Аҙаҡ үҫмерҙең интим һүрәте Русландың кеҫә телефонында һаҡланған һигеҙ ҡорбандың береһе икәнлеге асыҡлана. Педофил малайҙар менән социаль селтәрҙәрҙә таныша, аралаша, ышаныстарына инә, осрашыуға саҡыра. Ҡайһы бер йәш "дуҫтарын" үҙ фатирына ла саҡыра. Зыян күреүселәр араһында - Белорет, Нефтекама, Краснодар, Ҡазан һәм Каменск-Уральск балалары бар.