Ауыл халҡы хәҙер малды күберәк аҫрарға тырыша. Ҡапҡаларҙан көтөүгә икешәр-өсәр, хатта ҡайһы бер ихаталарҙан бишәр-алтышар һыйыр малы сыға. Ә көтөүселәр юҡ. Беҙҙең яҡтарҙа малды сиратлап көтәләр. Райондың ҡайһы ғына ауылын алма, хәл шулайыраҡ.
Ауыл көтөүсеһе – ихтирам ителергә тейешле хеҙмәттәрҙең береһе ул. Элек был эш түбән дәрәжәлеләрҙән һаналды, көтөүсегә “булдыҡһыҙ кеше” тип ҡараусылар ҙа булды.
Оҙон йәйге көндәрҙә туғай-болондарҙа бешеп, ямғырҙа сыланып, көноҙоно йүгерергә, ат менән сабырға, малдарҙы һутлы үлән менән туйындырырға, ял иттерергә, ел-дауылдан, ҡош-ҡорттан һаҡларға кәрәк. Ҙур оҫталыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек талап иткән ысын ирҙәр һөнәре ул. Теләһә кемдең ҡулынан да килә торған эш түгел.
Бөгөн ауыл малына яҡшы көтөүсе табыу – ысын бәхет. Хәҙер был бурысты үҙ иңенә алырға теләгән кешеләр бик аҙ, сөнки миҙгелле генә эш. Ғәҙәттә, ауыл халҡы бының ише мәсьәләләрҙе йыйында хәл итә. Әгәр һәр төбәктә ауыл көтөүселәренә ихтирам-хөрмәт булһа, уңайлы шарттар тыуҙырылһа, хужалыҡ идараһы етәкселәре лә ярҙам итһә, табылмаҫ инеме икән был ауыр ҙа, яуаплы ла, әммә ярайһы уҡ аҡсалы ла эште башҡарырға теләгән кешеләр? Табылыр ине, минеңсә.
Көтөүсегә һыбай йөрөү өсөн аты ла, эйәре лә кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн урындағы ауыл хакимиәте, коллектив хужалыҡ идараһы тейешенсә хәстәрлек күрһә, яҡшы булыр ине.
Әлегә ауыл халҡына көтөүҙе сиратлап көтөргә генә ҡала. Сиратым үтһә – булды, тип һанаған бәғзе берәүҙәр малды тейешенсә туйҙыра ашатмай. Ашамаған малда ит тә, һөт тә, өмөт тә юҡ. Өҫтәүенә күптәр мал артынан йәйәүләп йөрөмәҫ өсөн “тимер ат”ҡа атлана. Еңел машиналар үткән ерҙә үлән тапала, юлдар барлыҡҡа килә. Ҡайһы берәүҙәр көтөүгә эт менән сығып, малдарҙы талатып имгәтә, яралай.
Был мәсьәләне хәл итеү өсөн нимәләр эшләргә мөмкин һуң? Үҙ эшен намыҫлы башҡарған көтөүселәргә ҡышҡы айҙарҙа эшһеҙлек буйынса пособие түләү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Был улар өсөн бер стимул булыр ине. Бының өсөн көтөүҙе законлы килешеү нигеҙендә алып, эш хаҡын өй һайын йыйып алыуҙан арынып, ауыл хакимиәте йәки махсус иҫәп аша түләргә, эш хаҡынан Пенсия фондына тейешле иғәнә күсереүҙе яйға һалырға мөмкин. Ул саҡта стаж да барыр ине.
Икенсенән, мал өсөн айлыҡ түләү урынына көтөүсегә иҫерткес эсемлек тоттороп ебәреү күренештәренә юл ябылыр ине. Был мәсьәләне нисектер законлы нигеҙҙә хәл итеү юлдарын табырға мөмкиндер, моғайын.
Ә ауыл халҡы мал өсөн хаҡты ваҡытында түләп торорға бурыслы. Ҡайһы бер кешеләрҙең ваҡытында иҫәпләшмәүе лә был эшкә тотонорға теләгәндәрҙе уй-ниәтенән һүрелтәлер, бәлки. Әгәр, ошо мәсьәлә нисектер яйға һалынһа, ауыл көтөүҙәренә көтөүсе табылһа, халыҡ та иркен тын алыр, “сиратымды нисек үткәрәм” тигән мәшәҡәттән ҡотолор, һәр кем тыныс күңел менән үҙ хеҙмәтен башҡарыр ине. Көтөүселәр юҡлыҡҡа зарланыуҙан туҡтап, уларҙың хеҙмәтен еңеләйтеү тураһында ныҡлап уйланырға кәрәктер беҙгә, йәмәғәт!