Элвин Грейға ике тамсы һыу кеүек оҡшаған йәш кеше табылған. Хатта Радик Юлъяҡшиндың фанаттары ла быны таныған, тышҡы йөҙө, тауышы, һөйләшеү манераһы тас уныңса, тиҙәр улар.
Был егет үҙен Тим тип атаған. Социаль селтәрҙәр ҡулланыусылары араһында Элвин Грейҙың ижадын үҙ итеүселәр хәҙер был Тимды ла иғтибар менән күҙәтә икән. Шунлыҡтан йәш блогерҙың видеолары социаль селтәрҙәрҙә, Инстаграм киңлектәрендә бик популяр булып киткән, егеттең сәхифәһенә меңәрләгән кеше яҙылған.
Тим музыканы үҙ итә, бейергә ярата. Үҙенең блогында башлыса тормошон яҡтырта. Шулай итеп, хәҙер Элвин Грейҙың "йондоҙ" нуры Тимды ла "йылыта" .