Беҙҙең һәр үткән көнөбөҙ тарихта тороп ҡала бара һәм һуңғы 100-200 йыл самаһы ваҡыт өсөн борсолаһы түгел: барлыҡ әһәмиәтле ваҡиғалар һәм шәхестәр тураһындағы яҙмалар архивтарҙа, гәзит-журнал төпләнмәләрендә һаҡланып килә. Әммә унан алдараҡ булған быуаттар буйынса асылмаған серҙәр күп һәм уларҙы асыҡлау археологтар иңенә ята.
Ғалимдың коллекцияһы ҡуйылды
Беҙҙең төбәктә тәүге археологик эҙләнеү эштәре ХVIII быуатта уҡ уҙғарыла: Павел Рычков һәм башҡаларҙан торған экспедициялар хәҙерге Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Благовещен ҡалалары тирәләй урынлашҡан боронғо ҡаласыҡтар һәм рудниктар буйынса яҙмалар әҙерләй. Артабан да бындай ҡаҙыныу эштәре даими үткәрелеп тора, Өфөлә Музейҙар буйынса губерна комитеты ла асалар. Үткән быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостандың тәүге археологик картаһы төҙөлә.
Шулай ҙа планлы һәм маҡсатҡа йүнәлешле археологик эшмәкәрлек республикабыҙҙа уҙған быуаттың 50-се йылдарында ғына әүҙемләшеп китә. Был башланғысҡа яңыраҡ асылған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты нигеҙ һала, уның археологтар төркөмө тимер һәм урта быуаттарҙың, боронғо күсмә халыҡтарҙың ҡомартҡыларын өйрәнә башлай. 1980 йылда тарих фәндәре докторы, профессор Раил Кузеевтың башланғысы менән баш ҡалабыҙҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Археология һәм этнография музейы асыла.
2010 йылда Башҡортостандың Археология йәмғиәте ойошторолғайны. Республиканың Милли музейында яңыраҡ үткән тантана ошо йәмғиәттең ун йыллығына һәм Рәсәй академик археологияһының 100 йыллығына тура килтерелде. Музейҙа был көндө күренекле археолог, йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың иҫтәлегенә “Тарихтағы исем” тигән күргәҙмә лә асылды, унда ғалимдың коллекцияһында булған һәм һирәк осраған тимер әйберҙәр, ҡорал, көнкүреш кәрәк-ярағы ҡуйылғайны. Улар барыһы ла Милли музей фондтарында һаҡлана.
Нияз Мәжитов – тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты һәм почетлы академигы. Киң билдәле ғалим республикабыҙҙың иң юғары наградаһы – Салауат Юлаев орденына ла лайыҡ булған. Беҙҙең гәзиттә лә уның менән әңгәмәләр даими баҫылды, журналистар ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә лә ул йыш ҡатнашты. Шуға күрә Башҡортостан археологияһы тураһында һөйләгәндә Нияз Абдулхаҡ улының исеме иҫкә төшмәй ҡалмай.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Раил Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре “Туристик миҙгел-2020: өмөттәр һәм ысынбарлыҡ” тип аталған онлайн-конференция үткәрҙе. Уны “Сколково” бизнес-мәктәбе сиктәрендә ойошторғандар.
Конференция өс төп сессиянан торған:
1. Быйылғы туристик миҙгел.
2. Инфраструктураның әҙерлеге.
3. Яңы ылыҡтырыу нөктәләре.
Сарала Рәсәй туризм индустрияһы вәкилдәре Рәсәйҙәге быйылғы йәйге ял мөмкинлектәрен һәм уларҙың нисек файҙаланылыуын, яңы йүнәлештәр һәм продукттарҙы, курорт биләмәләрен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен, шулай уҡ хәүефһеҙ ял итеү шарттарын тикшергән.
Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Көньяҡ Уралдың археологик мираҫы бүлеге Нефтекама ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре менән берлектә ошо ҡаланың көнсығыш өлөшөндәге урындарҙы өйрәнде.
Биләмәнең археологик сығанаҡтары менән танышыу барышында ғалимдар XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән һәм Пугачев фетнәһе ваҡытында емерелгән Илдиан тимер ҡойоу заводының урынын асыҡлаған.
Музей фондтары менән эшләү барышында археологик һәм этнографик әйберҙәр ентекләп өйрәнелгән, уларҙың ғилми әһәмиәте билдәләнгән. Ғалимдар шулай уҡ Нефтекаманың тыуған яҡты өйрәнеүселәре менән осрашыу ҙа үткәргән һәм унда түбәнге Ағиҙелдең уң яры тарихы буйынса һөйләшеү ойошторған.