Йәмғиәт
9 Август 2020, 15:30

Кем бесәйҙәрҙе пакетта ташлап киткән?

Видеокамераларҙан күренеүенсә, ҡанһыҙ хужабикә – оло йәштәге ханым...

Кисә баш ҡаланың ветеринар клиникаларының береһендә күңелде ҡырырлыҡ ваҡиға булған: оло йәштәге ханым, ике ярайһы уҡ үҫкән бесәй балалрын бәләкәй пакетҡа һалып, ныҡ итеп бәйләп, клиникала ташлап киткән.
Йорт хайуандары яҙмышына битараф булмаған ирекмәндәр был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән.
- Пакетты ишек төбөнө һелтәп киткәндәрен камера аша ғына ҡарап белдек. Унда ярайһы уҡ оло йәштәге ҡатынды төҫмөрләнек. Бесәй балаларына йорт һәм хәстәр талап ителә, - тип яҙа был хәлгә битараф булмағандар.
Пакетта ике бесәй балаһы - “малай” һәм “ҡыҙ” булған.
Әлеге ваҡытта уларҙы ваҡытлыса үҙендә ҡалдырған кеше табылған. Бесәй балаларын стерилләштереп, изге күңелле кешеләргә бирергә ниәтләйҙәр.
Ә бәләкәстәрҙе шундай ысул менән ташлап киткән ҡатынды намыҫы борсоймо икән?
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас