Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2020, 16:44

Чупакабра һөжүм итһә...

“Бынан бер нисә йыл элек сит­лек­тәрҙә тотҡан ҡуяндары­быҙҙы этме, әллә төлкөмө та­маҡланы. Шунан һуң бөтөрҙөк тә, һаман алырға ҡыймайбыҙ. Нисек баҙнат итеп, был эште яңынан башларға икән? Ниндәй тоҡомдарға өҫтөн­лөк бирергә? Ҡуяндар мотлаҡ һарайҙа ултырырға тейешме?”Зилә САФУАНОВА, Туймазы районы.

“Бынан бер нисә йыл элек сит­лек­тәрҙә тотҡан ҡуяндары­быҙҙы этме, әллә төлкөмө та­маҡланы. Шунан һуң бөтөрҙөк тә, һаман алырға ҡыймайбыҙ. Нисек баҙнат итеп, был эште яңынан башларға икән? Ниндәй тоҡомдарға өҫтөн­лөк бирергә? Ҡуяндар мотлаҡ һарайҙа ултырырға тейешме?”

Зилә САФУАНОВА,

Туймазы районы.


Тере йән эйәләре булғас, ҡуян көткәндә лә юғалтыуһыҙ булмай. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Тик даими рәүештә төрлө сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡҡан юғалтыуҙарға әҙер булырға кәрәк.
Тәү сиратта – яңы тыуған ҡуян балаларын юғалтыу. Тәүгә бала тапҡан ҡуян уларҙы ҡыҙғанып, баҫып үлтереүе ихтимал. Йә улар, әсәләренең имсәгенә йәбешеп, ояһынан сыға ла өшөп үлә.
Бер аҙ үҫеп, ашай башлау менән оянан бер-ике ҡуянды юғалтыу ихтималлығы көслө. Айырыуса, ҡуян балалары оянан алынғас, ауырыуға дусар була. Был осорҙа ҡуян балаларының яртыһынан “ҡолаҡ ҡағыу” ихтималлығы бар. Шуға алдан уҡ ошо ҡыйын фактҡа әҙер булырға кәрәк. Тәүҙә мин үлгән бәпәйҙәрен илай-илай алып ҡуя инем. Хәҙер өйрәндем инде. Ҡыҫҡыс менән ипләп кенә оянан ситкә алам.
Минең өсөн иң ауыр булған юғалтыу тураһында һөйләмәксе инем.

Былтыр көҙ ҡар һуң ятты. Һуғымға әҙерләнгән ҡуяндарҙың йөнө әле матурланмағас, уларҙы һуймай торҙоҡ. Бер төндө ҡуяндарыма эт өйөрө һөжүм иткән. Ярай әле иртәгәһенә уларҙы ашатырға мин барманым. Йөрәгем ярылыр ине...
Эттәр тәҙрә ҡапҡасын емереп ингән­дәр ҙә ҡанлы туй ойошторғандар. Сит­лектәрҙе емереп, ҡуяндарҙы быуғандар, өҙгөләп ташлағандар. Әлбиттә, әгәр уларҙы тотоп, хужаһын асыҡлаһаҡ, ниндәйҙер кимәлдә юғалтыуҙы ҡаплатып булыр ине, әммә беҙ бер нәмә лә ишетмәгәнбеҙ.
Һөҙөмтәлә был юғалтыуҙан һаман арына алмайбыҙ. Һарайҙан ете тоҡ емтек сығарҙыҡ. Яҡынса һанап сы­ғарғанда, юғалтыуҙың хаҡы 100 мең һумға барып баҫа ине, сөнки тоҡомло ҙур-ҙур ҡуяндар ҙа, уларҙың балалары ла әрәм булды. Һанауымса, был ҡанлы төндә 98 ҡуяным һәләк булған. Өҫтә ултырған ҡуяндарҙан ни бары дүртәүһе иҫән ҡалғайны.
Юғалтыуҙан һуң, шаңҡып оҙаҡ йөрөнөм. Хатта яңынан был эшкә тотонорғамы-юҡмы тип тә уйлай инем. Тик йомро, йомшаҡ бәпестәр булмағас, йәшәүе лә күңелһеҙ. Яйлап-яйлап бер йыл эсендә ҡуяндарҙы элекке кимәлгә еткерҙек. Быйыл һуғымға әҙерләгән ҡуяндар һаны әҙерәк, тик хәҙер тиреһенең матурланғанын көтмәй генә һуябыҙ ҙа ҡуябыҙ инде.
Был ҡот осҡос хәлдән һуң, һунарсы­ларға мөрәжәғәт иттем, сөнки күптәр: был эт түгел, чупакабра, эт булһа, бер-икеһен генә ашар ҙа китер ине, тинеләр. Үҙ күҙебеҙ менән күрмәһәк тә, һунарсылар эт икәнлегенә ышандырҙы. Баҡһаң, хужалары һунар эттәре менән шөғөлләнмәһә, улар үҙҙәренә һунар эҙләй башлай. Авдонда ҡуян тотҡан дүрт хужаның ҡуяндарын тар-мар итте был эттәр. Һуңынан әллә тотолдолар, әллә хужалары ишетеп ҡалып, бәйләп ҡуйҙы, башҡаса улар ауыл буйлап ҡара эштәрен ҡылып йөрөмәне былай. Әммә улар килтергән зыян әле һаман үҙен һиҙҙерә.
Читайте нас: