Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 13:24

Ҡошсоҡтоң һуңғы көнө

Яҙмыштың юлдарын үҙебеҙ һайлайбыҙ...

...Настяның үлемен кис кенә хәбәр иткәндәр. Тегендә йә бында кешегә ялланып эшләп йөрөгән, һәр саҡ тиерлек “һуҡмыш” булған ағалары төнгә ҡарай машина эҙләп сапҡан: ауыр хәбәр еткергән кеше ҡатын менән ҡайҙа, нимә, ни өсөн булғанын әйтеп тормаған. Күрше ауылдың көтөү көткән тауы буйындағы яланға барырға ҡушҡандар. Бына шулай, ағалары бала саҡтан “ҡошсоҡ” тип йөрөткән Настяның һуңғы көнө шунда тамамланған.


Ә хәл хөрт булып сыҡҡан: түҙеп торғоһоҙ эҫелә көн һайын айнымай тиерлек эскән Настя, ҡайны йораты менән кемгәлер көтөү көтөргә ял­лан­ған. Асыҡ яланда әлһерәп, мал артынан йөрөгән әле ул. Төш­тән һуң хәле насарая башлаған. Бер аҙ ятып торорға ниәтләп, юлдан йы­раҡ түгел ерҙә үләнгә ятҡан. Баш аҫтына иҫке кофтаһын да һал­ған булған... Саҡ ҡына ситтәге ҡы­уаҡтар төбөнә, күләгәгә лә барып етмәгән – шул тиклем хәле насар булдымы икән? Бер нисә сәғәттән эргәһенә һыбайлы ҡайныһы килеп ҡысҡырып киткән:

– Көн кискә ауыша, нимәңде ҡарап ятаһың?
Настя ҡуҙғалмағас, мал артынан йүнәлгән: көтөү көткәндә тик тороп булмай. Инде көн тамам кискә ауышҡас та ҡатындың тормауын күреп, ҡарт яҡыныраҡ килгән һәм... ҡото осҡан: Настя шул ятып торған ерендә генә йән биргән...
Ваҡиға урынына “Ашығыс яр­ҙам”, полиция килгәнсе, был хәлде тикшергәнсе төн еткән.

Бына ошо сүрәттә уны ағалары күрше Александрҙың прицеплы машинаһын яллап, килеп алған да инде. Йәйге селләлә яландағы үлем еҫен тойоп, ҡыуаҡлыҡтар ара­һынан төлкө сығып ҡарап тор­ған. Быныһы күрше Александрҙың һөйләгәненән мәғлүм булды.
...Йәп-йәш килеш шундай аяныслы үлемгә дусар булған Настя ваҡытында хәтәр ҡылыҡтары ме­нән тотош ауыл халҡын аптыратҡан кеше ине ул. Мәктәптән һуң ҡыҙ бер ҡайҙа ла уҡымаған, ауылға, ту­ған­дарына килеп йөрөгән баш­ҡорт егетенә кейәүгә сыҡҡан һәм күрше өлкәләге бәләкәй генә ҡалаға күсеп киткән. Тиҙҙән йәш ғаиләнең ҡыҙы тыуған. Тик... Бала аҡ йөҙлө, йәшел күҙле Настяға ла оҡша­маған, атаһына ла тартмаған. Ҙур ҡара күҙле, сөм-ҡара сәсле бала үҫкән һайын, Настяның иренең туғандары был баланың үҙҙәренә ҡағылышы булмағанында нығыраҡ шикләнһә лә, йәш ғаиләгә ҡыҫыл­майыҡ, тип өндәшмәгәндәр.
Шулай, бер йәй Настя ауылына, бәләкәс ҡыҙын эйәртеп, әсәһе эргәһенә ҡайтҡан. Бөтә тормош кү­ңел асыуҙан һәм рәхәтлектән тора тип ысын күңелдән инанған Настя “ирем өйҙә ҡалды” тип уйлап та тор­маған, тағы мажаралар диң­геҙенә сумған... Һөҙөмтәлә туғыҙ ай­ҙан уның тағы бер балаһы донъяға килгән: был юлы ерән, шулай уҡ ни атаһына, ни әсәһенә оҡшамаған бала булған ул.
Быныһында инде иренең ипле туғандары түҙмәгән, янъял ҡуп­тарған, “анализ үткәрәбеҙ” тип яна­ған һәм башҡалар, һәм башҡалар... Шик ҡорто ингән урында нимә бул­ғанын, яҙмаһаҡ та, үҙегеҙ күҙал­лайһығыҙ инде. Һәр хәлдә анализ, ысынлап та, бар шиктәрҙең нигеҙле икәнлеген раҫлаған, тип һөйләгән аҙаҡ халыҡ.
Һөҙөмтәлә Настя ире менән айы­рылышып, ике балаһын эйәр­теп ауылға, ҡарт әсәһе һәм эсергә яратҡан ағалары янына ҡайтып төш­кән. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыр йә­шәй ине уның ғаиләһе. Ҡасан­дыр, Настяның атаһы иҫән саҡта, колхозда эшләп йөрөгәндә, был күп балалы ғаилә, етеш йәшәмәһә лә, нужа күрмәгән. Әммә ғаилә баш­лығы вафат булғас, барыһы ла артҡа тәгәрәй башлаған: эсеүҙән башҡаны белмәгән улдары йорт-ҡураға ҡул һелтәһә, Настяның тормошо тотош кәйеф-сафаға, рәхәт­лек эҙләүгә әүерелгән.
Ә Настяның ҡулынан барыһы ла килә ине бит! Кәйефе булғанда йортто сынъяһау итеп йыйыштырып ҡуйыр, балаларын да хәстәр­ләр ине. Әммә һәүетемсә йәшәүҙән йәм тапманы, әллә ялҡаулығы ең­де, мәгәр бер нисә йылдан, ҡарт әсә­һе лә вафат булғас, был донъя тотош тәртипһеҙлек ояһына әүе­релде: берәйһенә ялланып эшләй­ҙәр ҙә күмәкләп эсәләр, низағ­лашалар.
Ул арала өлкән ағаһы Митяның да йәш кенә ҡатыны йөрәктән вафат булып, ике балаһы етем ҡал­ды, уныһы ла былар янына килеп ҡушылды... Ҡыҫҡаһы, ошондай ҡа­ҙанда үҫте Настяның һәм Митяның балалары. Бер һыныҡ икмәкһеҙ ул­тырған ваҡыттары ла булманы тү­гел. Әммә һыйыр аҫрарға йыбан­дылар, хатта бәғзе йылды картуф та сәсмәнеләр, сөнки төртөп, мыжып торорға хәҙер ҡарт әсәләре юҡ ине.
...Аллаһ Тәғәлә Настя менән ағаһы Митяның балаларын үҙе ҡурсалағандыр: күрмәгәнде күреп үҫһәләр ҙә, имен-һау буй еткереп, был ҡурҡыныс оянан осоп сығып киттеләр. Береһе лә һауалағы торнаға ымһынып йәшәмәй, хәлдәренән килгәнсә ғаилә ҡороп, донъя көтөүҙәре – үҙе үк ҡыуаныс.
...Әммә һуңғы йылдарҙа Настя би­герәк биреште, тине уны күргән ке­шеләр. Саҡ ҡырҡты уҙыуына ҡа­ра­маҫтан, хәҙер ул, әлбиттә, ир­ҙәр­ҙе артынан йүгертеп йөрөткән көр тауышлы, көләкәс, ҙур күҙле Настя түгел ине инде. Эскелек һәм мажаралы тормош уны таушалт­ҡан, йәшәү көсөн һурып бөткән ине.
Бынан бер нисә йыл элек ул үҙе ише төшөрөргө яратҡан бер ке­шене осратып, күрше ауылға күсеп киткән. Эске араһында тамаҡ ялғау өсөн кешегә ялланып төрлө эштәр башҡарыуҙарын, аҙ ғына форсат сығыу менән ҡырын тейәп алыуҙарын яҙып тормаһаҡ та, аңлайһығыҙ инде.
...Хоҙай Тәғәлә сибәр Настяға ваҡытында ипле ғаиләгә килен булып төшөү форсатын юҡҡа бирмә­гәндер: әгәр шунда йәшәйешенең ҡәҙерен белеп, ирен хөрмәт итеп, булған донъяны көтөп китһә, балаларын да әллә кемдән түгел, ә бергә йәшәгән иренән тапһа, бәлки, уның тормошо былай аяныслы тамамланмаҫ та ине.
Яҙмыш маңлайға яҙылған, тиһәләр ҙә, уның юлдарын үҙебеҙ һайлайбыҙ шул...
Читайте нас: