Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр баш ҡала буйлап эш сәфәренә сыҡты. Ул юл ремонты барышын ҡараны һәм мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе.
Киләһе йыл илдең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә ингән 21-се лицей 100 йыллығын билдәләйәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бай тарихлы уҡыу йортоноң бинаһы авария хәлендә тиерлек, кешеләр өсөн хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә яңы уҡыу йылында уҡыусылар һәм уҡытыусылар күршеләге 41-се, 126-сы мәктәптәргә күсеп уҡырға мәжбүр буласаҡ.
Проблеманы хәл итеү өсөн Радий Хәбиров лицейҙы төҙөкләндереүҙе Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә һәм бинаны яңырта башларға ҡушты. Ремонт эштәре уҡыу йортоноң юбилейына, 2021-2022 йылдарҙа тамамланырға тейеш.
Төбәк етәксеһе мәктәп коллективы менән аралашып, яңы уҡыу йылы башланыуға ҙур иғтибар бүлеүҙе һораны.
– Һеҙгә еңел булмаған шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Шуға бик ныҡ һорайым: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Быйыл беҙ медицина инспекторҙары институтын индерәбеҙ, улар барлыҡ санитар талаптарҙың үтәлешен тикшерәсәк. Быға аңлап ҡарауығыҙҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Яңы уҡыу йылында Өфөлә уҡыусылар ағымдарын визуалләштереү буйынса тәжрибә үтәсәк. Был коронавирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефен кәметәсәк. Радий Хәбиров ошо методиканы һынап ҡарарға тәҡдим итте. Киләсәктә был тәжрибә бөтә республика буйлап тараласаҡ.
Уны үткәреү майҙансыҡтарының береһе - 19-сы мәктәп. Әле бында бинаның тышҡы яғын капиталь ремонтлау тамамлана, витраждар, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған. Радий Фәрит улы ремонттың сифатын баһаланы һәм педагогтарҙы яңы уҡыу йылын ышаныс менән ҡаршы алырға, шул уҡ ваҡытта бөтә санитар талаптарҙы үтәргә саҡырҙы.
Артабан Радий Хәбиров Комсомол урамында Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Урман техникумы урамына тиклемге өлөшөндә барған реконструкция менән танышты. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса башҡарылған ремонт былтыр башланғайны. 3,84 километр оҙонлоғондағы участкала эшселәр юлды дүрт һыҙаттан алтыға тиклем киңәйтәсәк, ямғыр канализацияһын үткәрәсәк, видеокүҙәтеү системаһын урынлаштырасаҡ, тышҡы яҡтылыҡты, туҡталыштарҙы һәм светофорҙарҙы яңыртасаҡ, тротуарҙарҙы, газондарҙы төҙәкләндерәсәк. Эштәр 2021 йылдың ноябрендә тамамланыр тип күҙаллана.
Комсомол урамында Радий Хәбировҡа 19/1-се һәм 21/1-се йорттарҙа йәшәгән кешеләр мөрәжәғәт итте. Улар йорт алды биләмәһенең бер өлөшөн үҙенә алған эшҡыуар менән булған конфликтты хәл итеүҙе һораны. Был туралағы мөрәжәғәт социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент менеджмент” системаһына эләккән. Халыҡ белдереүенсә, бәхәсле участканың бер өлөшөн бушатҡандар, тик дәғүәләшеү һаман дауам итә, судлашыу бара. Ошо сәбәпле “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса биләмәне төҙөкләндереү эше лә туҡталған.
– Был эште контролгә алам, барыһын да хәл итергә тырышырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.