Йәмғиәт
11 Августа 2020, 11:00

Тағы бер заманса туҡталыш

Әлеге көнгә Өфө ҡалаһының пассажирҙар ташыуҙың муниципаль маршруттар буйынса туҡталыш Реестрына 1233 туҡталыш индерелгән.

Өфөлә 135 “аҡыллы туҡталыш” ҡуйылды. Уларҙың 115-ен “Өфө ҡала транспорты” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерә. Был туҡталыштар светодиод менән яҡтыртыла, транспорт килер ваҡытты белергә ярҙам иткән мәғлүмәт таблоһы, “112” һаны буйынса оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу төймәһе, телефондарҙы көйләргә usb-зарядлау ҡоролмаһы бар.
Шулай уҡ туҡталыш павильондарына өс видеокамера ҡуйылған. Мохтажлыҡ килеп тыуа ҡалһа, һәр кеше 8-800-600-51-84 йәки 273-94-29 һандары буйынса шылтыратып, видеояҙманы ҡарарға һорай ала. Ойошма хеҙмәткәрҙәре видеоархивты һаҡлауға ғаризаны теркәп ҡуя. Уны 5 көн эсендә яҙа һалыу зарур. Хеҙмәткәргә киҫкен хәл-ваҡиға булған көндө (датаны), ваҡытын, адресын әйтергә, ғаризаның теркәү һанын һорап алырға һәм уны хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырырға кәрәк. Бынан аҙаҡ видеояҙманың күсермәһен полиция хеҙмәткәрҙәре генә һорап ала. Бының өсөн улар граждан яҙған ғаризаның һанын күрһәтеп, “Өфө ҡала транспорты” идаралығына запрос эшләй.
Читайте нас