Йәмғиәт
21 Август 2020, 09:26

Иҫереккә... диңгеҙ тубыҡтан

Эскән килеш рулгә ултырыуға ҡаршы көрәш ыңғай һөҙөмтә бирмәй.

Күптән түгел республика Хөкүмәте ултырыштарының береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәгебеҙ юлдарында иҫерек шоферҙарҙың артыуына ризаһыҙлыҡ белдергәйне.


– Юлдарҙағы ваҡиғалар шуны күрһәтә – беҙҙең йәмғиәт кешеләре рулгә эскән килеш ултырыуға ғәҙәти хәл итеп ҡарай, ошо ҡылыҡты кисекмәҫтән ҡаты иҫкәртергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.


Ни өсөн ҡайһы бер әҙәмдәр ошолай ҡыланыуын дауам итә һәм беҙҙең, айыҡ йөрөгән шоферҙарҙың һәм йәйәүлеләрҙең (һәм үҙҙәренең дә), ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙан ҡурҡмай? Был енәйәтселекте туҡтатыу өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?


Күл буйында “ҡырын тейәгән” машиналар...


Күптәр телевизорҙан ҡараған­дыр: июлдең һуңғы ял көндәрендә Башҡортостанда дәүләт авто­инспекторҙары Ҡандракүл һәм Асылыкүл буйҙарында көсәйтелгән патруль ойошторҙо. Уның эшендә республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов та ҡатнашты.
Был ике көндә 208 иҫерек шофер тотолған. Уларҙың береһе менән һөйләшеүҙе лә күрһәттеләр: был кеше ике йыл элек кенә эскән килеш полицияға эләккән, ләкин һабаҡ алмаған. Хәҙер уға иркенән мәхрүм ителеү янай. Ул өйҙә балалары көтөп ултырыуын һөйләй башланы, был юлы ла ғәфү итеү­ҙәрен һораны. Ә күл буйындағы ошондай уҡ балаларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы башына ла инеп сыҡманы, ахыры.
Сираттағы “интервьюер” – аҡ джип хужаһы, алкотестер уның ҡанында 0,8 промилле спиртлы эсемлек булыуын күрһәтте. Был – ярты шешә ҡаты иҫерткес эсемлек тигән һүҙ. Шофер үҙе ике генә рюмка эсеүен раҫлап маташты һәм... автоинспекторҙарҙы һый­ларға тәҡдим итте.


Бер аҙға кәмегән дә бит...


Ҡурсаланыу осоронда – 1 ап­рел­дән алып бөгөнгә саҡлы Рә­сәйҙең дәүләт автоинспекторҙары рулгә иҫерек килеш ултырған 35,5 мең шоферҙы туҡтатҡан. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда аҙыраҡ, ләкин бик күпкә түгел – 3,4 процентҡа ғына, йәғни был йү­нәлештә һынылыш бар тип әй­тергә иртәрәк әле. Хатта ҡурса­ла­ныу режимында булыу ҙа бындай ваҡи­ғаларҙы һиҙелерлек кәметә алманы.
Ошо ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы дүрт айҙа ғына ла Рәсәйҙә иҫерек шоферҙар ҡат­нашлығында дүрт меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был аварияларҙа 700 кеше һәләк булған, 5,7 меңе төрлө ауыр­лыҡ­тағы тән йәрәхәттәре алған. Шу­ны­һы ла иғтибарҙы йәлеп итә: ошо осорҙа иҫерек йөрөгән өсөн туҡ­татылған 20 мең шофер медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.
Был мәғлүмәттәр – һуңғы дүрт ай буйынса ғына. Ә былтырғы һөҙөмтә нисек тип уйлайһығыҙ? Улар ҡот осҡос: үткән йылда Рәсәйҙә иҫерек шоферҙар сәбәпсе булған авариялар һаны 15 меңгә еткән, уларҙа һәләк булғандар һаны – дүрт меңдән ашыу.


Бының өсөн нимә янай?


Ҡануниәткә ярашлы, автомо­билгә иҫерек килеш идара иткән өсөн 30 мең һум штраф һалына һәм йыл ярымдан ике йылға саҡлы йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Танытмаһы булмаған осраҡта бындай кешене 15 тәүлеккә һаҡ аҫтына ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Йәйәүлене бәрҙергән осраҡта эскән шоферҙы төрмә көтә. Әгәр ҙә зыян күреүсене ауыр тән йәрәхәтенә дусар иткән икән, бындай шофер йоратын дүрт йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре йәки өс йыл мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре ихтимал. Йөрөтөү танытмаһын, тәбиғи, тартып алалар. Әгәр ҙә тапатҡан кешеһе һәләк булһа, был әҙәмде 12 йылғаса төрмә көтә. Бөтә Рәсәйҙә шау-шыу тыуҙырған аварияла ғәйепләнгән һәм әлеге ваҡытта йортонда һаҡ аҫтында булған актер Михаил Ефремовҡа ла ошондай уҡ яза биреүҙәре бар.
– Иҫерек килеш автомобиль йө­рө­төү проблемаһын еңеү өсөн яза­ға дусар булыуҙы ҡотолғоһоҙ итер­гә кәрәк, йәғни рулгә эскән килеш ултырған һайын был кеше штраф түләргә һәм йөрөтөү танытмаһынан мәхрүм ителергә тейеш, – ти “Санкт-Петербург. Авто” йәмғиәте етәксеһе Святослав Данилов. – Бы­ның өсөн штрафтар ярайһы уҡ ҙур, ләкин эсеп машина йөрөтөргә ғәҙәтләнгән кешеләр бынан ҡурҡ­май, сөнки эләкмәйҙәр. Тотолоуҙы ҡотолғоһоҙ иткәндә генә иҫерек шоферҙар һаны кәмейәсәк. Быны нисек эшләргә – әйтеүе ҡы­йын. Һәр кемгә полицейский берке­теп булмай бит. Бәлки, бар урам­дарҙы контролдә тоторға, ресто­ран­дарҙан эсеп сыҡҡан кешеләр­ҙең рулгә ултырыу-ултырмауын күҙәтеүҙе йөкмәтергә кәрәктер...

Ысынлап та, иҫерек килеш автомобиль йөрөткән өсөн язаны ҡәтғиләтеүҙән һуң да бындай кешеләр һанының күп булыуы дауам итә. Был шуны аңлата: фәҡәт яза биреү саралары ғына һөҙөмтә бирмәй, тимәк, бындай хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата көрәш алымдарын үҙгәртергә кәрәк.


Ниндәй алымдар ҡулланырға?


Шоферҙың организмында спирт быуы миҡдары күп булған осраҡта автомобилде тоҡандырыуға юл ҡуймаған “алко-йоҙаҡ” була. Шуны һәр автомобилгә ҡуйыу кәрәклеге тураһында бәхәс барҙы ла, хәҙер ундай тәҡдимдәр ишетелмәй. Ни өсөн тиһәң, был ысулдың ҙур кәмселеге бар: ул юлдарҙан иҫерек шоферҙарҙы алып ташлай алмай. Был ҡорамалды һәр машинаға ҡу­йыу ҙа мөмкин түгел. Хәйер, ҡуйған саҡта ла иптәшен “ҡотҡарыусы” – машинаны тоҡандырып ебәргән айныҡ кеше табылып торасаҡ.
Әйткәндәй, иҫерек шофер менән бер салонда ултырған пасса­жирҙарға яза биреү ҙә ғәҙел булыр ине. Ҙур штрафты күҙ алдына килтереп, улар эскән кешене рулгә ултырмаҫҡа өгөтләр ине, моғайын. Ә бына эскән килеш рулгә ултырған өсөн язаны тағы ла ҡатыраҡ итеүҙе эксперттар маҡсатҡа яраҡһыҙ тип иҫәпләй – бының фәтүәһе бул­маясаҡ, уның ҡарауы, коррупцияны дәртләндерергә мөмкин.
– Эйе, штрафты күпкә арттырыу иҫерек шоферҙарҙың ҡырҡа кәме­үенә килтермәйәсәк, сөнки эскән кешеләрҙең күпселеге штраф тураһында уйламай. Ошондай яза тәҡдим итәм: эсеп тотолған әҙәмдең автомобилен тартып алырға һәм уны конкурс сауҙаһы аша һатырға, үҙен мәжбүри эшкә йәлеп итергә кәрәк, – ти “Емерек юлдар” (“Убитые дороги”) хәрәкәте әүҙемсеһе Николай Мельков.


Ҡайһы саҡ йола ла ҡамасаулай


Иҫерек көйө автомобиль йөрө­төү мәсьәләһендә Рәсәйҙең Европа илдәренән төп айырмаһы шунда: йәмәғәтселек был проблемаға вайымһыҙ ҡарай. Табында кем­деңдер хәҙер рулгә ултырасағын белһәләр ҙә, эсергә ҡыҫтайҙар. “Уртлап ҡына күрһәт инде, юбилейым бит...”, “Беҙҙә полиция йөрөмәй ул...” – шундай һәм башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.

Әйткәндәй, тотолған хәлдә лә был ғәйепләнеүҙе “киренән һатып алыу” хаҡы йәшәй, йәғни ришүәт биреп ҡотолорға мөмкин.
Дөрөҫ, был хаҡ та ярайһы уҡ юғары: Мәскәү менән Санкт-Петербургта 100 меңдән алып 200 мең һумға саҡлы тирбәлә, төбәктәрҙә 70 мең һум тирәһе биреп ҡотолорға була. Шулай итеп, иҫерек килеш машина йөрөтөү күренешенә коррупция ла булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта Европала иҫеректең рулдә ултырыуын насар ғәҙәт тип ҡабул итәләр, уға ҡырын ҡарайҙар һәм хатта кемдеңдер эскән килеш машинаға ултырып сығып китеүен полицияға хәбәр итеү ҙә беҙҙәге кеүек ошаҡлашыу түгел, ә сослоҡ, был шоферҙың һәм башҡаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу тураһындағы хәстәрлек тип баһалана.
– Шуныһын аңлау зарур: иҫерек хәлдә булғанда кеше эҙемтәләр тураһында үҙ-үҙенә отчет бирә алмай, шуға штрафтар ҙа уны ҡурҡытмай, – ти Бөтә Рәсәй автомобилселәр йәмғиәте рәйесе Валерий Солдунов. – Йәмғиәттә ошо ҡылыҡҡа ҡарата ерәнеү тойғоһо тәрбиәләү талап ителә. Был “тоторҙармы-тотмаҫтармы” мәғәнәһендәге ярыш түгел, ә оятҡа ҡалдырырлыҡ күренешкә әйләнһен. Күп илдәрҙә иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Халыҡ та ундай хәлдәрҙе енәйәт тип ҡабул итә.
Рәсәйҙә кемдеңдер иҫерек килеш рулгә ултырыуын полицияға хәбәр итеү ҡабул ителмәгән. Әммә проблемаға дөйөм ҡараш булдырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсь­әлә. Бында эште үҙеңдән башларға кәрәк: әгәр ҙә табынға барып эләкһәгеҙ һәм спиртлы эсемлек ҡулланырға тура килһә – ҡайтҡанда такси саҡыртығыҙ йәки айныҡ шоферға ултырып китегеҙ.
Читайте нас