Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгә таусылар ҡалаһы үҙенең 65 йыллығын ҡаршы алырға йыйына. Ошо уңайҙан социаль селтәрҙә бик үҙенсәлекле флешмоб бара. Теләүселәр сибайҙарҙы Ҡала көнө менән ҡыҫҡа ғына видеоҡотлауҙарын социаль селтәргә #wellcometoSibay и #forumzauralye2020. хештегтары менән беркетергә кәрәк.
Әйткәндәй, иртәгә Сибай Ҡала көнөн генә байрам итмәй: ул эре эшлекле үҙәккә һәм йыр-моң иленә әйләнәсәк. Сөнки бында халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге эксперттар киләсәк һәм Икенсе "Урал аръяғы-2020" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы һәм "Ирәндек моңдары" башҡорт йырын башҡарыусыларҙың конкурсы үтәсәк.
Рәсәй кимәлендәге шундай оло сараның халҡы 63 меңдән аҙ ҡына күберәк булған Сибайҙа үткәрелеүе мәртәбә. Күп милләтле Сибай ҡунаҡсыл, ихлас халҡы менән дан тота. Был көндө Инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы һеҙҙең һәр берегеҙ видеояҙма менән сәләмләй ала. Бөгөн Сибай илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәүселәрҙән ҡотлау һүҙҙәре, төрлө теләктәр ҡабул итә. Акцияға коллектив, ғаилә менән ҡушылыусылар ҙа бихисап.
Иң яҡшы ҡотлауҙар, мөрәжәғәттәр иртәгә, йәғни 19 август көнө Инвестиция һабантуйының төп сәхнәһенә сығарыла. Ҡатнашығыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: forum-zauralye.com
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.