Йәмғиәт
24 Июля 2020, 14:21

Поездан һаҡ булығыҙ!

Яҙҙың матур таңы. Кистән уйлағанса, иртән иртүк юлға сыҡтым. Саф һауа, күңелгә рәхәт, кәйеф яҡшы. Баҫыуҙа һайраған һабантурғайға ла, Көҙләү йылғаһының сылтырлауына ла иғтибар итмәнем хатта. Көҙләү урманында дәртләнеп саҡырған кәкүктә лә эшем юҡ. Бар уйым тәүге поезға ултырып, тиҙерәк Өфөгә барып етеү.

Яҙҙың матур таңы. Кистән уйлағанса, иртән иртүк юлға сыҡтым. Саф һауа, күңелгә рәхәт, кәйеф яҡшы. Баҫыуҙа һайраған һабантурғайға ла, Көҙләү йылғаһының сылтырлауына ла иғтибар итмәнем хатта. Көҙләү урманында дәртләнеп саҡырған кәкүктә лә эшем юҡ. Бар уйым тәүге поезға ултырып, тиҙерәк Өфөгә барып етеү.
“Өфө” универмагына тәүге һатып алыусылар менән бергә индем. Иң элек өҫ кейемдәре бүлегендә үҙемә оҡшаған ап-аҡ ҡыҫҡа еңле футболка менән салбар алдым. Аҡ кроссовка менән фуражкамды кейеп, көҙгө алдына килеп баҫтым. Баҫтым да шаҡ ҡаттым: мин шул тиклем сибәрмен икән! Был кейемдәр мине тағы ла матурыраҡ күрһәтә. Үҙ-үҙемә һоҡла­нып ҡарап торғанда өләсәйемдең: “Балам, һинең юлың йома көндө уңа торған”, – тип әйткән һүҙҙәре иҫемә төштө. Ә бөгөн – йома! Был уйҙар мине дәртләндереп ебәрҙе. Кеҫәлә аҡса байтаҡ. Сәғәт менән сылбыр ҙа алырға булдым. Уларҙы тағып, тағы көҙгө алдына баҫтым. Кейемем дә, биҙәүестәр ҙә шәп. Матурмын шул! Был ваҡытта “Донъяла иң матур кеше кем?” тип һораһалар, ошондағы халыҡтың һәр береһе миңә бармаҡ төртөп күрһәтеренә иманым камил ине. Ниңә бармаҡ менән тиһегеҙме? Сөнки улар мине күреп, һоҡланыуҙан телдәрен йоторҙар кеүек. Түҙмәнем. Тағы ла үҙемә күҙ һалдым. Фуражка ситенән сығып торған бөҙрә сәсемдең, ҡара ҡыйғыр ҡаштарымдың, ҡап-ҡара күҙемдең, сығып ҡына килгән беленер-беленмәҫ мыйыҡ йоратының йәм өҫтөнә йәм өҫтәгәнен һуҡыр кеше лә күрер һымаҡ.
Шулай ҙа ҡайтырға кәрәк, ауылдан кейеп килгән кейемдәрҙе пакетҡа һалып, ҡайтырға сыҡтым. 101-се автобус Өршәккә “һә” тигәнсе килтереп еткерҙе. Башты юғары күтәреп, күкрәкте бер метр алға сығара биреп, перронға килеп еттем. Унда кеше әллә ни күп тә түгел, шулай ҙа етерлек, гел йәштәр, ололар ҙа күренгеләй. Бер төркөм минең тиҫтер егеттәр һәм ҡыҙҙар “зыҡ” ҡубып гәп һата ине, мине күргәс, шым булдылар. Буй-һыным барыһының да өнөн алырлыҡ шул. Ана берәүһе ауыҙын асты ла ябырға онотто, тәмәкеһе төшөп китте хатта. Минең түбәм күккә күтәрелгәндән-күтәрелә бара, кәйе­фем дә түбәм артынан ҡалышмай. Рәхәт, шулай ҙа футболкамды йәлләп ҡуйҙым, ни өсөн тигәндә, барыһы ла быраулап тигәндәй ҡарай, селтәргә генә әйләнмәһә ярар ине, тим. Үҙем белдереү-маҙар уҡыған булам. “Поездан һаҡ булығыҙ!”, “Поезд юлында йөрөү ғүмер өсөн ҡурҡыныс!” – был яҙыуҙарҙы инде яттан беләм. Тиҙ генә поездың алғы вагонына ултырҙым. Ни тиһәң дә, йә көнләшеүҙән берәйһе “шартлап” ҡуйыр, аҙаҡ ҡайтырһың бысраҡ кейем менән.
Мин алдағы көндәрҙе күҙ алдына килтерә-килтерә ләззәтләнеп, “Ибра­һим” туҡталышына килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Тепловоз алдан йүгергәндә тәгәрмәстәре шпалдарға тейһә тейә, теймәһә юҡ, шикелле. Мин йүгермәй ҙә инем инде, оса инем, йөҙә инем – туҡтатырмын тимә. Бына бер ваҡыт арттан тепловоздың әсе итеп һыҙғырғаны ишетелде. Әллә ул миңә һоҡланып һыҙғырта, әллә юлдан сығыуымды һорай – быныһы ваҡ мәсьәлә, мин еләм генә. Күпмелер йүгергәс, юлға сыҡтым, машинисҡа сәләм бирәм, йәнәһе, ҡул болғайым. Тепловоз минең менән тигеҙләшкәс, машинист әллә ҡул болғаны, әллә йоҙроҡ төйҙө – аңламаным. Был хәл шул тиклем тиҙ булды. Күҙҙәремде йомоп асҡас, иҫем китте – танауға мазут ҡатыш солярка еҫе бәрелде, баштан алып аяғыма табан нимәлер шыуып төшөп китте. Ипләберәк ҡараһам, машинист минең өҫкә эштән сығып бысранған бер ус сепрәкте бәреп киткән икән. Әгәр аяғымды ҡуҙғата алһам, мин ошо минутта поезды ҡыуып етер ҙә машинисы, ярҙамсыһы менән бергә сәйнәп, әллә ҡайҙа атып бәрер инем, бәхеттәре – ҡуҙғала ғына алманым.

Ҡурҡа-ҡурҡа яйлап ҡына өҫ-башыма күҙ һалдым һәм телһеҙ ҡалдым... Өҫтә атайымдың трактор төҙәтергә кейгән кейеменән бер ҙә кәм түгел ине. Минең урында берәй йүнһеҙ генә кеше булһа, күптән йөрәге ярылып үлгән булыр ине, ярай әле мин булдым. Шул ваҡыт башыма нимәлер бәрелде, был минең күккә күтәрелгән түбәм булып сыҡты, ә эргәлә түбәм артынан күтәрелгән кәйефем ята ине.
Көҙләү һыуы менән күпме генә йыуһам да, мазут йыуылманы. Бысранған кейемдәремдең эсенә алда буласаҡ күңелле, шатлыҡлы ваҡиға­ларҙы, селпәрәмә килгән уй-хыялдарымды төрөп аҡ түгел иңде, ҡара пакетҡа һалдым да ҡайтыу яғына атланым. Атланым тип, шыуыша инем инде мин, дөрөҫөн әйткәндә. Аяғыма уралып йәбешкән, һаман да һушына килә алмаған кәйефемде лә һөйрәнем. Хәҙер минең ҡолағыма баҫыуҙа һайраған һабантурғайҙың моңо ла, Көҙләү йылғаһының сылтырап аҡҡаны ла ишетелмәй ине. Бына шулай, поезд юлында һаҡ булығыҙ, тип юҡҡа яҙмағандарын мин әле килеп аңланым.
Читайте нас