Йәмғиәт
4 Августа 2020, 14:30

Бында яңы китаптар һәм яңы мөмкинлектәр еҫе аңҡый!

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән китапхананы асыу тантанаһында Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.

Ижади лаборатория, йәштәр биләмәһе, уйын майҙансығы, әҙәби ҡунаҡхана...

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән китапхананы асыу тантанаһында Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Рифғәт улы Суфиянов барлыҡ йыйылғандарҙы тәбрикләне һәм был ваҡиғаның ауыл халҡы өсөн генә түгел, район өсөн дә әһәмиәтлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яңы китапханаға - яңы китаптар. Улар йәмғеһе 9000 дана. Быларҙан тыш, китапхана яңы йыһаздар, интерактив ҡоролмалар менән тәьмин ителгән. Унда уҡыу даирәһен киңәйтеүҙән тыш, бар ғаилә менән ял итеп тә буласаҡ.

"Беҙҙең Туймазы районы бөтә республикала иң уҡымышлы төбәктәрҙең береһе, - ти Айҙар Рифғәт улы, - йылына китап уҡыусылар һаны 64 меңдән арта. Бында райондың Үҙәк китапханаһының өлөшө ҙур - улар был өлкәне ҡыҙыҡлыраҡ итә, төрлө акциялар, конкурстар ойоштора".

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Туймазы районында мәҙәниәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күп. Һуңғы йылдарҙа ике күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре үҙгәртеп ҡоролған, Туймазы ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт паркында йәйге амфитеатр төҙөлгән, әлеге ваҡытта кәрәкле музыка ҡоралдары, төрлө инвентарҙар һәм сәхнә костюмдары һатып алына.

Яңы модулле китапханала ете йүнәлеш буйынса эшләй. Уларҙың барыһы ла ингән ерҙә ҡурай таждары булып һынландырылған: ижади лаборатория, йәштәр биләмәһе, әҙәби ҡунаҡхана, музей, абонемент залы, уҡыу залы, электрон уҡыу залы - быларҙың барыһы ла өр-яңы йыһаздар менән балҡып ултыра. Һәр зал хаҡында ентекләберәк тәҡдим иткән видеояҙмабыҙҙа ҡарай алаһығыҙ.

Ҡандры ауылы халҡы яңы китапхана менән үтә ҡәнәғәт, был ваҡиғаға айырыуса кескәйҙәр шатлана, бөгөн китапхана асылыу менән, бында балалар ағыла.
Читайте нас