Йәмғиәт
24 Июля 2020, 12:35

Аджиканы ошолай ғына эшләгеҙ...

Алып барыусы, актриса, нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева аш-һыуға бик оҫта. Был турала беҙҙең гәзиттә мәҡәлә лә донъя күргәйне. Ул торт, сәк-сәк һәм башҡа тәмлекәстәр эшләү менән мауыға. Бынан тыш, ғаиләһе өсөн ҡышҡа файҙалы ҡайнатмалар, салаттар ҙа әҙерләргә әүәҫ. Бөгөн ул беҙгә ны-ы-ы-ҡ тәмле аджика рецебын тәҡдим итте.

Аджика

Уны эшләү өсөн кәрәк:

3кг помидор,

0,5 кг һуған,

0,5 кг кишер,

0,5 кг татлы борос,

0,5 кг алма,

3-5 әсе борос,

1 стакан һарымһаҡ,

0,5 стакан көнбағыш майы,

2 аш ҡалағы тоҙ,

тәме буйынса шәкәр ҡомо.
Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрергә лә өс сәғәт ҡайнатырға. Масса көймәһен өсөн даими болғатып торорға кәрәк. Әҙер аджиканы стерилләнгән банкаларға һалып ябырға. 700 грамлыҡ алты-ете банка сығырға тейеш.
– Мин күп йылдар аджиканы ошо рецепт буйынса ғына эшләйем. Һаҡлауға ҡуйғансы яртыһын ашап бөтәбеҙ, бөтәһе лә бик ярата, сөнки ул, ысынлап та, ныҡ тәмле килеп сыға, – ти Эльмира.
Читайте нас