир бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһынып китте. Миңә был шөғөл бала саҡтан яҡын булғас, ризалаштым, – ти Зәлифә Заһир ҡыҙы.
“Ҡорт – бик нескә бөжәк, мәҫәлән, былтыр ауылда бөтә ҡорттар ҙа ҡырылды, тик Зәйнулла ағайым менән беҙҙеке генә тороп ҡалды. Бер йылды ҡышҡа индергән 18 умартабыҙ үлде. Былтыр иһә һигеҙ күс индергәйнек, өсәүһе һәләк булды. Быйыл, ҡоролоҡ булһа ла, Аллаға шөкөр, күстәр үрсене. Ҡорт тотоуҙың мәшәҡәте күп ул, тик бер өйрәнгәс ташлап ҡуйғы килмәй. Һатыу өсөн түгел, ә үҙебеҙ өсөн, күстәнәскә лә һәйбәт. Йыл буйы өҫтәлдән бал өҙөлмәй. Прополисын да әрәм-шәрәм итмәйбеҙ – һыҙлаған урынға һалабыҙ, һыуыҡ тейгәндә файҙаланабыҙ. Мунсала һөртөп алһаң, үҙе бер дауа”, – ти йорт хужаһы.
Мырҙағәлиндәрҙең татыу ғаиләһе өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Оло улдары Финат хәрби йүнәлештә юғары белем алып, Екатеринбург ҡалаһында Росгвардияла эшләй, яңыраҡ III дәрәжә “Хеҙмәттәге фиҙакәрлеге өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Икенсе улдары Тимур Мәскәү авиация институтын тамамлаған. Булат VIII класта белем ала. Әйткәндәй, әле ул – ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы ла. “Ун йәштән ҡарашам. Ҡорт айырғанда күсте баҫтырыуы күңелле”, – ти Булат.
Әлеге ваҡытта Әмир Яздан улы Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығында дәүләт инспекторы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары менән бүләкләнгән, хеҙмәт ветераны. Зәлифә Заһир ҡыҙы иһә йорт эшен алып бара, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.