Йәмғиәт
25 Июля 2020, 12:30

Кем һине ташланы, тоғро дуҫ?

Айҙан ашыу бер урынды һаҡлаған эт әүәлгесә бойоҡ, бер кемде лә эргәһенә ебәрмәй.

Аксенов һәм Ҡырғыҙ-Миәкә ауылдары араһында оло юл буйында бәләкәй генә бер эттең ай буйына ултырыуына күптәр иғтибар иткән. Социаль селтәрҙә лә йорт хайуанының ни өсөн шул урынды һаҡлауына, урынынан да ҡуҙғалмауына ғәжәпләнеү белдерәләр.
Пост авторы белдереүенсә, ул тәү тапҡыр этте 7 июндә шәйләгән. Яҡын килергә уйлағас, тегенеһе шунда уҡ ҡыуаҡлыҡ артына ҡасҡан.
Аҙаҡ тағы ла урынына әйләнеп килгән. Ул һаман да әүәлгесә бойоҡ, бер кемде лә эргәһенә ебәрмәй, тиҙәр. Шул тирәлә йәшәгән кешеләр ваҡыт-ваҡыты менән килеп, уға ашарға ҡалдыра икән.
Бәлки, оҙаҡламай уның хужалары табылыр? Ваҡиғаның яҡшы тамамланырына бик тә ышанғы килә.
Фото: Bash.News
Читайте нас