Көндәр һалҡынайтҡас, тауыҡтарҙың йомортҡаһы әҙәйә. Күп хужабикәләрҙең көҙ көнө тауыҡтарҙың йомортҡа һалыуын кәметтермәҫлек сер-саралары бар. Кемдер үлән шифаһын ҡуллана, кемдер тағараҡҡа ҡом менән ҡабырсаҡ вағы һала, кемдер аҙыҡҡа эремсек өҫтәй. Был сараларҙың бөтәһе лә яраҡлы, тик дөрөҫ файҙаланырға кәрәк.
Йомортҡа – ул инәнең енес күҙәнәге. Башта йомортҡалыҡта һәм түл юлында ярала, шунан ағы яһала, артабан күҙәнәк яры, ҡабыҡ менән ҡаплана. Һарыһы – туҡлыҡлы һәм файҙалы матдәләр йыйылмаһы, унда витаминдар, аминокислоталар, макро- һәм микроэлементтар күп. Ағы һарыһын бер урында тотоп тороу өсөн хеҙмәт итә, ул да файҙалы матдәләргә бай. Ағы диеталарҙа тәҡдим ителә, ул организм өсөн бына тигән төҙөлөш материалы. Кеше йомортҡаның 97 процентын үҙләштерә.
Йомортҡа ҡабығы макро- һәм микроэлементтарҙан тора. Ундағы төп матдә, әлбиттә, кальций, бор, магний, баҡыр, тимер һәм башҡалар бар. Ҡабыҡтың ныҡлығы тауыҡтың матдәләр алмашыныуына һәм туҡланыуына бәйле. Шуның өсөн йомортҡа һала торған тауыҡтарҙың тағарағында ҡабырсаҡ, аҡбур, ҡом һ.б. һәр ваҡыт булырға тейеш. “Ракушка” тигән аҙыҡ өҫтәмәһен ҡулланыу ҙа бик урынлы булыр. Уны тауыҡтарға бирәһең дә, сүпләп бөткәс, тағы өҫтәйһең. Ул боҙолмай, кальций сығанағы ғына түгел, файҙалы бактериялы пробиотик өҫтәмә лә булып тора.
Ашҡаҙанға эләккән файҙалы микроорганизмдар үрсей һәм кәрәкле матдәләр – аҡ яһалыу өсөн аминокислоталар, ферменттар бүлеп сығара. Ферменттар туҡлыҡлы матдәләрҙе тарҡатыу һәм уларҙың яҡшы һеңдерелеүе өсөн кәрәк.
Пробиотиктар иммунитетты күтәрә, патоген микроорганизмдар менән көрәшә. Тауыҡтарҙың һаулығы яҡшыра, стрестарға, әсе елгә, һалҡынайыуға бирешеп бармай.
“Ракушка” аҙыҡ өҫтәмәһенән тыш, “СпасиЦып” пробиотигын да ҡулланырға мөмкин. Препаратты һыу менән бирәләр: 10 мл препаратты 1 литр һыуға һалырға ла бер тәүлеккә тауыҡ кетәгендә ҡалдырырға. Икенсе көндө һыуҙы алмаштырырға кәрәк. “СпасиЦып”тың тәме-еҫе юҡ, уға тауыҡтар тиҙ өйрәнә.