Йәмғиәт
14 Августа 2020, 07:39

Хәтер ипкендәре...

...Ҡышҡы каникулға ҡайт­ҡанда әнейем бер миңә, бер өҫтөмдәге салғыйына ҙур ямау һалынған пальтома (миңә ни эшләптер иң иҫкеһе эләккәйне шул – арыуырағын эләктерергә сослоҡ, өлгөрлөк етмәгәндер) ҡарап торҙо ла: “Балам, әллә кире ҡайта­һыңмы, бер үҙемә бигерәк ҡыйын бит”, – тине. Өфөгә китер алдынан тағы ла шул һүҙҙәрен инәлгәндәйерәк итеп ҡабатланы.

...Ҡышҡы каникулға ҡайт­ҡанда әнейем бер миңә, бер өҫтөмдәге салғыйына ҙур ямау һалынған пальтома (миңә ни эшләптер иң иҫкеһе эләккәйне шул – арыуырағын эләктерергә сослоҡ, өлгөрлөк етмәгәндер) ҡарап торҙо ла: “Балам, әллә кире ҡайта­һыңмы, бер үҙемә бигерәк ҡыйын бит”, – тине. Өфөгә китер алдынан тағы ла шул һүҙҙәрен инәлгәндәйерәк итеп ҡабатланы. “Унынсыны унда тамамлаһам, теләгән институтҡа кереүе еңелерәк була бит, әней”, – тип яуап­лайым. “И-и-и, балам, башың булһа, бында бөтөрһәң дә керерһең теләгән инсти­тутыңа, Алла бирһә”, – тип һүҙен тамамланы. Интернатта миңә барыһы ла оҡшай, ошо бер нисә айҙа ғына күпме нәмә күрҙем, белдем, аңланым. Тик әнейемдең һүҙҙәре башҡа инеп ултырғайны инде. Ысынлап та, бер үҙе бит. Шунан ни эшләп мин уны инәлтергә тейешмен? Ул бит әней! Уның һүҙе һүҙ булырға тейеш... Һәм, ҡыйынһынып булһа ла, ҡайтырға булдым.
Олоғая башлағас, Төркиәлә бер Әйүп исемле үҫмер әсәйҙәр тура­һында һүҙ сыҡҡас, “йәннәт аналар­ҙың аяҡ табаны аҫтында” тигән һүҙен әйтте. Ҡөрьән аяттарын бел­мә­һәм дә, ғәмәлдә уны аңлағанмын икән, ул иман – әҙәп, ихтирам – ҡаныбыҙҙа булған. Тыңлаштым. Ҡайттым. Үҙемсә һигеҙенсене арыу тамамланым: бер “өслө”м дә, бер “бишле”м дә булманы. Түп-түңәрәк “дүртле”ләр. Уҡый алмай ҡайтҡан тип әйтә алмаҫтар.
Беҙҙең класта уҡыған Ейәнсура егете Зиннәт Бикбулатов медицина фәндәре докторы, профессор дәрәжәһенә етте, оҙаҡ йылдар Новосибирскиҙа эшләп, Силәбегә килеп төпләнде. Салауат районынан Мәжит Баһауетдинов республикала үҙен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессор Мәжит Алкин (фамилияһын тыуған ауылы Әлкә исеменән алып) тип танытты. Башҡорт йыры хаҡында төплө монографиялар яҙҙы, сәнғәт фәндәре кандидаты исеменә лайыҡ булды. Дуҫым, Күгәрсен районы егете Вәли Байморатов, мәктәптә бер аҙ эшләп алғас, яҙмышын журналистика менән бәйләне. Бик оҙаҡ йылдар тыуған районының “Хеҙ­мәт­кә дан” гәзите мөхәррире вази­фаһын баш­ҡарҙы. Уның хеҙмәте “Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исем менән баһа­ланды. Бер нисә генә ай уҡып киткән Архангел районы егете Нур Хәбиров Башҡорт­остан яҙыусылар союзы ағзаһы булып китте, бер нисә китап авторы. Бер генә кластан күпме танылған кеше үҫеп сыҡҡан...
2020 йылда сығарылған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернат энциклопедияһында уларҙың исеме лайыҡлы урын алған. Ул китапта минең исем-шәрифемә лә урын табылғаны “мин дә интернатский” тигән ғорурлыҡ хисе уятты. Элекке заманда сәнәғәттә “Знак качества” тигән төшөнсә бар ине. Интернат – кешелектең, намыҫтың, тырышлыҡ, эшһөйәрлек, имандың сифат тамғаһы ул.
...Ҡайттым ауылыма. Әҡсән дә ни эшләптер ҡайтырға булған. 1 сентябрҙә уҡыу йылы башланыуға арналған линейка үткәрелде. Барыһы ла – уҡыусылар ҙа, уҡытыу­сылар ҙа ҡояшлы көнгә яуап итеп йылмая, бөхтә итеп кейенгән. Шулар араһында бер пар айырылып тора – завучыбыҙ Зөфәр Абдуллин ағай менән пионервожаты­йыбыҙ Әлфирә апай. Был көнгә бер үк материалдан тектерелгән асыҡ көрән-шоколад төҫөндәге костюм кейгәндәр. Шул тиклем зауыҡлы, шул тиклем килешә, үҙе бер кәртинкә, күҙҙең яуын алып тора. Матурлыҡ шулай булалыр, күрәһең. Зыялылыҡ, интеллигент­лыҡ – күңелде күтәрерҙәй, донъя йылмайғанын күрһәтерҙәй, йәшәүгә дәрт өҫтәрҙәй, кеше күңеле йылы­һын тойҙорорҙай, тик яҡшы уйҙарға ҡына тарытырҙай. Донъяны ҡотҡа­рырға тейеш булған матурлыҡ! Кешеләр тышҡы күр­кәмлегенә эске матурлығын да – бәҫ, дәрәжә, намыҫ, итәғәт, ихтирам, ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ һәм башҡа күп сифаттарҙы ҡушып гармония тыуҙырһа, шул булмаҫ инеме икән донъяны ҡотҡарырҙай матурлыҡ?
Зөфәр ағай Абдуллин тинем дә, ул бер йыл эсендә Зөфәр ағай Ҡарамышевҡа әйләнгән булып сыҡты. Нисек улай? Аҙағыраҡ аңлаттылар. 1956 йылдың февра­лендә КПСС съезы булып үткән. Сираттағы егерменсе был оло йыйында ил яҙмышын, һәр ғаилә, кеше яҙмышын тамырынан тиерлек үҙгәртерҙәй ҡарарҙар ҡабул ителгән. Беҙ Алла урынына күргән бөйөк юлбашсыбыҙ Сталиндың хилаф эштәре лә аҙ булмаған. Ул үҙ шәхесе культын урынлаштырған, ошо юлда күпме илһөйәрҙәрҙе – илем, партиям, социализм, тыуған ерем тип йән атып эшләгәндәрҙе, ил ҡеүәте, уның именлеге, милли-рухи бөтөнлөгө өсөн көс һалған шәхестәрҙе аҫа-киҫә, ата, юҡ итә, төрмә-һөргөн­дәргә “халыҡ дошманы”, “милләтсе” тип мөһөр һалып оҙата-оҙата “бөйөгәйә” барған.
Съезд быларҙы енәйәтсел оло ғәйеп, хилаф эш тип танып, реабилитация – бер ғәйепһеҙ хөкөмгә тарттырылған миллионлаған кешеләрҙе аҡлау процесын башлап ебәрә. Баҡһаң, әллә ҡайҙарҙа, алыҫта барған хәлдәр беҙгә бик ҡағылмай тип уйлаһаҡ та, беҙҙең арала ла ундайҙар аҙ булмаған. Тик ололар бала күңеленә мәңгелек яра һалмаҫ өсөн күп нәмәне йәшергән, беҙҙең күҙгә ҡорған ҡорған. Зөфәр ағайҙың нәҫел тамырҙары бөгөн беҙ ғорурланып, ил, милләтебеҙҙең ғәййәр улдары Ҡарамышевтар тигән заттан килгән икән.
ХVI быуатта Юрматы ырыуының Рус дәүләтенә ҡушылыу теләген батшалыҡ вәкилдәренә еткерергә барған дүрт илсенең береһе Тәтегәс бей, Аҙнай староста, Илсектимер старшина менән бергә Ҡармыш түбәһе старшинаһы Ҡармыш баба булған. Рәсәй империяһының күп һанлы походтарында ҡатнашҡан, майор дәрәжәһенә еткән Ҡармыш нәҫеле Йософ халыҡ уға арнап йыр сығарыу дәрәжәһенә лайыҡ булған. Ҡарамышевтар тәүге мәктәптәр асҡан, эшҡыуарлыҡҡа халыҡты йәлеп иткән. Ә инде ХХ быуатта Октябрь революцияһы осо­рондағы милли-азатлыҡ хәрәкәте башлан­ғас, унда әүҙем ҡатнашҡандар.
Гәрәй Ҡарамышев хатта Баш­ҡортостан милли Хөкүмә­тенең беренсе рәйесе булған. Совет власы нығына барған һайын халыҡтың бындай күренекле улдары “халыҡ дошмандары”, “вәлидовсы”ға, “милләтсе”гә әйләнә бара. Һәм 1937–1938 йылдарҙағы афәт башҡорт милли сәйәс­мәндәрен дә, зыялы-интел­лигенцияһын да аямай. Рәми Ғариповтың “серле ҡурайы­ның бер осонан тамған ҡан тамсыһы” булып тыуған еренә лә, халыҡ хәтеренә лә, тарих сәхи­фәһенә лә һе­ңешә...
Зөфәр ағай нисек кенә теләмә­һен, репрессия ҡор­бан­дары фа­милияһын йөрө­тә алмаған. Үҙе лә аңлап етмәгәндер тәүҙәрәк, ололар ҙа ундай теләгенән тыйып тор­ғандыр. Реабилитация башлан­ғас, беренселәрҙән булып нәҫел тарихына, ҡан берлегенә, үҙ асылына тоғролоғон раҫлап, үҙ фамилия­һына ҡайтҡан. Абруйлы кеше ине Зөфәр ағай. Оҙаҡ йылдар Ишембай нефть колледжында эшләне. Тыуған яҡ төйәген ныҡлы өйрәнеп, “Маҡар” тигән китап та сығарып өлгөрҙө.
...Уҡыуымды дауам итәм. Ба­рыһы ла элеккесә, хатта ҡоласын йәйеп инглиз теле лә көтөп тора. Мәктәп директоры яңы – Йома­ғужин Фуат Рәшит улы. Белеме буйынса – химик. Төрлө заводтарҙа эшләп һаулығы ҡаҡшағас, ауылға, мәктәпкә эшкә ҡайтты. Ҡарап тороуға ҡырыҫыраҡ күренгән ағайыбыҙ – күңеле менән лирик. Ул халыҡтың йыр-моң ижадын өйрәнә, көйҙәр сығара, йырҙар яҙа. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһындағы концертта республиканың йыйылма хоры Фуат ағайҙың “Әүһәләй” тигән халыҡ йырына нигеҙләнеп яҙылған “Аҡ күгәрсен” әҫәрен башҡарып, алҡыштарға күмелә. Беҙ ҙә IX–X кластарҙа уҡығанда концерттар менән күрше ауылдарға сыҡҡанда Фуат ағайҙың йырҙарын йыш башҡара инек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның төрлө яҡҡа һибелгән ижады бер ергә генә туплана алманы. Шуғалыр ҙа бөгөн асыҡ ҡына төҫмөрләнмәй.
Класс етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, военрук, физкультура уҡытыусыһы Фәтхелис­лам ағай Мөхәмәтов ине. Кеше­ләргә булған матур мөнәсәбәте балаларҙы уға ылыҡтыра ине. Шәп егеттәр үҫтерҙе улар. Иң олоһо Исфар Мөхәмәтов КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары дәрәжәһенә етте... Мәктәп тормошонда әүҙеммен. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашам ғына түгел, ойоштороп та йөрөйөм. Пионер ойошмаһының дружина советы рәйесе “ҡамытын” кейҙерҙеләр. Уныһын да рәхәтләнеп, һис бер көсәнмәй тартам.
Һәр яңы көн төрлө асыштар менән ғәжәпләндерә. Промартелдә эшләгән Әхәт Әхмәтйәнов ағай һуғышта иң шәп снайпер булған тиҙәр. Ҡарап торһаң, бер ҙә ҡаһарманға оҡшамаған. Әнейем аралашып йәшәгән Сара инәйҙең (ул – Зәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе) ире Абдрахман ағай ҡайтҡан икән. Һуғышта әсирлеккә эләккән булған, шуның өсөн уны төрмәгә ултыртҡандар. Улай ҙа була икән. Уларҙың балалары Камил аҙаҡ фән докторы, ғалим булып китте, дуҫым Рәмил, һеңлеләре тиҫтерем Нурияның борсолғанын да, уңайһыҙланғанын да, ҡыуанға­нын да күрергә тура килде.
Ауылыбыҙға ҡайҙандыр Дәрүиш исемле полковник ағай ҡайтҡан. Ул өй төҙөп алды ла баҡса үҫтерә башланы. Ситтән генә ҡарап, емеш баҡсаһы шулай була икән, тип үтеп китәбеҙ.
Мәскәүҙә йәйге айҙарҙа үткән демократик йәштәрҙең VI Бөтә донъя фестиваленең шауҡымына бирелеп, планеталағы хәлдәргә ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ташлап алабыҙ. 29 сентябрҙә Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ауылы янын­дағы “Маяҡ” комбинатында радиоактив ҡалдыҡтар шартлап, бар тирә-йүн, шулар араһында бер нисә башҡорт ауылының көслө ағыула­ныуын илгә еткермәгәстәре, ундай фажиғәләр тураһында хәбәрҙар булманыҡ.
Беҙҙең бөгөнгө тормошта дәрт һүрелмәй, көс таша барғандай. Был хистәрҙе 4 октябрҙә Советтар Союзынан Ерҙең беренсе яһалма юлдашы осоролдо тигән хәбәр уғата көсәйтте. Мәскәү радиоһы Ер юлдашы бөгөн кис, төндә ҡайһы өлкә,
республика, ҡала, ауыл өҫтөнән, сәғәт нисәләр тирәһендә ҡайһы меридиан, ҡайһы параллель киҫелеш­тәрендә осасағын әйтә башлағас, бар халыҡ урамға сыға, күктән күҙен алмай. Ысынлап осамы икән, күренәме икән, Йыһан йыраҡ бит, осһа күрербеҙме, тиҙәр. Аранан берәү ҡысҡырып ебәрә: “Ана, ана, осоп бара!” Күктәге ҡуҙғалмай торған йондоҙҙарҙы, ерҙәге көтөп торған кешеләрҙе сәләмләгәндәй, йым-йым күҙ ҡыҫа-ҡыҫа ниндәйҙер есем оса. Радионан уның “пип-пип” тип сигнал биргәнен дә йотлоғоп тыңлайбыҙ. “Ана, ана, юлдаш бит, юлдаш!” Ул күҙҙән юғалғансы ҡарап торабыҙ ҙа, “күрҙек, ер юлдашын күрҙек”, тип ҡәнәғәт булып таралышабыҙ.
Ә 29 октябрҙә Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзының 40 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Бөтә комсомол-пионер­ҙар уға дәртләнеп дәррәү әҙерләнәбеҙ.
Читайте нас