Йәмғиәт
30 Июля 2020, 07:24

Беҙ бергә!

Был фотоһүрәттәргә ҡараһаң, күңелдә йылы булып китә. Һәүетемсә ауыл тормошо, матур тәбиғәт, егәрле кешеләр, күмәк балалар... Күп балалы был ғаилә Әбйәлил районының Ишбулды ауылында йәшәй. Эштәрҙе биш балаға ғүмер бүләк иткән Филүзә Хәлисова ебәргән.

Был фотоһүрәттәргә ҡараһаң, күңелдә йылы булып китә. Һәүетемсә ауыл тормошо, матур тәбиғәт, егәрле кешеләр, күмәк балалар... Күп балалы был ғаилә Әбйәлил районының Ишбулды ауылында йәшәй. Эштәрҙе биш балаға ғүмер бүләк иткән Филүзә Хәлисова ебәргән.


– Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, беҙ бергә. Эшкә лә, ялға ла тигәндәй. Ҡырға, тәбиғәткә һәр ваҡыт ғаилә менән бергә велосипедтарҙа сығырға яратабыҙ. Һыу төшөргә, мал ҡаршыларға ла велосипедта йөрөйбөҙ. Һәр ваҡыт фотоға төшәбеҙ. Күңелле мәлдәрҙе хәтерҙә ҡалдырғы килә шул, – тип яҙа ул.


Тәбиғәткә улар ял итергә лә, эш эшләргә лә сыға. Бергәләп бесән сабалар, емеш-еләк йыялар, мал көтәләр. Эште күмәкләп башҡарғас, барыһы ла ырай.


Филүзә Хәлисова әйтеүенсә, уларҙың балалары һәр яҡтан да әүҙем. Өлкәнерәктәре төрлө фотобәйгеләрҙә, шиғыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ҙур ҡыҙы Әҙилә шахмат ярышында беренселекте бирмәҫкә тырыша. Балаларының уңыштарына ҡанатланған әсәләре лә эштәрен беҙҙең бәйгегә ебәреп, көсөн һынап ҡарарға булған.


Һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фотоһүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.ga­zeta@mail.ru электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тип ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, беҙ һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Шулай уҡ автор тураһында ҙур булмаған мәғлүмәт тә булһа, яҡшы. Еңеүсе авторға бүләк тапшырыласаҡ.


Тағы шуға иғтибар итегеҙ. Яҡын арала фотобәйгенең шарты үҙгәрәсәк. Яңылыҡтарҙы ошонда күҙәтеп барығыҙ.
Читайте нас