Йәмғиәт
24 Июль 2020, 12:30

Ҡышҡылыҡҡа – кетерләп торған ҡыяр

Был рецепт ябай ғына. Ә ҡыяр бик тәмле, хуш еҫле һәм кетерләп кенә торған булып килеп сыға. Иң һәйбәте, банкалар тоноҡланмай һәм баҙы булмаған ҡала фатирында ла яҡшы һаҡлана.

Был рецепт ябай ғына. Ә ҡыяр бик тәмле, хуш еҫле һәм кетерләп кенә торған булып килеп сыға. Иң һәйбәте, банкалар тоноҡланмай һәм баҙы булмаған ҡала фатирында ла яҡшы һаҡлана.


Кәрәк:

ҡыяр,

татлы борос,

һарымһаҡ,

кипкән укроп башы,

керән, ҡарағат, имән ағасы япраҡтары,

лавр япрағы,

йомро ҡара борос,

70 процентлы аш һеркәһе, бер литрға бер сәй ҡалағы,

аспирин таблеткалары, бер литрға бер таблетка.

Маринад, ун литр һыуға:

4 стакан шәкәр (800 гр),

1 стакан тоҙ (320 гр).

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, консервалаған ваҡытта иң мөһиме – таҙалыҡ! Ҡыяр һәм йәшелсә бик матур итеп йыуылһын, банкалар яңы губка менән генә йыуылһын, ә ҡулдар мотлаҡ таҙа булһын.
Шулай итеп, ҡыярҙы матурлап йыуабыҙ ҙа өс сәғәткә һалҡын һыуға һалабыҙ. Аҙаҡ уның остарын ҡырҡып сыға­быҙ, күп ҡырҡырға кәрәкмәй, саҡ ҡына етә.
Эште башлар алдынан тағы бер тапҡыр иғтибар менән ҡыярҙы тикшереп сығығыҙ, яҡшыларын ғына ҡалдырығыҙ. Таҙа банка төбөнә керән, ҡарағат, имән япраҡтары, укроп, лавр япрағы, һарымһаҡ һәм татлы борос һалабыҙ. Тәүге рәт менән вертикаль рәүештә ҙурыраҡ ҡыярҙарҙы урын­лаштырабыҙ. Шулай итһәң, күберәк һыясаҡ. Тығыҙ итеп һалырға тырышығыҙ. Икенсе рәт менән горизонталь рәүеш­тә вағыраҡтарын һалабыҙ.
Банкаға ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа быға тиклем ҡайнар һыуға тығып алынған ҡапҡастар менән ябабыҙ. 20 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Был ваҡытта тоҙлама (рассол) әҙерләйбеҙ.
Һыуға шәкәр менән тоҙ һалып ҡайнатабыҙ. 10 литр тоҙ­лама яҡынса 20 литр бан­каға етә. Рассол ҡайнап сығыу менән ҡыярҙан һыуҙы түгәбеҙ. Һәр банкаға өҫтәге иҫәп буйынса аш һеркәһе менән аспирин, самалап ҡара борос һалып сығабыҙ.
Ҡыярлы банканы тултырғансы тоҙлама ҡоябыҙ һәм, ҡапҡас ябып, бороп ҡуябыҙ. Банкаларҙы әйләндереп, йылы әйбер менән төрөргә кәрәк. Бер-ике көнгә шул килеш ҡалдырабыҙ. Аҙаҡ йылы әйберҙән сығарып, кире әйләндерергә һәм тағы бер-ике көн күҙәтергә. Барыһы ла яҡшы булһа, алып ҡуйырға. Ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡыяр әҙер.
Читайте нас