Тәүҙә миндекте таҙа һыу менән сайҡатып алабыҙ. Мунса процедураһына бер сәғәт ҡалғас миндекте һалҡын һыуға батырып тығып ҡуябыҙ һәм әйләндергеләп торабыҙ. 30 минут тотҡас, букет һымаҡ ултыртып ҡуябыҙ. Шул рәүешле тағы ярты сәғәт тотабыҙ.
Миндекте парларға ваҡыт ҡалмаһа, уны 15 минутҡа ҡайнар һыулы тасҡа һалып тороғоҙ. Аҙаҡ букет итеп ултыртығыҙ. Миндек шулаҡ дымды һеңдереп оҙаҡ торған һайын, һығылмалыраҡ була. Өсөнсө ысул – миндекте йылы һыуға манып, полиэтилен пакетка тығырға һәм бер нисә тамсы май тамыҙырға йәки төрлө үләндәр һалырға ла 10-15 минут мунса эләүкәһендә тоторға кәрәк.
Фото:Funik.ru